Бар шундай участковый 9-11-2012, 10:55 / Замандаш

Бар шундай участковый

...Сермән ауылында йәшәгән өс туған май байрамын үткәрергә булалар. Ҡунаҡтар йыйыла. Төн уртаһына тиклем дауам иткән мәжлестә аҙағына ағалы-ҡустылы егеттәр араһында бәхәс тыуа. Ҡусты кеше бала саҡта ағаһының үҙен нисек итеп рәнйетеүен иҫенә төшөрә. Шул сәбәпле бәхәс оло низағҡа әүерелә. Ағай кеше, оҙаҡ уйлап тормайынса бысаҡҡа йәбешә һәм ҡустыһына бер-нисә тапғыр сәсә. Һуңынан ҡулына балта алып бер кемде лә яралы янына ебәрмәй. Һеңлеләре, был күренештән ҡото осоп тиҙ арала урындағы полиция участковыйына йүгерә. Николай Рыжов тиҙ арала енәйәт урынына килеп етә. Бәхеткә күрә, яралы егет тере...