Һуғандың мөғжизәле көсө 14-11-2012, 14:15 / Һаулығың-байлығың

Һуғандың мөғжизәле көсө

Халыҡ медицинаһында һуған көслө дауалау сараһы булараҡ төрлө ауырыуҙарҙа ҡулланыла. Уның составында тимер, калий, аскорбин кислотаһы, каротин, кверцетин, эфир майҙары, РР һәм В төркөмө витаминдары бар. Мәғлүм булыуынса, кверцетин - рак менән көрәшеүсе ҡеүәтле элемент. Һуғандың яңы һығылған һуты ангина, грипп менән сирләгәндә, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә, нервылар ҡаҡшағанда ярҙам итә. Диабетта: 2-3 ваҡлап туралған һуғанға 2 стакан йылы һыу ҡойоп, 7-8 сәғәт тоторға, һөҙөргә һәм дауаны көнөнә 3 тапҡыр аш алдынан 50-100 миллилитр эсергә....
Күңел кѳҙгѳһѳ  -   Күҙ 14-11-2012, 14:14 / Һаулығың-байлығың

Күңел кѳҙгѳһѳ - Күҙ

Халыҡ юҡҡа ғына иң ҡәҙерле нәмәне «күҙ ҡараһы кеүек һаҡла» тип әйтмәгәндер, сѳнки кеше ѳсѳн күҙ иң мѳһим һәм кәрәкле орган. Глаукома (һары һыу ауырыуы) - йыш ҡына һиҙелмәйенсә генә барлыҡҡа килә һәм күҙ ѳсѳн ҡурҡыныс ауырыу. Кәрәкле дауалау булмағанда, күҙҙең күреү һәләтен юғалта барып, тулыһынса һуҡырайыуға килтерә....
«Ҡулы оҙон» тынғы тапмаҫ 14-11-2012, 14:12 / Тәртип һағында

«Ҡулы оҙон» тынғы тапмаҫ

Бынан алда ла үтә ауыр енәйәт эшләп хѳкѳм ителгән ҡала кешеһе урлау һәм автомобилде ҡыуып алып китеүҙә ғәйепләнә. Ир кеше тәүҙә, автомобиль хужаһының тоҡандырыу йоҙағында асҡысын ҡалдырып китеүҙән файҙаланып, законһыҙ рәүештә автомобилде ҡулға тѳшѳрә һәм ҡыуып алып китә. Бер нисә кѳн үткәндән һуң ул тағы ла бер кешене туҡмап, ҡулдарын бәйләп, салбар кеҫәһенән аҡсаһын, тәмәкеһен һәм кеҫә телефонын, хатта ҡышҡы ботинкаларын һалдырып алып ҡаса....
Бәлә башы эскелектә 14-11-2012, 14:10 / Тәртип һағында

Бәлә башы эскелектә

Эсеп ултырған ике ир араһында бәхәс сығып китә һәм г-н М . шешәләшенә тәүҙә башы, һуңынан металдан эшләнгән кәстрүл менән һуға башлай. Ошо уҡ кѳндѳ, күпмелер ваҡыт үткәс, М. һаман тынысланмай һәм зыян күреүсене үлтерергә була. Үҙ теләген бойомға ашырыу маҡсатында ул шешәләшенең күкрәгенә 10 тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Был ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үлемгә килтерә....
Йәшәү  минимумы арта 14-11-2012, 14:07 / Социаль ѳлкә

Йәшәү минимумы арта

Башҡортостан Республикаһында пенсияға социаль ѳҫтәмәне билдәләү ѳсѳн 2013 йылға пенсионерҙың йәшәү минимумы дәүмәле 5690 һум тәшкил итергә тейеш. Әйткәндәй, Рәсәйҙең башҡа тѳбәктәрендәге кеүек, Башҡортостанда ла был ѳҫтәмә 2010 йылдың 1 ғинуарында ғәмәлгә индерелде....
Ауылға ҡоторған  тѳлкѳ килгән 14-11-2012, 14:04 / Ауыл тормошо

Ауылға ҡоторған тѳлкѳ килгән

Ҡоҙғон-Әхмәргә тѳлкѳ килеүе тураһында ауыл халҡы хәбәрҙар булһа ла, районда ҙур ғауға булманы. Яңыраҡ тѳлкѳнѳң ҡоторған булыуы диагнозы дѳрѳҫләнде. Республикабыҙ Президенты Рѳстәм Хәмитовтың «Башҡортостандың айырым ауыл биләмәләрендә хайуандарҙың ҡотороуына бәйле сикләү саралары индереү тураһында»ғы бойороғона ярашлы, карантин иғлан ителде. Карантин индерелгән ауылдар иҫәбенә Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы ла эләкте. Беҙ ҙә, был хәл менән яҡындан танышыу маҡсатында, юлға сыҡтыҡ....
Ғәмһеҙ булма, «Урал»ға һин, әйҙә, яҙыл! 14-11-2012, 14:01 / Мәҙәниәт

Ғәмһеҙ булма, «Урал»ға һин, әйҙә, яҙыл!

Үткән аҙнала Сермән модель китапханаһында «Урал »гәзите дуҫтарын йыйҙы. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, осрашыу гәзиттең 90 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторолдо. Редакция коллективы менән осрашыуға ауылдың битараф булмаған, ҡыҙыҡһыныусан халҡы йыйылды, тип әйтһәк тә хата булмаҫ....