ӘСӘЙҘӘРГӘ АРНАЛДЫ 3-12-2012, 15:55 / Мәҙәниәт

ӘСӘЙҘӘРГӘ АРНАЛДЫ

Ноҡат мәктәбендә Әсә кѳнѳнә арналған кисә үтте. Тәүҙә уҡыусылар әсәйҙәргә арнап әҙәби-музыкаль композиция күрһәтте. Күп балалы әсәйҙәр - 5 бала әсәһе Юлиә Хажиәхмәтованы, 4 балаға ғүмер биргән Рәфинә Мырҙағәлинаны, Гѳлирә Заһиҙуллинаны, 3 бала тәрбиәләүсе Гѳлсинә Хажиәхмәтова, Розалия Ғиниәтова, Гѳлназ Исмәғилеваны һәм башҡа әсәйҙәрҙе ҡотлап шиғырҙар, йырҙар яңғыраны. Шулай уҡ Юлиә Хажиәхмәтованы “Әсәлек даны” миҙалы алыуы менән ҡайнар ҡотланыҡ. Зѳлфиә Хажиәхмәтова, Айгѳл Мырҙагилдина, Азалия Исмәғилева башҡарыуында «Әсәйҙәргә фәтиха» йыры бүләк булһа, уҡыусылар үҙҙәре эшләгән открыткаларҙы...
Ниңә ғәҙеллек юҡ? 3-12-2012, 15:53 / Социаль ѳлкә

Ниңә ғәҙеллек юҡ?

«Хѳрмәтле редакция! Мин 2009 йылдан пенсия алам. Беҙҙең совхоз бѳткәндән һуң мәшғүллек үҙәге 53 йәштән хаҡлы ялға ебәрҙе. Ошо йылдар менән бергә 31-32 йыл эш стажым бар. Үҙем ветеринар, сусҡа ҡараным. Ял кѳндәрендә лә, байрамдарҙа ла, отпускы ваҡытында ла ал-ял белмәй эшләнем. Ѳс бала әсәһе инем, ѳлкән ҡыҙым 1,6 йәшендә вафат булды. 1993 йылда ирем үлеп китте, ул совхозда ветеринар булып эшләй ине. Ике баланы янғыҙым үҫтерҙем. Шуға ҡарамаҫтан, миңә минималь пенсия түләйҙәр. 1 ғинуарҙан 5200 һум. Пенсия түләү буйынса мәғлүмәттәрҙе ҡарап ултырҙым да аптырап ҡуйҙым - бер ҡайҙа ла 5200 һум...
Үҙегеҙҙе     сирҙән  һаҡлағыҙ 3-12-2012, 15:51 / Һаулығың-байлығың

Үҙегеҙҙе сирҙән һаҡлағыҙ

1998 йылда Бѳтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 1 декабрҙе Бѳтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы кѳрәш кѳнѳ тип иғлан итә. ВИЧ-инфекцияһын профилактикалау буйынса саралар 2025 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының демографик сәйәсәт концепцияһына индерелгән....
АҘНАЛЫЛАР - “Урал” менән 3-12-2012, 15:50 / Яңылыҡтар

АҘНАЛЫЛАР - “Урал” менән

Абруйлы уҡытыусылар Айһылыу Сәмсетдинова, Дилара Хызырова, Лениза Лоҡманова, китапханасы Рәмзиә Суфиянова, клуб мѳдире Рәшиҙә Ғәйфуллина, уҡытыусы-пенсионер Рәфилә Лоҡманова, хаҡлы ялдағы инәйҙәр - апалы-һеңлеле Фәнисә Ғәлимова, Ғәфифә Әхмәтшина, Рима Әлибаева, Таңһылыу Әбдрәхимова үҙҙәрен “Урал”дың дуҫтары итеп танытты. Зирәк, ҡыҙыҡһыныусан, тура һүҙле, намыҫлы Фәнисә һәм Ғәфифә инәйҙәр “Урал”ға теләктәрен белдерҙе: ”Гәзитте ғүмер буйы алдырабыҙ, уҡыйбыҙ. Бер үпкә һүҙем дә бар, ул да булһа, Зѳлфәр ағайым Хисмәтуллин тураһында бер ҙә яҙмауҙары. Ә бит ул бик абруйлы кеше булған заманында....
Ваҡытында һалым түләү уңайлы! 3-12-2012, 15:30 / Социаль ѳлкә

Ваҡытында һалым түләү уңайлы!

2012 йылдың 1 ноябренән физик шәхестәрҙең 2011 йыл ѳсѳн һалым түләү ваҡыты үтте. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер транспорт саралары, мѳлкәт һәм ер участкалары хужалары закон тарафынан ҡуйылған ваҡытта район-ҡалала 13 меңдән ашыу кеше һалым түләмәгән....
Йәш ғаиләләргә ЯРҘАМ 3-12-2012, 15:29 / Яңылыҡтар

Йәш ғаиләләргә ЯРҘАМ

Бѳгѳн йәштәрҙең күбеһе ғаилә ҡороу һәм бала табыуҙы икенсе планға күсереп тора. Социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, йәш ғаиләләр бала табырға теләмәүҙең ике сәбәбен - торлаҡ алыу перспективаларының юҡлығын һәм килемдәренең түбән булыуын атай. Йәштәрҙең торлаҡ проблемаһын хәл итер, демографик хәлде яҡшыртыр, ғаилә институтын нығытыр ѳсѳн республикала тѳрлѳ социаль программалар уңышлы эшләп килә. «Йорткомплект» проекты тураһында һѳйләгәйнек инде. Бѳгѳнгѳ һүҙ «Торлаҡ» маҡсатлы федераль программаһына ҡараған «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» программаһы хаҡында....
ПРОЕКТ старт алды 3-12-2012, 15:27 / Сәйәсәт

ПРОЕКТ старт алды

“Берҙәм Рәсәй” партияһының республика башҡарма комитеты етәксеһе Альберт Мифтахов иғлан иткән “Яҡташтар” проекты 6 ноябрҙә үк старт алды. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рѳстәм Хәмитовтың “Яҡташтар” проектын хуплап сығыш яһауы урындарҙа яңы проекттың әһәмиәтенең артыуына этәргес кѳс булды. “Урал” гәзитенең 22 ноябрь һанында баҫылған “Йәмғиәт тамырһыҙ үҫмәй” тип аталған әңгәмәлә һүҙ ошо хаҡта барҙы һәм унан һуң тәҡдимдәр менән шылтыратыуҙар, һѳйләшеүҙәр булды....