Балаларҙы ла йәлләмәйҙәр бит... 28-11-2012, 14:29 / Яңылыҡтар

Балаларҙы ла йәлләмәйҙәр бит...

Белорет ҡалаһының бер биҫтәһендә сыҡҡан янғында ике баланың ғүмере ѳҙѳлѳүе хаҡында хәбәр иткәйнек. Башҡортостан Республикаһы дәүләт ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенең пресс-службаһы хәбәр итеүенсә, янғын сыҡҡан йорт хужабикәһе күршеһе менән тыуған кѳн мәжлесе үткәреп ултырған. Ике балаһы ла шунда булған. Ҡатындар ҡапыл ғына сыҡҡан тѳтѳндѳ күреп верандаға сыға һәм үҙҙәре дѳрләп янған утты һүндереп маташа. Әммә ут бик тиҙ йортҡа күсә һәм улар ѳйгә инеп балаларҙы алып сыға алмай ҡала....
Кѳнүҙәктә - страховкалау мәсьәләһе 28-11-2012, 14:27 / Хоҡуғыңды беләһеңме?

Кѳнүҙәктә - страховкалау мәсьәләһе

Ѳфѳлә Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы «Росгосстрах» компанияһы менән берлектә район-ҡала, республика матбуғат баҫмалары журналистары ѳсѳн «Страховкалау бѳгѳн. Башҡортостан Республикаһы страховкалау баҙары үҫеше киләсәге» программаһы буйынса семинар үткәрҙе....
УЛАР хѳрмәткә лайыҡ 28-11-2012, 14:25 / Ғаиләм-ҡәлғәм

УЛАР хѳрмәткә лайыҡ

Оло йәшкә етеп тә, дәрт-дарманы, алға ынтылышы, фекер сослоғо менән йәштәргә үрнәк булырлыҡ кешеләр бар һәр ауылда. Беҙҙең Абҙаҡ ауылы ла ошондай абруйлы кешеләрҙән мәхрүм түгел. Бергә йәшәүҙәренең 51-се кѳҙѳн ҡаршы алған Хәбирә Йәрмѳхәмәт ҡыҙы һәм Әүәл Зәбир улы Ғайсиндар нәҡ шундайҙарҙан. Улар икеһе лә һуғыш йылдары балалары. Әүәл ағайҙың атаһы Зәбир Динислам улы Ғайсин да, Хәбирә апайҙың атаһы Йәрмѳхәмәт Йомағужа улы Йомағужин да балаларының тыныслығы ѳсѳн һуғышта баш һалғандар....
Бәхетте үҙе яулай 28-11-2012, 14:22 / Үрнәк

Бәхетте үҙе яулай

ҠЫҪҠА ҒҮМЕРЛЕ БАЛА САҠ Тауҙар ҡуйынында иҙрәп кенә ятҡан Айыс ауылында тыуған Камилә Сәмситдин ҡыҙы Рәхмәтуллинаның балалыҡ йылдары бик ҡыҫҡа була - 13 йәшендә әсәһе, 15 йәшендә атаһы мәрхүм булып ҡала. Бына шулай Маһира Мырҙағәле ҡыҙы менән Сәмситдин Камалитдин улы Дауытовтар бәлиғ булмаған 6 баланы етем ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күсәләр. Хәсирә, Мәүсилә, Камилә, Айса, Мѳхәмәт, Ғәлим тормош менән бик иртә күҙгә-күҙ ҡараша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мѳхәмәт менән Ғәлим был яҡты донъянан иртә китә. Бѳгѳнгѳ кѳндә Хәсирә менән Айса Межгорьела, Мәүсилә Егәҙелә. Ә беҙҙең геройыбыҙ - үҙенең 60 йәшен...
Бер шәмдең яҡтыһы икенсеһенә күләгә булмай 28-11-2012, 14:19 / Конкурстар

Бер шәмдең яҡтыһы икенсеһенә күләгә булмай

2010 йылда үткән Талип Латипов исемендәге I район Ҡурай конкурсында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡурайсы С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, фольклорсы Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдинов: “Бер шәмдең яҡтыһы икенсеһенә күләгә булмаған кеүек, икенсе конкурста Талип ағайҙың исеме янында мәшһүр ҡурайсы һәм композитор Әбделғәфи Хәлфетдиновтың исеме лә йәнәшә торһа, бик шат булыр инем”, - тигән теләк белдергәйне....
Балалар пособиеһы  ҡулайлаштырыла 28-11-2012, 14:17 / Социаль ѳлкә

Балалар пособиеһы ҡулайлаштырыла

2013 йылдан балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ай һайын бирелгән пособие һәм социаль ярҙамдың бер нисә тѳрѳ берләштерелә. 2012 йылдың 23 июлендә «Башҡортостан Республикаһы балалы ғаиләләргә социаль ярҙам ѳлкәһендәге ҡайһы бер закон акттарына үҙгәртеүҙәр индереү тураһында» закон ҡабул ителде....
Яңы торлаҡ менән ҠОТЛАЙБЫҘ! 28-11-2012, 14:16 / Социаль ѳлкә

Яңы торлаҡ менән ҠОТЛАЙБЫҘ!

Был юлы етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған категорияға ингән 5 йәш кеше фатирлы булды. Руслан Абдуллин, Наталья Менщикова, Анастасия Галицкова, Гѳлназ Камалетдинова, Наталья Граб тантаналы шарттарҙа муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Владислав Миронов ҡулынан фатир асҡысы алды. В.Г. Миронов ҡотлау телмәре менән сығыш яһаны һәм Хѳкүмәт тарафынан етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә күрһәткән хәстәрлектәренә рәхмәт белдерҙе, яңы закондар менән таныштырҙы. Мәҫәлән, 2010 йылда ошо маҡсатҡа федераль һәм республика бюджеттарынан Белорет районына 3 миллионға яҡын...