“Бер тырмаға ҡабаттан” баҫыу нимәгә килтерә? 15-10-2012, 15:16 / Тәртип һағында

“Бер тырмаға ҡабаттан” баҫыу нимәгә килтерә?

«Алло, һеҙҙең ейәнегеҙ юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙҙо, йәш ҡыҙҙы тапаны, уны яуаплылыҡтан ҡотҡарыр өсөн аҡса кәрәк буласаҡ…». Аҙна дауамында ҡалала йәшәгән 8 кешегә тап ошондай йөкмәткеле шылтыратыуҙар килгән. 78 йәшлек әбейҙең өй телефонына шылтыратҡан билдәһеҙ кеше үҙен прокуратура хеҙмәткәре тип таныштырған. “Килеп тыуған мәсьәләне” хәл итергә 150 мең һум аҡса кәрәклеген еткергән. Ейәненең артабанғы яҙмышы өсөн борсолоп, өләсәй өйҙә 30 мең һум ғына аҡса барлығын белдергән. Шылтыратыусы ошо суммаға риза булған һәм аҡсаны оҙаҡламай килеп етәсәк такси водителенә бирергә ҡушҡан. Әммә күп тә...
Эш хаҡы бурысы ҡапланды 15-10-2012, 15:14 / Социаль ѳлкә

Эш хаҡы бурысы ҡапланды

«Белорет урманы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләгән бер тѳркѳм хеҙмәткәр эш хаҡы түләнмәүенә зарланып район-ара прокуратураға мѳрәжәғәт итә. Предприятиеның 115 эшсеһенә 1498 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған булыуы асыҡлана. Был эш буйынса предприятие директорына ҡарата РФ КоАП-ының 5.27-се статьяһы 1-се бүлеге буйынса административ эш ҡуҙғатыла. БР Хеҙмәт дәүләт инспекцияһы ҡарары менән етәксегә 40 мең һум штраф һалына. Шулай уҡ эшселәргә эш хаҡын түләү йѳкмәтелә....
Ҡаҫмаҡтыларҙың хоҡуҡтары тергеҙелде 15-10-2012, 15:11 / Социаль ѳлкә

Ҡаҫмаҡтыларҙың хоҡуҡтары тергеҙелде

Белорет район-ара прокуратура талабы менән Ҡаҫмаҡты ауылы халҡының транспорт менән хеҙмәтләндереүгә хоҡуҡтары тергеҙелде. Инде нисәмә йыл йәмәғәт транспорты йѳрѳмәүҙән интеккән Ҡаҫмаҡты ауылы халҡы район-ара прокуратураға мѳрәжәғәт итте. Тикшереү ваҡытында Ҡаҫмаҡтыны яҡын-тирә ауылдар менән бәйләп тороусы йәмәғәт транспортының булмауы асыҡланды. Шул уҡ ваҡытта РФ Федераль законының «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дѳйѳм принциптары тураһында» тигән 15-се статьяһына ярашлы, муниципаль райондың урындағы әһәмиәттәге мәсьәләһенә халыҡҡа транспорт хеҙмәттәре күрһәтеү һәм...
Юлдар, юлдар,  тик  хәйерле булһын улар 15-10-2012, 14:53 / ---

Юлдар, юлдар, тик хәйерле булһын улар

Закондарҙы ҡәтғиләндереү юлдарҙа тәртип булдырырмы? Мәскәүҙә ҙур шау-шыу тыуҙырған транспорт фажиғәһе закон сығарыусыларҙы ла түҙемлегенең сигенә сығарҙы. Фажиғәне тикшереүҙе түбәнге палата парламентарийы үҙ контроленә алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 22 сентябрҙә 29 йәшлек иҫерек водитель халыҡ күп йыйылған автобус туҡталышына бәреп инеп, ете кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Ғәйепле водитель А.Максимов өйләнгән, бер бала үҫтерә, фажиғәгә тиклем Мәскәү фирмаларының береһендә электромонтер булып эшләгән. Закондарҙы ҡәтғиләштереү буйынса тәҡдимдәр тѳрлѳсә яңғырай. Берәүҙәр, иҫерек кѳйѳ авария...
Олоһон  ололаған  - уңыр 15-10-2012, 14:51 / Мәҙәниәт, Ветеран

Олоһон ололаған - уңыр

Быйыл Шығай мәҙәниәт йортонда Ололар кѳнѳнә арналған кисә бик үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ матур итеп ойошторолдо. Ветерандар, “Гѳлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле ағзалары алдында мәҙәниәт йорто директоры С.С.Шәрәфетдинова ҡотлау телмәре менән сығыш яһаны. Мәҙәниәт йорто коллективының маҡтанырлыҡ уңыштары бар. Мәҫәлән, “Гѳлнәзирә” ансамбле 2011 йылда Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәте фестиваль -марафонында ҡатнашҡан ѳсѳн диплом, ә район буйынса үткән фольклор ансамблдәре конкурсында Гран-при яуланы. Сәғирә Сабирйән ҡыҙы 20 йыл мәктәптә эшләгән, оҙаҡ йылдар ансамблдең...
Алтын кѳҙҙә - алтын туй 15-10-2012, 14:48 / Ветеран

Алтын кѳҙҙә - алтын туй

Аҙналыла Ололар кѳнѳ һәм Ҡаҙыш ауылында йәшәгән Сафиуллиндарҙың алтын туйына арналған матур сара уҙҙы. Уны мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәмзиә һәм Азамат Суфияновтар, Рәшидә Ғәйфуллина әҙерләп үткәрһә, Гѳлназ Муллағәлләмова матур итеп алып барҙы. Иң тәүҙә шиғыр юлдары һәм йыр менән оло йәштәгеләрҙең һәммәһен дә байрамдары менән ҡотлап, изге теләктәр юлланылар. Һуңынан сәхнәгә иңгә-иң терәшеп 50 йыл татыу ғүмер кисергән Зәйтүнә Йомабай ҡыҙы менән Булат Ибраһим улы Сафиуллиндар күтәрелә. Ҡаҙышта иң уңған, иң матур һәм ѳлгѳлѳ ғаилә башлыҡтары үҙҙәренең олоно оло итә, кесене кесе итә белеүҙәре,...
Банктар  бүләге 15-10-2012, 14:47 / Социаль ѳлкә

Банктар бүләге

Республика кѳнѳ уңайынан ҡалала яҡшы тәьҫораттар ҡалдырған ваҡиғалар күп булды. Шуларҙың береһе - Мәктәптән тыш эш үҙәгенә «Газель» автомобиле бүләк итеү. Асҡыс тапшырыу тантанаһы Мәктәптән тыш эш үҙәге бинаһы алдында үтте. Муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов йыйылыусыларҙы Республика кѳнѳ менән ҡотланы һәм бындай ҙур бүләк әҙерләүсе банктарға, бигерәк тә уның тѳп ойоштороусыһы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, БР Милли банк рәйесе Р.Х. Мардановҡа рәхмәт белдерҙе, ә уҡыусыларға ижади уңыштар теләне....
Гран-при - сермәндәрҙә 15-10-2012, 13:37 / Мәғариф

Гран-при - сермәндәрҙә

Сермән балалар коллективы шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе. Балалар йортоноң директоры Шаһиморатова Нурия Мәүлижан ҡыҙы “Матур мәктәп” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, Гран-при яуланы. Конкурстың тәүге туры Санкт-Петербургта, икенсеһе Киев ҡалаһында үтте. Быйыл 15-се тапҡыр ойошторолған конкурста, “Матур мәктәп” халыҡ-ара хәрәкәте идеяларын яҡлаусы Башҡортостан, Яҡут республикаларының, Силәбе, Алтай ѳлкәһенең, Санкт-Петербург, Иркутск, Ҡазан ҡалаларының дѳйѳм белем биреү учреждениелары ҡатнашты. Унда, һәр уҡыусының айырым шәхес булыуына инанған, баланың дәрәжәһен һаҡлаған, уңышлы белем...
Илгә - Инйәр  урманы 12-10-2012, 17:17 / Экология

Илгә - Инйәр урманы

1922 йылда ойошторолған Инйәр леспромхозына 90 йыл булды. Ул тәүҙә (1954 йылға тиклем) 14 - Инйәр, Ҡаҙмаш, Ремашта, Мәнәү, Рәүәт, Түбәнге Тѳлмәй, Ноҡат, Бәләғош, Берештамаҡ, Асы, Һуран, Ҡалашты, Кәртәле, Кѳҙйылға урман пункттары ингән Белорет металлургия комбинатың урман контораһы тип йѳрѳтѳлә. Йыл һайын был урман участкаларында 160 мең кубометр ағас, 79 мең кубометр әрҙәнә, Инйәр тѳркѳмѳ мейестәрендә 40 мең кубометр, Бәләғош тѳркѳмѳ мейестәрендә 120 кубометр ағас күмере әҙерләнә. Шулай уҡ леспромхоз ҡулланыусыларға 100 тоннаға тиклем сайыр һәм 500 тонна аҡ шыршы майы оҙата. 1936 йылдан...
Рәсәй Граждандар оборонаһына - 80 йыл 12-10-2012, 17:14 / Социаль ѳлкә

Рәсәй Граждандар оборонаһына - 80 йыл

Быйыл Рәсәй граждандар оборонаһын ойоштороуға 80 йыл тулды. Граждандар оборонаһы - дәүләтебеҙҙең мѳһим функцияларының береһе, оборона тѳҙѳлѳшѳнѳң һәм ил халҡы хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең айырылғыһыҙ ѳлѳшѳ булып тора. Тыныс тормошта йәшәүселәргә бѳтә тарих дауамында тѳрлѳ хәүеф-хәтәр янай, шул иҫәптән хәрби хәрәкәттәр менән бәйләнгәндәре лә. Һуңғы 5,5 мең йыллыҡтар дауамында 3,5 миллиард кеше һәләк булған, 15 мең тирәһе һуғыш булған. Һәләкәткә илтеү саралары даими рәүештә камиллашып тора. Фәнни-техник прогресс халыҡты күпләп ҡырыу ҡоралының барлыҡҡа килеүенә килтерҙе. Ә инде авиацияның...