Умырзаяға тиң ғүмер 29-01-2013, 10:16 / Яҙмыштар

Умырзаяға тиң ғүмер

Гөлсирә ғаиләлә берҙән-бер, наҙлы бала булып үҫә. Атаһы - мәктәп директоры, әсәһе - математика уҡытыусыһы булғанғамы, ҡыҙҙары ла ошо һөнәрҙе үҙ итә. Мәктәпте тик «5»-ле билдәләренә тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Студент йылдары яҙғы ташҡын кеүек, гөрләп үтә лә китә. Университетты тамамлауға Гөлсирәгә иң төпкөл райондың бер ауылына йәш белгес булып барыу тураһында йүнәлтмә бирәләр. Ҡыҙ ҡалала үҫһә лә, ауылды ят итмәй. Киреһенсә, түбәһе болоттарға олғашҡан урманлы тауҙарға, сылтырап аҡҡан көмөш шишмәгә, хуш еҫле болондарға ҡарап хайран ҡала. Тәбиғәттең ҡабатланмаҫ хозурлығына һыйынып...
Сермәндәр башлыҡтан уңды 29-01-2013, 10:14 / Хаттар

Сермәндәр башлыҡтан уңды

Сермән - районда иң ҙур ауылдарҙың береһе. Ауыл территорияһы бик ҙур булғанға күрә уны йәйен-ҡышын таҙалыҡта тотоу, халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу ѳсѳн күп кѳс һалырға кәрәк. Ҡатмарлы шарттарҙа етәкселектең уңғанлығы ла, уңмағанлығы ла шунда уҡ асыҡ күренә. Беҙ ауыл хакимиәте башлығынан уңдыҡ, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ. Ни ѳсѳн тигәндә Айытбай Зәбир улы Әйүпов бер эштән ҡурҡып тормауы, нимәгә тотонһа, шуны килтереп сығарыуы менән алдыра. Әле Аҙнағол мәктәбендә эшләгән сағы хәтерҙә. Унда ла, әллә мәктәп тракторы булғанмы икән, Айытбай Зәбир улы шул ҡорос атта мәктәптең теге-был йомошон...
Хәмзә ағайыбыҙға рәхмәт! 29-01-2013, 10:13 / Хаттар

Хәмзә ағайыбыҙға рәхмәт!

Асы ауылы халҡы исеменән хѳрмәтле ауылдашыбыҙ Хәмзә хажи әкбәр Ғәлләмовҡа “Урал” гәзите аша тағы ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Үткән йылда Хәмзә Ғәлләмов ауыл зыяратын кәртәләү ѳсѳн материал алып бирҙе. Ѳмәләр ойоштороп, зыяратты кәртәләп алдыҡ. Әлегәсә Хәмзә хажи бер үтенесебеҙҙе лә кире ҡаҡҡаны юҡ. Уның кеүек ярҙамсыл, ауылын, районын хәстәрләүсе кешеләр йѳҙ йылға бер тыуалыр....
Сабыйҙар  һѳтһѳҙ ҡалды 29-01-2013, 10:10 / Хаттар

Сабыйҙар һѳтһѳҙ ҡалды

Беҙҙең ҡалала һѳт ашханаһы эшләй ине. Инде 40 йыл кѳн һайын меңдән ашыу ата-әсә бында сабыйҙары ѳсѳн һѳт, кефир һәм эремсеккә килә ине. Беҙҙә һѳт аҙыҡтарының сифаты ѳсѳн ҡурҡыу булманы, ә иң мѳһиме - балаларыбыҙ рәхәтләнеп һѳт, кефир эсте, эремсек ашаны. Хеҙмәтләндереү ҙә яҡшы булды. Ай аҙағында, бланк тултырған ваҡытта ғына, сират барлыҡҡа килде. Күп ата-әсәгә һѳт ризығы алыу сабыйҙары ѳсѳн берҙән-бер туҡланыу сығанағы. Бынан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ҙә бушлай һѳт алды....
Тырышлыҡ - уның булмышы 29-01-2013, 10:09 / Хаттар

Тырышлыҡ - уның булмышы

Мәғрур ҡарағайҙар бөйөклөгөнә һоҡлана-һоҡлана, уратып алған тәбиғәт серен аңларға тырышып, уй-хыялдар диңгеҙендә йөҙгәндә, Сермән ауылында йәшәүсе олатай-өләсәһенә бесән әҙерләшкәндә, әхирәттәре менән еләк-емеш йыйып, ҡыр-болондар гиҙгәндә, осраған һәр бер йән эйәһенең фиғелен күҙәткәндә, аяҡ-ҡулдар, йөҙ һыпырып ҡалған һәр гөл-сәскә, ағас-ҡыуаҡ торошона күҙ һалғанда, һәр миҙгелдә Нура йылғаһының ҡабатланмаҫ ағышын тыңлағанда, үҙенсә асыш яһай барған Белорет ҡыҙы Рәйсә бала саҡтан ғүмерен география фәне менән бәйләйәсәген алдан төҫмөрләп ҡуя....
Руслан - республика командаһында 29-01-2013, 10:07 / Спорт һәм туризм

