ҺЕҘГӘ  ышанабыҙ! 19-12-2012, 14:47 / Яңылыҡтар

ҺЕҘГӘ ышанабыҙ!

Хѳрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Бына йыл тамамланырға ла һанаулы ғына кѳндәр ҡалды. Гәзитебеҙ ғинуарҙың беренсе кѳндәренән үк килһен ѳсѳн 26 декабргә тиклем яҙылып ҡалығыҙ. Әлегә урындағы почта бүлексәләренән алған һандар бер ҙә ҡыуандырмай. Быйыл беҙ мѳмкинлегебеҙ еткәнсе, ҙурыраҡ ауылдарға барып, гәзитебеҙҙең 90 йыллыҡ тарихына байҡау яһап, матур саралар ойошторҙоҡ. Был сараларға халыҡ бик аҙ йыйылды. Нишләптер, бигерәк вайымһыҙбыҙ, битарафбыҙ. Гәзитебеҙҙе алдырыусылар ғына беҙҙең менән осрашыуға килде. Уларға ҙур рәхмәт!...
Комплекслы  спартакиада 18-12-2012, 15:39 / Спорт һәм туризм

Комплекслы спартакиада

Күптән түгел Йәштәрҙең ял итеү үҙәгендә мѳмкинлектәре сикләнгән спортсыларҙың пауэрлифтинг, бильярд һәм ѳҫтәл теннисы буйынса комплекслы спартакиадаһы уҙҙы....
«Игеҙәк һыңарымды эҙләйем» 18-12-2012, 15:37 / Яңылыҡтар

«Игеҙәк һыңарымды эҙләйем»

Светлана Данилова Украинала йәшәй. Ул 1962 йылдың 7 майында Благовар районының Ҙур Покровка ( Коб-Покровка) ауылында тыуған. Әсәһенең яҡты донъяға игеҙәк ҡыҙ бала тыуҙырғанын үҫеп буй еткәс кенә белә Светлана. Уныһы ла осраҡлы рәүештә генә: үҙен тәрбиәләгән апайы ҡыҙҙың тыуыу тураһында таныҡлығын юғалтҡас, ҡайҙандыр икенсе таныҡлыҡ килтереп сығара. 1962 йылдың 7 майында тыуған Данилова Зинаида Анатольевна исеме яҙылған таныҡлыҡты күреп, ҡыҙ телһеҙ ҡала....
Коммуналь хеҙмәттәр ѳсѳн   түләнмәй 18-12-2012, 15:36 / Хоҡуғыңды беләһеңме?

Коммуналь хеҙмәттәр ѳсѳн түләнмәй

Хѳрмәтле редакция, һеҙгә Исҡушты ауылынан элекке уҡытыусы хат яҙа. Минең шундай һорауым бар ине. Нимә эшләптер бѳтә мәктәптәр ҙә коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр алып бѳткән, тик беҙҙең мәктәпкә һаман да юҡ. Бѳтә кәрәкле документтар ҙа күптән тапшырылған. Х.Х. ҒАЙСИН....
Ауылға  ҡайтыусыларға  аҡса түләнәсәк 18-12-2012, 15:34 / Хоҡуғыңды беләһеңме?

Ауылға ҡайтыусыларға аҡса түләнәсәк

Һеңлемдең улы аграр университетын тамамлап, ауылға ветеринар булып эшкә ҡайтты. Вуз һәм ссуз тамамлаған йәштәргә подъемный түләнә тип ишеткәйнек. Был мәсьәлә буйынса ҡайҙа һәм кемгә мѳрәжәғәт итергә. Бѳгѳнгѳ кѳндә уны армияға алдылар. Флүрә СѲЛӘЙМӘНОВА....
Армия хеҙмәтенәнме, әллә Себерҙәнме… 18-12-2012, 15:32 / Замандаш

Армия хеҙмәтенәнме, әллә Себерҙәнме…

Күптән түгел генә Егәҙелә йәшәүсе Лариса Сибәғәт ҡыҙы һәм Рәфҡәт Кәлимулла улы Сәхәүетдиновтар улдары хеҙмәт иткән инженер-саперҙар ротаһы командирынан Рәхмәт хаты алып ҡыуанды....
Яу аҫтынан  яу сыҡҡанмы? йәки, Сүптән нисек сүмәлә яһайҙар 18-12-2012, 15:30 / Социаль ѳлкә

Яу аҫтынан яу сыҡҡанмы? йәки, Сүптән нисек сүмәлә яһайҙар

Тормошта әленән-әле төрлө сенсациялар сығарып, шау-шыу ҡуптарып ҡына торалар. Берәү үлмәй, икенсеһе көн күрмәй тигәндәй, бына шул ғәләмәттәрҙе лә кемдер уйлап сығара, икенсеһе ышана, өсөнсөһѳ файҙаһын күрә. Ҡасан ғына әле илдә тоҙ бөтә тип магазиндарҙағы 6 тәнкәлек тоҙҙо 50 һумға осорғайнылар, күп тә үтмәне, ҡош киҙеүенән ҡурҡып, дарыуханаларҙағы медицина маскаларын алып бөттөләр. Һанай китһәң, ғәжәп итерһең, әллә донъяһы шундайға әйләнде, әллә кешеләре артыҡ һаҡланыусан булып, алдын-артын уйлап эш итә башланы. Кемдеңдер ауыҙынан сыҡҡан буш хәбәрҙе бөтә донъяға тараталар ҙа,...
Миңә “М-СиТи”   оҡшаны 18-12-2012, 15:27 / Иҡтисад

Миңә “М-СиТи” оҡшаны

Бѳгѳн магазиндар күп, тик нимәлер һатып алам тиһәң, кәрәкле әйберҙе табыуы, ай-һай, ҡыйын. Фатир ремонтлай башлағас, быны үҙ иңебеҙҙә татыныҡ. Ремонтты ишектәрҙе алыш-тырыуҙан башланыҡ. Бер магазиндан алайыҡ тиһәк, бер детале етмәй, икенсеһендә беҙгә оҡшағаны юҡ, ѳсѳнсѳһѳнә барһаҡ, хаҡтар тешләшә. Шулай итеп, эҙләнеп йѳрѳй торғас, ҡаланың «Стин» заводы бинаһында (элекке ЗМСИ) урынлашҡан «М-СиТи» тѳҙѳлѳш материалдары магазинына барып индек. Бында бинаның иркенлеге, яҡтылығы, тауарҙарҙың күплеге, рәхәтләнеп һайлап алыу мѳмкинлеге оҡшаны, аҡсаң етмәһә, кредитын да бирәләр икән. Башҡаса ҡала...
Сәхнәбеҙҙең  сағыу сәскәһе 18-12-2012, 15:25 / Мәҙәниәт

Сәхнәбеҙҙең сағыу сәскәһе

Районыбыҙҙа Бикәмбәт, Һалмауырҙы, Ҡырҡты тауҙары ҡуйынына һыйынған матур Абҙаҡ ауылы бар. Төбәгебеҙ Рәсәйгә үҙенең данлыҡлы тау-саңғы үҙәге менән билдәле. Хатта Абҙаҡҡа илебеҙ Президенты Владимир Путин да саңғы шыуырға килгәйне. Унда йыш ҡына халыҡ-ара спорт ярыштары уҙғарыла. Күптәр өсөн Ҡырҡтыға бер күтәрелеү үҙе ҙур бәхеткә, аңлата алмаҫлыҡ ләззәткә тиң....
“УРАЛ”  дуҫтарын  йыйҙы 18-12-2012, 15:23 / Яңылыҡтар

“УРАЛ” дуҫтарын йыйҙы

ЕГӘҘЕЛӘ - «УРАЛ» ГӘЗИТЕ Егәҙе мәҙәниәт йортонда уҙған осрашыу ҙа йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бары егәҙеләрҙең актив һәм дәррәү булмауы ғына әҙерәк күңелде ҡырҙы. Сирләп тороуына ҡарамаҫтан, мәҙәниәт йорто директоры Илгиз Сәғәҙәтов беҙҙе йылы ҡаршы алды. Осрашыуға ысын мәғәнәһендә гәзитебеҙҙең дуҫтары килгәйне. Ботайҙан Рәйфә Хәсән ҡыҙы Сәғәҙәтова, Сәкинә Ғүмәр ҡыҙы Сафиуллина, Егәҙенән Илгиз Хәкимйән улы Сәғәҙәтов, Маһира Ғибатулла ҡыҙы Үтәғолова, Гѳлсирә Сабит ҡыҙы Ғәйнетдинова, Ғәйшә Яҡуп ҡыҙы Вәлиәхмәтова, Альбина Сәлих ҡыҙы Ғәлиасҡарова, Минзилә Дәрүиш ҡыҙы Исмәғилева, Рима Абдрахман ҡыҙы...