Хѳрмәтле  гәзит  уҡыусыларыбыҙ! 2-11-2012, 15:46 / Яңылыҡтар

Хѳрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!

8 ноябрҙә, кѳндѳҙгѳ сәғәт 3-тә, Сермән модель китапханаһында “Урал” гәзите дуҫтарын йыя. Осрашыу гәзиттең 90 йыллығына арнала. Сарала уйындар, конкурстар, гәзиткә яҙылыу ойошторола һәм шулай уҡ йѳндән тѳрлѳ биҙәүестәр, шарф, береткалар баҫыу күрһәтеләсәк. Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр кѳтә....
Сәйәхәт иткең килһә, ашыҡ! 2-11-2012, 15:43 / Социаль ѳлкә

Сәйәхәт иткең килһә, ашыҡ!

Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәтенең 2012 йылдың 20 ғинуары ҡабул иткән 29-р һанлы бойороғона ярашлы, “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының социаль транспорт карталары 2012 йылдың 1 ноябрендә ғәмәлдән сыҡты. Яңынан ташлама менән социаль транспорт картаһы алырға теләгәндәр Белорет ҡалаһы, Киров урамы, 48-се йортта урынлашҡан “УралСиб” банк бүлексәһенә килеп, ғариза яҙырға тейеш. Банк дүшәмбенән йомаға тиклем 9-ҙан 18 сәғәткәсә эшләй, 13.00-14.00 - тәнәфес....
“Спайс” - үлемгә  этәрә 2-11-2012, 15:41 / Социаль ѳлкә

“Спайс” - үлемгә этәрә

Спайс («spice») - инглиз теленән тәржемә иткәндә тәмләткес үләндәр ҡатнашмаһы тип атала. Әммә ләкин спайсҡа үләндәр генә түгел, ә синтетик матдәләр - психотроп йоғонтоло матдә ингән энтеогендар ҙа ҡушыла. Был ҡатнашма Европала XXI быуатта күренә башлаған һәм уны хуш еҫ таратыу ѳсѳн тип ҡулланғандар. Бынан тыш, спайсҡа махсус синтетик каннабис, йәки LWH-018 матдәһе ҡушыла. Был матдә тәбиғи үләндән 5-6 тапҡырға кѳслѳрәк, йәки организмды ағыулау йәһәтенән зыянлыраҡ. Был химик матдәне Америка химигы John W. Huffman Клемсон университетының фәнни лабораторияһында сығарған....
Мигранттар ѳсѳн  Рәсәй - майлы икмәк 2-11-2012, 15:38 / Сәйәсәт

Мигранттар ѳсѳн Рәсәй - майлы икмәк

Элекке союздаш республикаларҙан Рәсәйгә эш эҙләп килеүселәр һуҡмағы бер ваҡыт та буш тормаҫ, күрәһең. Союздаш республикаларҙағы эшһеҙлектән интеккән халыҡ ѳсѳн Рәсәй - майлы икмәк. Бер яҡтан ҡарағанда, килһендәр, эшләһендәр, тип әйтергә лә булыр ине, әммә беҙ мигранттарҙың кире эҙемтәләргә килтереүен дә оноторға тейеш түгелбеҙ: енәйәтселек, ил иҡтисадына зыяны - аҡсаның законһыҙ рәүештә ситкә китеүе. Шуға ла элекке союздаш республиканан килеүселәр ҙә Рәсәй ҡанундарын тулы үтәргә тейеш. Закон үтәлешен күҙәтеү, тәү сиратта, Миграция хеҙмәтенең бурысы....
4 ноябрь ниндәй байрам? 2-11-2012, 15:28 / Яңылыҡтар

4 ноябрь ниндәй байрам?

2004 йылдың 16 декабрендә РФ Дәүләт Думаһы «Хәрби дан кѳндәре тураһында (Рәсәйҙең еңеү кѳндәре)» Федераль законға ѳс уҡыуҙа ѳҫтәмәләр индереп, 7 ноябрь байрамын (Татыулыҡ һәм берҙәмлек кѳнѳ) 4 ноябргә күсерә һәм Халыҡтар берҙәмлеге кѳнѳ тип билдәләй. 2005 йылдан 4 ноябрь Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге кѳнѳ тип билдәләнә һәм ял кѳнѳ тип иҫәпләнә....