Мәсет тѳҙѳү - халыҡ эше 26-11-2012, 14:38 / Иман

Мәсет тѳҙѳү - халыҡ эше

Ҡаланың Октябрьский биҫтәһендәге мәсеттең Ҡорбан байрамына асылыуына ѳмѳт итеүебеҙ бушҡа булып сыҡты. Исмаһам, ҡышҡылыҡҡа яғыулыҡ һәм яҡтылыҡ системаһын эшләп ѳлгѳртѳргә кәрәк ине....
Баландар бит ҡойолмайҙар... 26-11-2012, 14:36 / Һаулығың-байлығың

Баландар бит ҡойолмайҙар...

Ауылдарҙа командировкала булған саҡта, күптәрҙең баҡсаларында күҙҙең яуын алып ултырған балан емештәренә иғтибар иткәйнек. Ул шундай уңған, тәлгәштәре суҡ. Тик хужалары ниңәлер йыйып алмаған. Бәлки, баландың һаулыҡҡа шундай файҙалы емеш икәнен белеп бѳтмәйҙәрҙер? Шуға ла бѳгѳн гәзит уҡыусыларына баландың файҙаһы, дауаһы тураһында яҙып үтергә булдыҡ....
Күрше хаҡы штраф хаҡымы? 26-11-2012, 14:35 / Тәртип һағында

Күрше хаҡы штраф хаҡымы?

Заман башҡа, күршеләр ҙә башҡа, тип әйтергә була был суд ҡарары менән танышҡандан һуң. Йәмғиәтебеҙҙең сирле булыуын күрһәтеүсе тағы ла бер миҫал - күрше күршегә дуҫ, туған түгел, ә күп осраҡта бѳтѳнләй таныш булмаған әҙәм, йә иһә хас дошман, кѳндәш, тынғылыҡ бирмәгән тәртипһеҙ кеше һ.б. Дѳрѳҫѳн әйткәндә, хоҡуҡ тәртибе һағында тороусылар күршеләштәрҙең эштәрен ҡарауға ѳйрәнгән. Әммә ләкин эшһеҙҙәр, ярлы һәм байҙар арта барған йәмғиәттә, эскелек, наркомания, психик ауырыуҙар, битарафтар, берәҙәктәр һаны күҙгә күренеп арта. “Параллель донъя” тип аталған бер рейд мәҡәләһендә йәмғиәтебеҙҙә урам...
ЙОҠО   -    һаулыҡҡа файҙалы 26-11-2012, 14:32 / Һаулығың-байлығың

ЙОҠО - һаулыҡҡа файҙалы

Төнгө йоҡо тәбиғи булырға тейешле, әммә күптәр өсөн был хыялға әйләнеп бара. Ни өсөн улай? Дарыу эсмәйенсә генә йоҡоно көйләп буламы? Йоҡоһоҙлоҡтан арындырыуҙы үтенеп килгән бер ҡатын түбәндәгеләрҙе һөйләне: ”Төрлө ваҡиғалар менән тулы көн аҙағына яҡынлашты. Эштән, аралашыу тәьҫораттарынан арынып, ял ваҡыты кис етте - донъяны төн ҡараңғылығы ҡапланы. Һин яңы көндә яңы көс менән уяныр өсөн тәнеңде, йәнеңде талсыҡтырған арыу шул ҡараңғылыҡта иреп юғалырға тейеш кеүек. Мендәргә башыңды терәү менән йоҡлап китергә лә бит, тик керпек осона эленеп торған йоҡо шул мәл юҡҡа...
Йәшәү ѳлгѳһѳ күрһәтә 26-11-2012, 14:30 / Социаль ѳлкә

Йәшәү ѳлгѳһѳ күрһәтә

Хәбиәхмәтов Вәлиәхмәт Нуриәхмәт улы 1924 йылда Ноҡат ауыл Советына ҡараған Собханғол (Рәүәт) ауылында донъяға килгән. 7 бала араһында үҫкән ағайҙың һѳйләгән хәтирәләре тыңлап бѳтѳрлѳк түгел. Вәлиәхмәт ағай уҡығанда русса уҡытҡандар. Ул русса белмәһә лә, ятларға әүәҫ булған. VII класты тамамлағас, Сермән педучилищеһына уҡырға инә, әммә түләүле булғас (бер һыйыр хаҡы), ике курс та бѳтѳрә алмай....
Сысҡанға ла СЫР бушлай эләкмәй! 26-11-2012, 14:27 / Иҡтисад

Сысҡанға ла СЫР бушлай эләкмәй!

