Ҡышҡы Нардуған 30-11-2012, 14:47 / Тәбиғәт-Әсә һулышы

Ҡышҡы Нардуған

Декабрҙә, йылдың иң оҙон тѳнѳ менән иң ҡыҫҡа кѳнѳ үтеп китеп, ҡояш ергә аҙ ғына булһа ла оҙағыраҡ ҡарай башлағас, ата-бабаларыбыҙ ҡышҡы Нардуған байрамын үткәргән....
Берҙәм социаль юл йѳрѳү билеттары (ЕСПБ) менән файҙаланыусылар ИҒТИБАРЫНА 30-11-2012, 14:45 / Яңылыҡтар

Берҙәм социаль юл йѳрѳү билеттары (ЕСПБ) менән файҙаланыусылар ИҒТИБАРЫНА

Социаль ярҙам сараларына хоҡуғы булған ҡайһы бер граждандар ѳсѳн транспорт хеҙмәте менән файҙаланыуын тәьмин итеү маҡсатында, Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәтенең 2005 йылдың 28 ғинуарындағы ҡарары менән республикала берҙәм социаль юл йѳрѳү билеты (ЕСПБ) индерелде....
Әсәйҙәр кѳнѳ - иң оло байрам 30-11-2012, 14:44 / Мәҙәниәт

Әсәйҙәр кѳнѳ - иң оло байрам

Ҡаланың музыка мәктәптәбендә Әсәйҙәр кѳнѳнә арналған тантаналы сара уҙҙы. Байрам сараһын мәҙәниәт идаралығы начальнигы Зәлифә Әхмәҙей ҡыҙы Әғләмова алып барҙы....
Һалдат әсәһенә ярҙам итәйек 30-11-2012, 14:42 / Социаль ѳлкә

Һалдат әсәһенә ярҙам итәйек

Гәзитебеҙҙең 134-се һанында Ғәлиә Богодерованың ғаиләһенә килгән аяныс хәл - улы Дмитрийҙың Мәскәүҙәге Бурденко исемендәге хәрби госпиталдә яман шештән дауаланыуы тураһында яҙғайныҡ. Алда - мәкерле сирҙе еңеүгә йүнәлтелгән кѳрәш......
Ҡала судында яңы етәксе 30-11-2012, 14:41 / Яңылыҡтар

Ҡала судында яңы етәксе

РФ Президенты Владимир Путин Указы менән Белорет ҡала суды рәйесе итеп Олег Леонидович Мосунов тәғәйенләнде. Ул 23 ноябрҙән эш башланы....
Яңы башлыҡ һайланды 30-11-2012, 14:40 / Сәйәсәт

Яңы башлыҡ һайланды

Муниципаль район хакимиәте йортонда муниципаль район Советының сираттағы сессияһы үтте. Унда муниципаль район хакимәте башлығын һайлау мәсьәләһе ҡаралды. Ултырышта, республиканың Милли банкы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, хакимиәт башлығы вазифаһын һайлау буйынса конкурс комиссияһы рәйесе Р.Х. Марданов, депутаттар, ойошма һәм предприятие етәкселәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты....
«Оптимист булып ҡалам» 30-11-2012, 14:38 / Социаль ѳлкә

«Оптимист булып ҡалам»

Ҡалабыҙҙа мѳмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында үҙҙәренең тырышлыҡтары, маҡсатҡа ынтылышлы булыуҙары менән күп нәмәгә ѳлгәшкән абруйлы һәм хѳрмәтле кешеләр байтаҡ. Рәил Ғәйнетдиновты ла шундайҙар рәтенә индерергә мѳмкин. Ул үҙен һис тә яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған тип иҫәпләмәй. Бѳгѳнгѳ кѳндә Мәскәү иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының IV курсында уҡый һәм ауыр атлетика менән шѳғѳлләнә....
Балаларҙы ла йәлләмәйҙәр бит... 28-11-2012, 14:29 / Яңылыҡтар

Балаларҙы ла йәлләмәйҙәр бит...

Белорет ҡалаһының бер биҫтәһендә сыҡҡан янғында ике баланың ғүмере ѳҙѳлѳүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Башҡортостан Республикаһы дәүләт ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенең пресс-службаһы хәбәр итеүенсә, янғын сыҡҡан йорт хужабикәһе күршеһе менән тыуған кѳн мәжлесе үткәреп ултырған. Ике балаһы ла шунда булған. Ҡатындар ҡапыл ғына сыҡҡан тѳтѳндѳ күреп верандаға сыға һәм үҙҙәре дѳрләп янған утты һүндереп маташа. Әммә ут бик тиҙ йортҡа күсә һәм улар ѳйгә инеп балаларҙы алып сыға алмай ҡала....
Кѳнүҙәктә - страховкалау мәсьәләһе 28-11-2012, 14:27 / Хоҡуғыңды беләһеңме?

Кѳнүҙәктә - страховкалау мәсьәләһе

Ѳфѳлә Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы «Росгосстрах» компанияһы менән берлектә район-ҡала, республика матбуғат баҫмалары журналистары ѳсѳн «Страховкалау бѳгѳн. Башҡортостан Республикаһы страховкалау баҙары үҫеше киләсәге» программаһы буйынса семинар үткәрҙе....
УЛАР хѳрмәткә лайыҡ 28-11-2012, 14:25 / Ғаиләм-ҡәлғәм

УЛАР хѳрмәткә лайыҡ

Оло йәшкә етеп тә, дәрт-дарманы, алға ынтылышы, фекер сослоғо менән йәштәргә үрнәк булырлыҡ кешеләр бар һәр ауылда. Беҙҙең Абҙаҡ ауылы ла ошондай абруйлы кешеләрҙән мәхрүм түгел. Бергә йәшәүҙәренең 51-се кѳҙѳн ҡаршы алған Хәбирә Йәрмѳхәмәт ҡыҙы һәм Әүәл Зәбир улы Ғайсиндар нәҡ шундайҙарҙан. Улар икеһе лә һуғыш йылдары балалары. Әүәл ағайҙың атаһы Зәбир Динислам улы Ғайсин да, Хәбирә апайҙың атаһы Йәрмѳхәмәт Йомағужа улы Йомағужин да балаларының тыныслығы ѳсѳн һуғышта баш һалғандар....