РӘСӘЙ байлығында... 7-11-2012, 15:42 / Сәйәсәт

РӘСӘЙ байлығында...

Хәҙер иномаркаларҙа йѳрѳүҙе хуп күрәләр. «Волга», «Жигули» кеүек автомобилдәрҙә йѳрѳүҙе үҙеңде хѳрмәт итмәүгә, ил автопромы Япония, Франция, Германия, Англия, Чехия етештергән кеүек матур һәм сифатлы авто йыя алмайҙар, тип иҫәпләйбеҙ. Бының менән Тыуған илебеҙ автопромына зыян килтерәбеҙ. Әммә «Жигули» йәки «Волга»нан да матурырыҡ авто юҡ. Быны бѳтә донъяла ла таныйҙар. 70-се йылдарҙа Скандинавия һәм Урта Европа илдәрендә «Жигули»ҙы нисек баһалауҙарын иҫләйбеҙ. Улар хеҙмәтләндереүҙә әрһеҙ, бигерәк тә ҡышҡы осорҙа, 30-35 градус һыуыҡта ла еңел ҡабына....
Һеҙҙең тормош -  үҙе батырлыҡ 7-11-2012, 15:39 / Хаттар

Һеҙҙең тормош - үҙе батырлыҡ

Бына, һәр йылдағыса, һары ҡанаттарын йәйеп, уҙған кѳҙҙән бер ере менән дә айырылмаған кѳҙ килде. Әүәлгесә кѳндәр йылы, ара-тирә ямғырҙар яуғылай, ағастарҙан һары, ҡыҙыл япраҡтар ҡойола....
Бәләкәй дуҫтарыбыҙҙан ѳйрән 7-11-2012, 15:37 / Хаттар

Бәләкәй дуҫтарыбыҙҙан ѳйрән

Нимә ул Мѳхәббәт? Был һорау кешелекте һәр саҡ ҡыҙыҡһындырған. Һәр кем уны үҙенсә аңлай, иҫбат итергә тырыша. Кеше ғүмер буйы мѳхәббәт хәлендә йәшәй. Һәр кем үҙен ысын, эскерһеҙ ярата беләм тип иҫәпләй. Әммә был хаҡмы икән? Ата-әсәләр балаларын ташлай, үҫеп еткәндәре олоғайған ата-әсәһен ҡарамай. Яңылыҡтарҙа һәр саҡ ташланған сабыйҙар, ололар тураһында күрһәтеп торалар. Бер-береһен ѳҙѳлѳп яратҡан парҙар ташлаша. Мѳхәббәт үткәнме?...
Золом ҡорбандарын онотмайыҡ 7-11-2012, 15:32 / Хаттар

Золом ҡорбандарын онотмайыҡ

1930-50 йылдарҙа бер ниндәй ғәйебе булмаған кешеләр золом ҡорбандарына әйләнде. «Халыҡ дошманы» мѳһѳрѳ тағылғандар ҡулға алынды, мѳлкәттәре тартып алынды, ғаилә ағзалары һѳргѳнгә ебәрелде. 40-ҡа яҡын ир-уҙаман золом ҡорбанына әйләнде. Урман ҡырҡыусы Сәлим Дәүләтхужиндың, район Советы секретары Айытбай Хәлиловтың, урмансылыҡта хисапсы булып эшләүсе Ғилмитдин Мағазовтың ниндәй генә ғәйебе булһын инде. Мѳхәррәм Хабрахмановты ағас ҡырҡып йѳрѳгән еренән ҡулға алалар. Сермәндә золом ҡорбан-дарын мәңгелләштереү маҡсатында 1989 йылда һәйкәл тѳҙѳлдѳ. Эҙләнеүҙәр, архив документтары буйынса...
Бурысын намыҫ менән үтәй 7-11-2012, 15:31 / Замандаш

Бурысын намыҫ менән үтәй

Сермән ауылынан Фәхрит-диновтар ғаиләһе ил һаҡларға киткән улдары хеҙмәт иткән частан Маҡтау ҡағыҙы алып һѳйѳндѳ. Азат Фәхритдинов былтыр декабрҙә армия сафына алынып, Владимир ѳлкәһенең Ковров ҡалаһында хәрби хеҙмәтен үтәй. Егет армияға тиклем Сермән мәктәбендә урта белем ала. Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй ул, унда үткәрелгән сараларҙың актив ҡатнашыусыһы була, тѳрлѳ спорт ярыштарында еңеүсе урындар яулай....
“Кѳлдѳрѳүсе газ”  Һаулыҡ өсөн зарарлы 7-11-2012, 15:27 / Яңылыҡтар

“Кѳлдѳрѳүсе газ” Һаулыҡ өсөн зарарлы

Кодеинлы препараттарҙы рецепһыҙ һатыу тыйылғандан бирле аҡ үлем ҡулланыусылар башҡа юл эҙләй. Киң мәғлүмәт саралары наркомандарҙың “күңелләндереүсе газ”ға күсеүе хаҡында хәбәр итә....
Йәшлек байрамы 7-11-2012, 15:24 / Мәҙәниәт

Йәшлек байрамы

Һәр йыл һайын бѳтә донъяла йәштәр кѳнѳн билдәләү матур традицияға әйләнгән. 12 августа - Халыҡ-ара, 27 июндә Рәсәй буйынса йәштәр кѳнѳ билдәләнһә, 10 ноябрҙә иһә, Бѳтә донъяның егет һәм ҡыҙҙары байрам итә....
Һарыҡ үрсетергә теләйҙәр 7-11-2012, 15:21 / Ауыл тормошо

Һарыҡ үрсетергә теләйҙәр

Ауыл кешеһенә кредит алыу еңелдән түгел. Банктар кредитҡа рѳхсәт ѳсѳн йә ҡала пропискаһы һорайҙар, йә ғаиләлә ике кеше эшләүенә ҡарайҙар, йә бюджет ѳлкәһе хеҙмәткәрҙәренә генә бирәләр. Ябай колхозсы ѳсѳн банк ишектәре ябыҡ тип әйтергә лә мѳмкин булыр ине, әгәр ҙә ауыл хужалығы бүлеге янындағы мәғлүмәт-консультация үҙәге аша «Россельхозбанк»тан кредит алыу мѳмкинлеге булмаһа....