Бѳгѳн банктарҙан, финанс ойошмаларҙан кредит алмағандар арабыҙҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡтыр. Кемдән генә һораһаң да йә мебель, йә тѳҙѳлѳшкә, йә торлаҡ, йә туй үткәреүгә һәм башҡа сәбәптәр менән кредит алған. Әлбиттә, кредитты элек тә алғандар, әммә бѳгѳнгѳ кеүек киң ҡоласлы кредит системаһы Рәсәй тарихында булмағандыр. Кредиттарҙың тѳрлѳһѳ бар, тик маҡсаты ғына бер - бурысҡа аҡса алыу....
90 йәшлек “Урал” осрашыуҙар үткәрә 26-11-2012, 14:25 / Мәҙәниәт

90 йәшлек “Урал” осрашыуҙар үткәрә

Әхмәр ауылының активистары, “Урал”дың иң ышаныслы дуҫтары гәзиттең юбилейына арналған кисәгә теләп килде. Гәзиттең баш мѳхәррире Сатура Минһажитдинова баҫманың 90 йыллыҡ тарихына байҡау яһап, элекке мѳхәррирҙәрҙең, хеҙмәткәрҙәрҙең кѳсѳ, дәрте, аҡылы менән булдырылған матур традицияларҙың юғалмауы, заманға ярашлы гәзиттең эш алымдарының үҙгәреше, Әхмәрҙең арҙаҡлы кешеләре тураһында һѳйләне....
Әсәләргә дан йырлап 26-11-2012, 14:23 / Яңылыҡтар

Әсәләргә дан йырлап

Тимер юл ауылы китапханаһында Әсә кѳнѳнә арналған сара үтте. Унда әсәйҙәре менән II б класы уҡыусылары ҡатнашты. Китапханасы Лүзә Шәрифулла ҡыҙы Азаматова әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлағандан һуң китаптар һәм күргәҙмә менән таныштырҙы. Тѳрлѳ конкурстар, викториналар һәм уйындар әсәйҙәргә лә, балаларға ла оҡшаны. Бигерәк тә «Әгәр мин тылсым эйәһе булһам…», «Ни ѳсѳн әсәйемде яратам?», «Әсәйемдең ҡулдары…» кеүек һорауҙарға балалар ихлас, матур яуап бирҙе. Һуңынан әсәйҙәргә арналған шиғырҙар, йырҙар һәм таҡмаҡтар менән үҙҙәре эшләгән бүләктәрҙе тапшырҙылар....
Статистика отчетын -  Интернет аша 26-11-2012, 14:20 / Сәйәсәт

Статистика отчетын - Интернет аша

Статистика мәғлүмәттәрен һѳҙѳмтәле йыйыу, эшкәртеү сиктәрендә Башҡортостанстат республика территорияһында предприятие, ойошма һәм айырым бүлексәләрҙән беренсел статистик отчеттарҙы электрон цифрлы ҡултамға (ЭЦП) менән йыйыуҙы индерҙе....
«Эшләргә икән -   эшләргә!», 26-11-2012, 14:18 / Замандаш

«Эшләргә икән - эшләргә!»,

ти 7 йыл АТП-ла слесарь булып эшләүсе Ғәфүр Фәхретдинов Аҙнағолдан йѳрѳп эшләүенә һис тә зарланмай ул. - Колхозда бер килке аҡса бирелмәй башлағас, үҙемә эш эҙләргә тура килде, сѳнки ғаиләне ҡарарға, балаларҙы үҫтерергә, уҡытырға кәрәк бит, - ти Ғәфүр Шәмсетдин улы. Үҙ эшенә яуаплы ҡарағаны ѳсѳн ул күп тапҡырҙар Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Хәстәрлекле, ѳлгѳлѳ ғаилә башлығы ла ул. Тормош иптәше Рәмилә Ҡәләмбай ҡыҙы менән 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр....