«Бала саҡ ҡаламда яңынан тыуам» 10-12-2012, 16:15 / Мәҙәниәт

«Бала саҡ ҡаламда яңынан тыуам»

тип аталды ҡаланың Д.Юлтый исемендәге башҡорт модель китапханаһында фән эшмәкәре, публицист һәм шағирә, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Мәнирә Фәрәхетдиноваға арналған хәтер кисәһе. Унда талантлы шәхестең туғандары һәм дуҫтары, башҡорт гимназияһының ѳлкән класс уҡыусылары ҡатнашты. Сараны китапхана мѳдире Флүрә Әбделхай ҡыҙы Шакирова һәм ҡала крайҙы ѳйрәнеү музейы хеҙмәткәре Альбина Радик ҡыҙы Йәрмѳхәмәтова әҙерләп үткәрҙе....
Тормошобоҙ селтәрле йәки  Селтәрле бизнеста тормошоңдо  яйға  һалып    буламы? 10-12-2012, 16:13 / Социаль ѳлкә

Тормошобоҙ селтәрле йәки Селтәрле бизнеста тормошоңдо яйға һалып буламы?

КӘРӘКЛЕ КЕШЕНЕ ЙӘҺӘННӘМДӘН ДӘ ТАБЫРМЫН, ЙӘКИ МАТУР ЙӘШӘГЕМ, КЕЙЕНГЕМ, ТӘМЛЕ АШАҒЫМ КИЛӘ Ошо урында 5 йыл селтәрле бизнес менән шөғөлләнеүсе Гөлнәзирә Юнысованың фекерҙәрен тыңлап китеү ҡыҙыҡлы булыр. Гөлнәзирә Башҡорт дәүләт университетын, аспирантура тамамлаған. Баш ҡалала «Ғилем» нәшриәтенең мөхәррире, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре һәм телевидениела диктор булып та эшләп китә. Тѳп эше менән бергә «Орифлэйм” компанияһының консультанты булып эшләргә лә өлгөрә ул....
Бер алманың ике яртыһы... 10-12-2012, 16:07 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Бер алманың ике яртыһы...

Йомғаҡтың устағы ѳлѳшѳ ҙурайған һайын, орсоҡтағыһы кәмей барған кеүек, аҡыл, зиһен, тормош тәжрибәһе, олпатлыҡ ѳҫтәлгән һайын, бала саҡтар, йәшлек йылдарынан тик матур хәтирәләр, балаларҙың һѳйѳнѳстәренә йыуаныу күберәк урын биләйҙер күңел түрендә. 50 йыл донъя йѳгѳн бергәләп тартҡан, ал таңдарҙы, кѳндәрҙең изгеһен, тормоштоң һикәлтәләрен дә уртаҡ бүлешеп йәшәгән юбилярҙар - Хәнифә Йосоп ҡыҙы һәм Әҡсән Шафиҡ улы Ялалетдиновтар тураһында һүҙебеҙ....
Ришүәтселәргә кѳн бѳтәсәк 10-12-2012, 16:04 / Яңылыҡтар

Ришүәтселәргә кѳн бѳтәсәк

Коррупция ҙур социаль проблема булып тора һәм Рәсәй дәүләтенең нәтижәле үҫешенә етди тотҡарлыҡ яһай. Белорет район-ара прокуратура ѳсѳн дә коррупцияға ҡаршы кѳрәш ѳҫтѳнлѳклѳ йүнәлештәрҙең береһе....
АСЫЛАР - уҡымышлы халыҡ 10-12-2012, 16:02 / Мәҙәниәт

АСЫЛАР - уҡымышлы халыҡ

Асыла “Урал” гәзитенең 90 йыллығына арналған кисәгә килеүселәрҙе хакимиәт бинаһында ҡаршыланылар. Асы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәрхәнә Яҡуп ҡыҙы Сәлимйәнова бер ыңғайҙан, “Ауылды социаль үҫтереү” программаһына ярашлы, ике ай эсендә йорт һалдырып ингән Зѳһрә Хәтип ҡыҙы һәм Фуат Булат улы Түлебаевтарҙың ҡыуаныстары менән уртаҡлашырға саҡырҙы. Ысынлап та, иҫке генә ѳйҙәре янында кәрәҙҙәй һары йорттоң тышы ла, эсе лә матур, уңайлы. Әле генә сыҡмаһалар ҙа, йорттоң ҡыйығы ябылған, ут һәм йылылыҡ үткәрелгән. Фәрхәнә Сәлимйәнова был йәһәттән күп ауыл биләмәләре хакимиәттәренә үрнәк булып...
Эшҡыуарҙар иғтибарына! 6-12-2012, 13:47 / Яңылыҡтар

Эшҡыуарҙар иғтибарына!

Район-ҡала Пенсия фонды идаралығы шәхси эшҡыуарҙарға 31 декабргә тиклем страховка иғәнәләрен түләргә кәрәклеген иҫтәренә тѳшѳрә. Мотлаҡ пенсия һәм медицина страховкалау иғәнәләре суммаһы 2013 йылдан 32479,2 һумға һәм 6370,92 һумға арта. Ғәмәлдәге законда страховка иғәнәләрен түләүҙән азат итеүсе бер ниндәй норма юҡ....
Ғәҙәти  кѳн  байрамға әүерелде 6-12-2012, 13:44 / Мәҙәниәт

Ғәҙәти кѳн байрамға әүерелде

Ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәгендә инвалид балаларҙың XV спорт һәм мәҙәниәт фестивале үтте. Йыл һайын да үткәрелеп килгән һәм матур традицияға әйләнгән сарала район һәм ҡаланан йѳҙҙән ашыу бала ҡатнашты....
Тѳрлѳ йылдар эстафетаһы 6-12-2012, 13:37 / Спорт һәм туризм

Тѳрлѳ йылдар эстафетаһы

2000 йылда Сиднейҙағы Ҙур барьер рифы янына Олимпия уты һыу аша үткәрелә - Австралия биологы Вэнди Крейг-Дункан факелды дингеҙ аҫтынан алып сыға. Факел махсус осҡонланыусы состав менән эшләнә, был уға һыу аҫтында яныу менән бергә яҡтылыҡ сығарыу мѳмкинлеге тыуҙыра. Олимпия утын алып барыуҙа Тѳньяҡ Америка коноэ, дѳйәләр кеүек үҙенсәлекле алымдар ҙа ҡулланыла....
Башҡортостан Олимпиада утын ҡаршылауға әҙерләнә 6-12-2012, 13:35 / Спорт һәм туризм

Башҡортостан Олимпиада утын ҡаршылауға әҙерләнә

Ѳфѳ ҡалаһы хакимиәтендә «Сочи- 2014» Олимпиада уты эстафетаһына әҙерләнеү һәм үткәреү буйынса кәңәшмә булып үтте. Бындай күләмле сараны үткәреү буйынса фекер алышырға министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ тѳбәк вуздары вәкилдәре килде....
«КЭС-БАСКЕТ» лигаһының зона этабы тамам 6-12-2012, 13:34 / Спорт һәм туризм

«КЭС-БАСКЕТ» лигаһының зона этабы тамам

Белорет районында «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатының сираттағы зона этабы ярыштары үтте....