90 йәшлек “Урал” осрашыуҙар үткәрә 26-11-2012, 14:25 / Мәҙәниәт

90 йәшлек “Урал” осрашыуҙар үткәрә

Әхмәр ауылының активистары, “Урал”дың иң ышаныслы дуҫтары гәзиттең юбилейына арналған кисәгә теләп килде. Гәзиттең баш мѳхәррире Сатура Минһажитдинова баҫманың 90 йыллыҡ тарихына байҡау яһап, элекке мѳхәррирҙәрҙең, хеҙмәткәрҙәрҙең кѳсѳ, дәрте, аҡылы менән булдырылған матур традицияларҙың юғалмауы, заманға ярашлы гәзиттең эш алымдарының үҙгәреше, Әхмәрҙең арҙаҡлы кешеләре тураһында һѳйләне....
Әсәләргә дан йырлап 26-11-2012, 14:23 / Яңылыҡтар

Әсәләргә дан йырлап

Тимер юл ауылы китапханаһында Әсә кѳнѳнә арналған сара үтте. Унда әсәйҙәре менән II б класы уҡыусылары ҡатнашты. Китапханасы Лүзә Шәрифулла ҡыҙы Азаматова әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлағандан һуң китаптар һәм күргәҙмә менән таныштырҙы. Тѳрлѳ конкурстар, викториналар һәм уйындар әсәйҙәргә лә, балаларға ла оҡшаны. Бигерәк тә «Әгәр мин тылсым эйәһе булһам…», «Ни ѳсѳн әсәйемде яратам?», «Әсәйемдең ҡулдары…» кеүек һорауҙарға балалар ихлас, матур яуап бирҙе. Һуңынан әсәйҙәргә арналған шиғырҙар, йырҙар һәм таҡмаҡтар менән үҙҙәре эшләгән бүләктәрҙе тапшырҙылар....
Статистика отчетын -  Интернет аша 26-11-2012, 14:20 / Сәйәсәт

Статистика отчетын - Интернет аша

Статистика мәғлүмәттәрен һѳҙѳмтәле йыйыу, эшкәртеү сиктәрендә Башҡортостанстат республика территорияһында предприятие, ойошма һәм айырым бүлексәләрҙән беренсел статистик отчеттарҙы электрон цифрлы ҡултамға (ЭЦП) менән йыйыуҙы индерҙе....
«Эшләргә икән -   эшләргә!», 26-11-2012, 14:18 / Замандаш

«Эшләргә икән - эшләргә!»,

ти 7 йыл АТП-ла слесарь булып эшләүсе Ғәфүр Фәхретдинов Аҙнағолдан йѳрѳп эшләүенә һис тә зарланмай ул. - Колхозда бер килке аҡса бирелмәй башлағас, үҙемә эш эҙләргә тура килде, сѳнки ғаиләне ҡарарға, балаларҙы үҫтерергә, уҡытырға кәрәк бит, - ти Ғәфүр Шәмсетдин улы. Үҙ эшенә яуаплы ҡарағаны ѳсѳн ул күп тапҡырҙар Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Хәстәрлекле, ѳлгѳлѳ ғаилә башлығы ла ул. Тормош иптәше Рәмилә Ҡәләмбай ҡыҙы менән 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр....
Әсә ризалығы 23-11-2012, 14:16 / Яҙмыштар

Әсә ризалығы

Әсәһен һуңғы юлға оҙатҡас, Ҡәҙриә үҙенә урын тапманы. Хәлен еңеләйттереү ѳсѳн магазиндан ҡырҡ градуслыһын да алып ҡайтты. Ире ҡайтыуға апаруҡ булып алғайны инде. Иренең дә кәйефе шәптән түгел. Шуға ла теге шешәне һә тигәнсе бушатып та ҡуйҙылар. Әммә ҡайғыларын араҡы менән батырырға күпме тырышмаһындар, күңел тыныслығы таба алманылар....
Әсәйем, бәғеркәйем... 23-11-2012, 14:14 / Мәҙәниәт

Әсәйем, бәғеркәйем...

Һәр кемгә әсә яҡын. Балалар араһында әсә абруйын арттырыу маҡсатында мәктәптәрҙә балалар инша, шиғырҙар яҙған. Мѳхәрририәткә Йѳйәк мәктәбенән бер ҡосаҡ ижиди эштәр килде....
Швеция - Белорет  дуҫлығы нығый 23-11-2012, 14:12 / Сәйәсәт

Швеция - Белорет дуҫлығы нығый

Швецияның Дегерфорс ҡалаһы делегацияһы Белоретҡа рәсми визит яһаны. Был шведтарҙың Белорет районына тәүге сәфәре түгел. Райондың Тирлән ауылында башланып киткән дуҫлыҡ тамырҙарын тикшереп ҡараһаң, ул XIX быуат дәүеренә үк барып тоташа, сөнки нәҡ шул ваҡыттарҙа, Пашковтарҙың металлургия заводын үҫтереү өсөн Швециянан Тирлән ауылына оҫталар килә....
Иртәгә      -    Әсә   кѳнѳ 23-11-2012, 14:10 / Яңылыҡтар

Иртәгә - Әсә кѳнѳ

Ҡаланың “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының “Бал ҡорто” тѳркѳмѳндә Әсә кѳнѳнә арналған сара үтте. Унда балалар әсәләрен ҡотлап, концерт күрһәтте, үҙҙәренең балалар баҡсаһындағы кескәй генә донъялары менән таныштырҙы. Байрам бергәләшеп күңелле сәй эсеү менән тамамланды....
Урманда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотма 21-11-2012, 16:38 / Экология

Урманда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотма

Урмандың яҡшы торошо күп осраҡта беҙҙең уға мѳнәсәбәтебеҙгә бәйле. Урман янғындары, сүп-сар ташлау, законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыу һәм тѳҙѳлѳштәр - былар кешенең вайымһыҙлығы һѳҙѳмтәһе. Йәшел байлығыбыҙҙы киләсәк быуынға һаҡлап ҡалыу ѳсѳн бер нисә ябай ҡағиҙәне үтәү мотлаҡ....
Сѳмбѳлә,  Сѳмбѳлә... 21-11-2012, 16:36 / Мәҙәниәт

Сѳмбѳлә, Сѳмбѳлә...

Сѳмбѳлә, Сѳмбѳлә тип дүрт йәшлек улым күптән йырлап йѳрѳй. Ҡалай ят йыр, тип уйлап ҡуя инек. Ноябрь башында балалар баҡсаһында үткән сарала «Сѳмбѳлә»нең йыр ғына түгел, ә ҙур байрам булыуына шаһит булдыҡ....