Эшҡыуарҙар иғтибарына! 6-12-2012, 13:47 / Яңылыҡтар

Эшҡыуарҙар иғтибарына!

Район-ҡала Пенсия фонды идаралығы шәхси эшҡыуарҙарға 31 декабргә тиклем страховка иғәнәләрен түләргә кәрәклеген иҫтәренә тѳшѳрә. Мотлаҡ пенсия һәм медицина страховкалау иғәнәләре суммаһы 2013 йылдан 32479,2 һумға һәм 6370,92 һумға арта. Ғәмәлдәге законда страховка иғәнәләрен түләүҙән азат итеүсе бер ниндәй норма юҡ....
Ғәҙәти  кѳн  байрамға әүерелде 6-12-2012, 13:44 / Мәҙәниәт

Ғәҙәти кѳн байрамға әүерелде

Ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәгендә инвалид балаларҙың XV спорт һәм мәҙәниәт фестивале үтте. Йыл һайын да үткәрелеп килгән һәм матур традицияға әйләнгән сарала район һәм ҡаланан йѳҙҙән ашыу бала ҡатнашты....
Тѳрлѳ йылдар эстафетаһы 6-12-2012, 13:37 / Спорт һәм туризм

Тѳрлѳ йылдар эстафетаһы

2000 йылда Сиднейҙағы Ҙур барьер рифы янына Олимпия уты һыу аша үткәрелә - Австралия биологы Вэнди Крейг-Дункан факелды дингеҙ аҫтынан алып сыға. Факел махсус осҡонланыусы состав менән эшләнә, был уға һыу аҫтында яныу менән бергә яҡтылыҡ сығарыу мѳмкинлеге тыуҙыра. Олимпия утын алып барыуҙа Тѳньяҡ Америка коноэ, дѳйәләр кеүек үҙенсәлекле алымдар ҙа ҡулланыла....
Башҡортостан Олимпиада утын ҡаршылауға әҙерләнә 6-12-2012, 13:35 / Спорт һәм туризм

Башҡортостан Олимпиада утын ҡаршылауға әҙерләнә

Ѳфѳ ҡалаһы хакимиәтендә «Сочи- 2014» Олимпиада уты эстафетаһына әҙерләнеү һәм үткәреү буйынса кәңәшмә булып үтте. Бындай күләмле сараны үткәреү буйынса фекер алышырға министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ тѳбәк вуздары вәкилдәре килде....
«КЭС-БАСКЕТ» лигаһының зона этабы тамам 6-12-2012, 13:34 / Спорт һәм туризм

«КЭС-БАСКЕТ» лигаһының зона этабы тамам

Белорет районында «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатының сираттағы зона этабы ярыштары үтте....
АФАРИН, ЛӘЙСӘН! 6-12-2012, 13:33 / Спорт һәм туризм

АФАРИН, ЛӘЙСӘН!

Чебоксар ҡалаһында ауыр атлетика буйынса Рәсәй кубогы дауам итә....
Хәҙер бәлиғ булмағандарға спиртлы эсемлектәр һатмаҫтар 6-12-2012, 13:30 / Яңылыҡтар

Хәҙер бәлиғ булмағандарға спиртлы эсемлектәр һатмаҫтар

Балалар араһында ла спиртлы эсемлектәр менән мауығыусылар бар. Әлбиттә, был ил именлегенә лә ҙур хәүеф тыуҙыра. Кемдер кеҫә ҡалынайта, кемдер һәләкәткә бара. Балалар яҙмышына битараф кеше генә бәлиғ булмағандарға араҡы, һыра тотторасаҡ....
Депутаттар Белорет ерендә 6-12-2012, 13:28 / Сәйәсәт

Депутаттар Белорет ерендә

5 декабрҙә муниципаль район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитетының күсмә ултырышы үтте. Уны комитет рәйесе Ф.А. Сайфуллин алып барҙы. Комитет эшендә Белорет районы муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов ҡатнашты....