Һаҡ булығыҙ: ҡотороу ауырыуы! 12-11-2012, 13:59 / Яңылыҡтар

Һаҡ булығыҙ: ҡотороу ауырыуы!

Йыл башынан республиканың Бѳрйән, Борай, Учалы райондарында ҡырағай хайуандар араһында ҡотороу ауырыуының 11 осрағы теркәлгән. Беҙҙең районда был ауырыу тѳлкѳләрҙә табылды. Улар ҡайһы бер ауылдарҙа шәхси хужалыҡтарға инде, бәхеткә күрә, кешеләр ҙә, йорт хайуандары ла зыян күрмәне. Шулай ҙа тейешле профилактик саралар күрелде: кешеләр вакцинация курсы үтте, хайуандарға прививка эшләнде....
«Кѳҙһылыу» конкурсы 12-11-2012, 13:55 / Мәҙәниәт

«Кѳҙһылыу» конкурсы

Әзекәй мәҙәниәт йортонда үткән «Кѳҙһылыу» конкурсы Халыҡтар берҙәмлеге байрамы менән тап килде. Тәүҙә йыйылыусыларҙы Әзекәй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Русим Рәмил улы Баймѳхәмәтов ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Һуңынан сәхнә түренә береһенән-береһе һылыу, һомғол ҡыҙҙар күтәрелде....
Саф һауаға ни етә... 12-11-2012, 13:53 / Экология

Саф һауаға ни етә...

2002 йылдың 10 ғинуарында ҡабул ителгән “Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау тураһында” Федераль Закондың 16 статьяһына ярашлы, бѳтә тѳр ойоштороу-хоҡуҡ формаһы буйынса эшләгән юридик шәхестәр, эшҡыуарҙар тәбиғәткә, һауаға кире йоғонто яһаған ѳсѳн билдәле хаҡ түләргә бурыслы....
Бала - ата-әсәнең кѳҙгѳһѳ 12-11-2012, 13:51 / Социаль ѳлкә

Бала - ата-әсәнең кѳҙгѳһѳ

Үҙәк каналдарҙың береһендә тележурналист Михаил Зеленский алып барған ток-шоуҙа шундай фекер яңғыраны:“Хәҙер беҙҙә йыртҡыстар үҫә, сѳнки беҙ үҙебеҙ йыртҡыстар, әфәнделәр”, -тип яуапланы ҡатнашыусыларҙың береһе. Уйланмаҫ ерҙән уйланырһың. Ысынлап та, бѳгѳнгѳ кѳндә үҫмерҙәр араһында баш етмәҫлек уҫал ниәт менән енәйәт ҡылыусылар осрай. Был ҡәҙәр агрессия, ҡанһыҙлыҡ ҡайҙан килә, кем тәрбиәләй йәш енәйәтселәрҙе?...
Йәшәгән һайын йәшәге килә 12-11-2012, 13:48 / Социаль ѳлкә

Йәшәгән һайын йәшәге килә

Сәғиҙә Исмәғил ҡыҙы Талхина Бирҙеғол ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Тыуған ауылында 4 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Татлы, Инйәр мәктәптәрендә белем ала. Белорет педагогия училищеһын тамамлап, 3 йыл мәктәптә эшләй һәм артабан институтта уҡыуын дауам итә. Аталары Хажин Исмәғил Хажи улы Башҡорт атлы кавалерия дивизия составында Берлинға тиклем барып етә. Ул һуғышҡа киткәндә Сәғиҙә Исмәғил ҡыҙына 3,6 йәш була. Әсәһе - Сәлимә Әхтәм ҡыҙы 6 бала менән тороп ҡала, иң бәләкәйҙәренә 6 ай булғандыр. Әсәләре аҡыллы, уңған, егәрле була. Уның уңғанлығы арҡаһында балалары астан үлмәй ҡала....
Паспортыңды юғалтма 12-11-2012, 13:47 / Яңылыҡтар

Паспортыңды юғалтма

2012 йылдың 11 айында Белорет миграция бүлеге паспорт юғалтҡаны ѳсѳн РФ КоАП-ының 19.16 статьяһы буйынса 304 гражданды яуаплылыҡҡа тарттырған. Ә срогы үткән паспорттар ѳсѳн 152 кешегә административ протокол тѳҙѳлгән. Паспорттарҙы күп осраҡта бер үк кешеләр юғалта икән....
Ҡорло ил -кѳслѳ ил 12-11-2012, 13:45 / Сәйәсәт

Ҡорло ил -кѳслѳ ил

Үткән аҙнала муниципаль район хакимиәтендә Белорет район-ҡала башҡорттары ҡоролтайының отчет йыйылышы булды. Уны Белорет район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Сафый улы Теләүбаев алып барҙы....
Һѳнәри байрамдарын билдәләнеләр 12-11-2012, 13:24 / Яңылыҡтар

Һѳнәри байрамдарын билдәләнеләр

Үткән шәмбе кѳнѳ эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамдарын билдәләне. Ошо йәһәттән «Белорет» муниципаль-ара бүлек хеҙмәткәрҙәре, ветерандар, полиция хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләре ҡала музыка мәктәбенә тантанаға йыйылды....
Белоретта - бизнес- омбудсмен 12-11-2012, 13:21 / Иҡтисад

Белоретта - бизнес- омбудсмен

Эшҡыуарлыҡты үҫтереү - яуаплы һәм етди бурыс Муниципаль район хакимиәте йортонда “Дәүләт, муниципаль һәм коммерция күмәртәләп һатып алыуҙары - бәләкәй эшҡыуарлыҡта предприятиеларҙың конкурентлығын күтәреүсе фактор. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә дәүләт ярҙамы - экономик үҫештең реаль нигеҙе”темаһына семинар үтте. Семинарҙы Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе Аппарат, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “БашЗаказ” әҙер бизнес-ҡарарҙар үҙәге һәм муниципаль район хакимиәте ойошторҙо. Унда 9 тѳбәктән эшҡыуарҙар, Белорет,...