Руслан - республика командаһында

21-22 ғинуарҙа Ѳфѳлә уҡыусылар араһында биатлон буйынса VI Ҡышҡы спартакиаданың икенсе этабы үтте. Белорет спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Руслан Әлмәтов спринтер уҙышында III урын ала һәм республиканың йыйылма командаһына индерелә. Хәҙер ул 3-9 февралдә Ижевск ҡалаһында үтәсәк Рәсәй беренселегендә республика һәм ҡала ѳсѳн сығыш яһаясаҡ....
Альберт МИФТАХОВ: “Беренсе сиратта, беҙ яҡташтар икәнлеген аңлау фарыз” 29-01-2013, 10:06 / Сәйәсәт

Альберт МИФТАХОВ: “Беренсе сиратта, беҙ яҡташтар икәнлеген аңлау фарыз”

Үткән йыл аҙағында республикала “Яҡташтар” тигән ябай исем аҫтында ғәҙәти булмаған проект старт алды. Уның маҡсаты - үҙ заманыбыҙҙың ысын геройҙарын, тирә-яҡтағыларҙың ихтирамын һәм ышанысын яулаған кешеләрҙе билдәләү. Был тәңгәлдә эштәрҙең нисек барыуы тураһында һорашып, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Альберт МИФТАХОВҠА мөрәжәғәт иттек....
«Тәгәрмәсле почта» 29-01-2013, 10:04 / Яңылыҡтар

«Тәгәрмәсле почта»

Үткән йылда Белорет районында бер нисә ауылда почта бүлексеһе ҡыҫҡартылды. Хәҙер был ауылдарҙа йәшәүсе 2,5 мең кешене Исмаҡай күсмә почта бүлексәһе (индексы 453526) хеҙмәтләндерә. Халыҡ мәнфәғәтен ҡәнәғәтләндереү, хеҙмәтләндереүҙе үҫтереү маҡсатында үткән аҙнала Белорет почтамтына ѳр-яңы ГАЗ 33083 автомобилен алып килделәр. Ул Исмаҡай, Түбәнге Әүжән, Ҡаһарман, Үрге Арша, Николаевка, Тирлән-2 (Верхнебельский) ауылдары мар-шруттары буйынса ошо аҙнанан рейсҡа сыҡты. ГАЗ 33083 бѳтә уңай-лыҡтары булған, тулыһынса йыһазландырылған, Рәсәй Почтаһының берҙәм фирма стан-дартына яуап биргән автомобиль...
Телефон үҙгәрҙе 29-01-2013, 09:34 / Яңылыҡтар

Телефон үҙгәрҙе

1 ғинуарҙан Рәсәй Пенсия фондында федераль “ҡыҙыу бәйләнеш” номеры үҙгәрҙе. Хәҙер 8-800-510-55-55 телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ. 2010 йылда Пенсия фонды “ҡыҙыу бәйләнеш” булдырғайны. Бында граждандар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бѳтә тѳр һорауҙар менән мѳрәжәғәт итә ала. Физик шәхестәрҙән тыш, “ҡыҙыу бәйләнеш” операторҙары эш биреүселәргә, шәхси эшҡыуарҙарға ла консультация бирә. Улар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Рәсәй буйынса шылтыратыу бушлай. Пенсия фонды идаралығы....
Белореттар Ѳфѳлә үтәсәк халыҡ-ара ҡышҡы уйында ҡатнаша 29-01-2013, 09:32 / Спорт һәм туризм

Белореттар Ѳфѳлә үтәсәк халыҡ-ара ҡышҡы уйында ҡатнаша

Быйылғы йылда балалар спорты донъяһында иң мѳһим ваҡиғаларҙың береһе, баш ҡалала 26 февралдән 3 мартҡа тиклем VI халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйынын үткәреү буласаҡ. Бындай сара 1968 йылдан бирле уҙғарылып килһә лә, Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ойошторола. Ярыш программаһына 7 спорт тѳрѳ ингән. Улар араһында саңғы, тау саңғыһы спорты, сноуборд, саңғы уҙыштары ла бар. Ярышҡа тѳрлѳ илдәрҙән 12 йәштән 15 йәшкә тиклемге иң яҡшы йәш спортсылар килә. Уйында бѳтәһе 50 команда ҡатнашасаҡ, республикаға меңдән ашыу бала киләсәк тип күҙаллана....