Хеҙмәткәрҙе штатҡа индереү хоҡуғы 19-11-2012, 15:42 / Хоҡуғыңды беләһеңме?

Хеҙмәткәрҙе штатҡа индереү хоҡуғы

Хеҙмәт законы менән ҡаралған гарантиялар: эштән китеү пособиеһы, айына ике тапҡырҙан да кәм булмаған эш хаҡы, ғаиләле хеҙмәткәрҙәргә гарантиялар, отпуск, ѳҫтәмә ял кѳндәре, эш сәғәтенән тыш эшләгән ѳсѳн түләүҙәр....
Хеҙмәт килешеүенең гражданлыҡ-хоҡуҡтан айырмаһы нимәлә? 19-11-2012, 15:38 / Хоҡуғыңды беләһеңме?

Хеҙмәт килешеүенең гражданлыҡ-хоҡуҡтан айырмаһы нимәлә?

Район-ара прокурор ярҙамсыһы В. Чиликин яуап бирә: Белорет ҡалаһындағы тѳрлѳ тѳр предприятиеларында законһыҙ гражданлыҡ-хоҡуҡ килешеү факттары йышайғандан йышая бара, ә бит бындай мѳнәсәбәттәр хеҙмәт закондары менән кѳйләнә....
ДИМА, ҺИН   йүнәлергә   тейеш! 19-11-2012, 15:37 / Социаль ѳлкә

ДИМА, ҺИН йүнәлергә тейеш!

Дмитрий Богодеров - районда һәм ҡалала күптәр белгән эшҡыуар Богодерова Ғәлиә Закир ҡыҙының улы. Ул хәҙер айҙан ашыу Мәскәүҙә Бурденко исемендәге хәрби госпиталдә дауалана. Әсәһе лә ай буйы улының янынан китмәй....
Еланда баш яман шеше менән яфаланған һалдатты ѳс ай буйы гаймориттан дауалағандар 19-11-2012, 15:35 / Яҙмыштар

Еланда баш яман шеше менән яфаланған һалдатты ѳс ай буйы гаймориттан дауалағандар

Әсәһе килгәндән һуң ғына ауыр хәлдәге һалдатты Мәскәүгә Бурденко исемендәге хәрби госпиталгә ебәрәләр. Яман даны таралған Елань гарнизонындағы низағ-ыҙғыштарҙың ахыры бер ваҡытта ла булмаҫ кеүек. Был юлы 44959-сы хәрби часта хеҙмәт иткән һалдат стройҙа иҫтән яҙып йығыла башлағас һәм бѳтѳнләй хәтерен юғалтҡас ҡына врачтар башында яман шеш булыуын асыҡлай. Быға тиклем армия врачтары егеттең зарланыуын... танау ҡыуышлығының елһенеүе тип кенә билдәләйҙәр һәм дауалайҙар. Ил һаҡлаусының һүҙҙәренә ҡарағанда, баш ауыртыуы офицерҙың ауыр һалдат ботинкаһы менән елкә тѳбѳнә ныҡ итеп типкәндән һуң...
Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамдарын билдәләне 19-11-2012, 15:32 / Ауыл тормошо

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре һѳнәри байрамдарын билдәләне

Республикабыҙҙа ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре кѳнѳ уңайынан тантаналы йыйылыш үтте. Унда алдынғы хужалыҡтар, етәкселәр, игенселәр, малсылар, механизаторҙар, һауынсылар, эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре Рәсәй, республика һәм Ауыл хужалығы министрлығының юғары наградалары менән бүләкләнде. Һѳнәри байрамдары уңайынан беҙ муниципаль район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе В.В.Красавинға мѳрәжәғәт иттек....
Хеҙмәт һѳйгәнде ил һѳйә 19-11-2012, 15:28 / Ауыл тормошо

Хеҙмәт һѳйгәнде ил һѳйә

«Белорет һѳт, май-сыр комбинаты” йәмғиәте директоры Н.С. Фәйзуллин йылдан-йыл предприятиеның үҫешен, продукция тѳрлѳлѳгѳн һәм сифатын яҡшыртыуға ѳлгәшкән, оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәте ѳсѳн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем алды....
«Был проект бѳтәбеҙгә лә кәрәк» 19-11-2012, 15:26 / Сәйәсәт

«Был проект бѳтәбеҙгә лә кәрәк»

Башҡортостан Президенты Рѳстәм Хәмитов: «Берҙәм Рәсәй» яңы проект башлауы тураһында иғлан итте, исеме лә һәйбәт - «Яҡташтар». Идеяһы шәп - эргәбеҙҙә йәшәгән кешеләр араһынан «беҙҙең быуын геройын» асыҡлау. Күпселек фекере буйынса районы, республика, илебеҙ тормошона тос ѳлѳш индергән кешеләрҙе атау....
Республика халҡы батырҙарын белергә тейеш 15-11-2012, 15:24 / Сәйәсәт

Республика халҡы батырҙарын белергә тейеш

Альберт Мифтахов: Башҡортостанда ноябрь башында «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Яҡташтар» тѳбәк партия проекты старт алды «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткәрелгән конференцияла «Берҙәм Рәсәй» партияһының тѳбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов проект менән таныштырҙы. Проекттың тѳп маҡсаты - республиканың һәр районы тарихын шәхестәрҙә күрһәтеү....
Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 15-11-2012, 15:23 / Сәйәсәт

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Сермән ауыл биләмәһенең социаль-мәҙәни үҙәгендә ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, муниципаль район Советы, район хакимиәте бүлектәре, идаралыҡтары начальниктары ҡатнашлығында Федераль һәм Республика закондарын бойомға ашырыуҙа ауыл биләмәләре хакимиәттәренең район Советы, Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль район хакимиәте, республика һәм федераль әһәмиәттәге бүлектәр һәм идаралыҡтар менән берлектә эшләүен тәьмин итеү буйынса семинар булып үтте....
Һуғандың мөғжизәле көсө 14-11-2012, 14:15 / Һаулығың-байлығың

Һуғандың мөғжизәле көсө

Халыҡ медицинаһында һуған көслө дауалау сараһы булараҡ төрлө ауырыуҙарҙа ҡулланыла. Уның составында тимер, калий, аскорбин кислотаһы, каротин, кверцетин, эфир майҙары, РР һәм В төркөмө витаминдары бар. Мәғлүм булыуынса, кверцетин - рак менән көрәшеүсе ҡеүәтле элемент. Һуғандың яңы һығылған һуты ангина, грипп менән сирләгәндә, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә, нервылар ҡаҡшағанда ярҙам итә. Диабетта: 2-3 ваҡлап туралған һуғанға 2 стакан йылы һыу ҡойоп, 7-8 сәғәт тоторға, һөҙөргә һәм дауаны көнөнә 3 тапҡыр аш алдынан 50-100 миллилитр эсергә....