Иң-иңдәр - Президент шыршыһына! 21-12-2012, 13:23 / Яңылыҡтар

Иң-иңдәр - Президент шыршыһына!

Мәскәүгә - 26 декабрҙә үтәсәк Кремль шыршыһына быйыл ҡалабыҙҙың 21-се мәктәбе уҡыусыһы, мәктәптән тыш эштәр үҙәгенең вокал студияһы тәрбиәләнеүсеһе Евгения Юрочкина бара. Һәр яҡлап та килгән ҡыҙ тѳрлѳ олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай, тѳрлѳ кимәлдә уҙғарылған музыка конкурстары дипломанты һәм лауреаты....
Хѳрмәтле белореттар! 21-12-2012, 13:22 / Яңылыҡтар

Хѳрмәтле белореттар!

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы кѳнѳ менән ихлас ҡотлайым! Был тѳп документты ҡабул итеү менән Башҡортостан тарихында яңы осор башланды, республикабыҙҙың Рәсәй Федерацияһы составында тотороҡло үҫеше һәм күп милләтле халҡының мәнфәғәттәрен яҡлауҙың гарантияһы булды. Конституция Башҡортостандың хоҡуҡи дәүләт һәм гражданлыҡ йәмғиәтен тѳҙѳү юлынан артабан хәрәкәт итеүе ѳсѳн тоғро ориентирға әйләнде....
“Оло кешенең   социаль портреты”  конкурсына йомғаҡ яһалды 21-12-2012, 13:19 / Конкурстар

“Оло кешенең социаль портреты” конкурсына йомғаҡ яһалды

Пенсия фонды, ветерандар ойошмаһы һәм урындағы гәзиттәр менән берлектә ҡаланың 250 йыллығына, Халыҡ-ара ололар кѳнѳнә арнап ойошторолған “Оло кешенең социаль портреты” конкурсына йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр билдәләнде. Дүрт айҙан ашыу барған конкурста оло йәштәгеләр үҙҙәре лә бик актив ҡатнашты....
Абҙаҡтар менән  Осрашыу 20-12-2012, 14:52 / Мәҙәниәт

Абҙаҡтар менән Осрашыу

Осрашыу күңелдә ике тѳрлѳ тойғолар уятты - гәзитебеҙ ѳсѳн янып-кѳйѳп йәшәүсе дуҫтарыбыҙға шат булһаҡ, “Урал” гәзитенә яҙылыусыларҙың әҙерәк булыуына күңел ҡырылды. Почтальондарҙың халыҡ менән уртаҡ тел табып, гәзитебеҙҙең тиражын арттырыу ѳҫтѳндә эшләйәсәктәренә ҙур ѳмѳттәр бағлап ҡайттыҡ....
КѲЛѲҮҘӘН ШАТЛЫҠ ГОРМОНДАРЫ  КҮБӘЙӘ, Ә СТРЕСС ГОРМОНДАРЫ  ТҮБӘНӘЙӘ 19-12-2012, 15:03 / Ял минуттарында

КѲЛѲҮҘӘН ШАТЛЫҠ ГОРМОНДАРЫ КҮБӘЙӘ, Ә СТРЕСС ГОРМОНДАРЫ ТҮБӘНӘЙӘ

Ҡатыны иренән һорай: - Яңы секретарь ҡыҙ алғанһың тип ишеттем. - Эйе. - Нисек һуң эше? - Әйбәт. Ѳлгѳрә. - Сибәрме? - Матур. - Нисек кейенә? - Тиҙ......
Нимә ул экстремизм? 19-12-2012, 15:01 / Социаль ѳлкә

Нимә ул экстремизм?

Һуңғы ваҡытта ҡайҙа ҡарама, ҡайҙа барма экстремизм тураһында һѳйләйҙәр. Был һүҙ, ысынлап та, хәҙер аҙым һайын осрай. «Нимә ул экстремизм?» тигән һорауға яуап табыу маҡсатында Белорет район-ара прокуроры ярҙамсыһы Артур Сафинға мѳрәжәғәт иттек: - 2002 йылдың 25 июленән кѳсѳнә ингән «Экстремистик эшмәкәрлеккә ҡаршы тороу тураһында» Федераль закон кеше һәм граждандың хоҡуғын һәм иркен яҡлау маҡсатында экстремизм эшмәкәрлегенә ҡаршы тороуға йүнәлтелгән....
Балалар йортонда  ҡурай түңәрәге 19-12-2012, 15:00 / Мәҙәниәт

Балалар йортонда ҡурай түңәрәге

Ноябрҙә яҡташыбыҙ, БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев Сермән балалар йортонда булды. Ул: «Сермән балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен ҡурайҙа ѳйрәтеү ѳсѳн», - тип 20 ҡурай һәм 10 футболка бүләк итте....
Ҡаҙаныңа ни һалһаң, ҡалағыңда шул булыр 19-12-2012, 14:58 / Ауыл тормошо

Ҡаҙаныңа ни һалһаң, ҡалағыңда шул булыр

Ғәҙәттә, ауылда йәшәп тә мал тотмай, ҡош-ҡорт үрсетмәй йә иһә баҡса үҫтермәй йәшәгән ғаиләләргә элек-электән ҡырын ҡараш ташлап, ғәйеп итеп ҡарайҙар. Рәхәтләнеп үҙ итеңде, май-ҡаймағыңды, йәшелсәңде ашап ғүмер итмәгәс, ауылда тороуҙың бер ҡыҙығы ла, файҙаһы ла юҡ, тип һанай ундайҙар. Шуға күрә, ҡасандыр һәр ғаиләгә бер баштан да артыҡ һыйыр тотоуҙы тыйған закон үҙ көсөн юғалтҡас, йүнселдәр, етеш йәшәргә тырышҡандар күпләп мал үрсетеп тормошон яйға һалырға тырыша. Кәртәһендә бер түгел буралай ике һыйыры, тиҫтәләгән ҡош-ҡорто булғанда, кешенең иртәгәһе көнгә ышанысы ла, өмөтө лә ҙурая...
Һәйбәт ужым - уңыш  нигеҙе 19-12-2012, 14:56 / Ауыл тормошо

Һәйбәт ужым - уңыш нигеҙе

Декабрь тамамлана. Ҡыш һауа температураһының йыш алмашыныуы менән башланды - тәүлек эсендә ямғыр яуҙы, ҡарҙы иретте, тѳндәрен һалҡынайтты. Ошондай ҡатмарлы һауа шарттарында баҫыуҙарҙа ужым культуралары нисек һаҡланды икән? БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек һәм мелиорация бүлеге начальнигы Артур Ноғоманов был турала үҙ фекерен белдерҙе....
Башҡорт  фильмдарын  ҡарап кинәндек 19-12-2012, 14:54 / Мәҙәниәт

Башҡорт фильмдарын ҡарап кинәндек

Үткән ялда ҡаланың «Металлург» кинотеатрында Башҡорт киноһы кѳнѳ үтте. Сараны БР Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» киностудияһы, Белорет районы муниципаль район хакимиәте һәм «Металлург» кинотеатры (ген. директоры Д.С. Йыһаншин) ойошторҙо....