Кѳләмәстәр 15-01-2013, 16:28 / Ял минуттарында

Кѳләмәстәр

Һарыҡ фермаһында эшләүсе бер ҡатын ѳйѳнә ҡайтҡас иренә: - Яңы мәҙәк ишеткең киләме? - Килә. - Бер ир менән бер ҡатын аулаҡ урында осрашалар. Эш хутланып китте тигәндә генә әллә ҡайҙан тәкә килеп сыға ла теге ирҙе арттан килеп һелтәп ырғытмаһынмы. Шундай ҡаты итеп һѳҙҙѳ быны, теге меҫкен, минең ѳҫтән тәгәрәп тѳшѳп, әллә ҡайҙа тиклем осоп китте......
Яңы йыл «мажаралары» 15-01-2013, 16:26 / Мәҙәниәт

Яңы йыл «мажаралары»

2013 йылдың тәүге аҙнаһында Белорет полицияһында 517 хәбәр теркәлгән, шуларҙың 118-е криминаль характерға эйә. Яңы йылдың тәүге көнөндә Уҡшуҡ ауылында йәшәгән 30 йәшлек ир Яңы йылды ҡаршылағандан һуң байрамды ҡалала дауам итергә була. Иптәше, иртәгәһе көнгә эшкә булғанлыҡтан, был тәҡдимдән баш тартып, йоҡларға ята. Ир кеше, форсаттан файҙаланып, иптәшенең автомобиленә ултырып ҡалаға йүнәлә. Үҙе менән дуҫлашып йөрөгән ҡыҙын да ала. Ҡалаға етеп барғанда, иҫерек водитель, автомобиль менән идара итә алмайынса, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙа. Зыян күреүселәр дауаханаға эләгә. Шуға ҡарамаҫтан,...
Музейҙа - тәбиғәтебеҙ ҡомартҡылары 15-01-2013, 16:25 / Мәҙәниәт

Музейҙа - тәбиғәтебеҙ ҡомартҡылары

1997 йылда асылған Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы һуңғы йылдарҙа тәбиғәтте һаҡлау буйынса саралар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡурсаулыҡтың хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын сағылдырған фотоһүрәттәр, яҙма материалдар, ағастарҙы, таштарҙы, башҡа тѳрлѳ тәбиғи материалдарҙы файҙаланып, балалар ҡулы менән эшләнгән сувенирҙар, ҡурсаҡтар, ҡоштар, йыртҡыстар, йәнлектәрҙең киптереп махсус эшләнгән һѳлдәләренән торған күргәҙмә был юлы тыуған яҡ-крайҙы ѳйрәнеү музейында асылды....
Балҡыр ауыл урамдары 15-01-2013, 16:23 / Ауыл тормошо

Балҡыр ауыл урамдары

Декабрҙең һуңғы кѳнѳ Рысыҡай ауылы халҡы ѳсѳн ҡыуаныслы булды. Ниһайәт, күптән кѳткән «Ильич уттары» ауыл урамдарын балҡытты. Сосновка ауылы хакимиәте башлығы Айгиз Мусин ең һыҙғанып эшкә тотондо. Әле сосновкаларҙы хоккей ҡабы менән ҡыуандырһа, Яңы йылда Республика Хѳкүмәтенең квартал һайын ауылдарҙы тѳҙѳкләндереүгә бүлгән 100 мең һум аҡсаға Рысыҡай ауылына электр лампалары ҡуйҙыртты....
ЙҮНСЕЛГӘ  кәртә юҡ 15-01-2013, 16:22 / Яңылыҡтар

ЙҮНСЕЛГӘ кәртә юҡ

Һуңғы йылдарҙа бәләкәй эшҡыуарлыҡ күҙгә күренеп үҫә. Хөкүмәтебеҙ кәсепселеккә тос өлөш индерә, һәр яҡлап ярҙам итә. Ауылдарҙа ла эш юҡ, аҡса юҡ, тип ҡаңғырып йөрөүселәр һирәгәйә. Халыҡ заманаға яраҡлаша бара, хәленән килгәнсе мал таба. Күп итеп ҡош-ҡорт, мал аҫрай, йәшелсә ултырта, үҙенән артҡанын һатыуға сығара. Әле ул ауылда, әле икенсеһендә магазиндар асылып тора....
“Мәғариф” тураһында яңы закон 15-01-2013, 16:21 / Мәғариф

“Мәғариф” тураһында яңы закон

Президент Владимир Путин «Мәғариф» тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы Документҡа ярашлы, I класҡа тәүҙә мәктәп биләмәһендә йәшәгән уҡыусылар ҡабул ителә. Төплө белем биргән мәктәптәргә балаларҙы алыу урта һәм өлкән кластарҙа ғына башҡарыла. Ижади учреждениеларға уҡыусылар конкурс нигеҙендә алына....
Кешеләргә шатлыҡ ѳләшеп 15-01-2013, 16:19 / Мәҙәниәт

Кешеләргә шатлыҡ ѳләшеп

«Иң яҡшы Яңы йыл биҙәлеше» смотр-конкурсын быйыл Сосновка ауыл биләмәһе хакимиәте үткәрҙе. Сосновканан Илшат Әҡсәнов, Фидан Ғилметдинов, Римма һәм Шамил Нарынбаевтар, ейәнсәрҙәре менән бергә Ғәйшә Янышева, Айгѳл Минһажитдинова менән Илфат Зикриндар бик актив ҡатнашһа, Рысыҡайҙан Мәрйәм Зикрина ғаиләһе менән баҡсаһын матур итеп биҙәгән. Үҙҙәренең йорт алдына ла, урамға ла Шыршы ултыртыусылар, йәки үҫеп ултырған шыршыны биҙәүселәр, ҡарҙан тѳрлѳ һындар эшләүселәр күп булды. Смотр-конкурста еңеүселәр ҙә, ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы....
Һаулығыңды алдан ҡайғырт 15-01-2013, 16:16 / Һаулығың-байлығың

Һаулығыңды алдан ҡайғырт

Муниципаль район хакимиәтендә һаулыҡ буйынса йомғаҡлау ултырышы булып үтте. Һаулыҡ буйынса ведомство-ара комиссия рәйесе, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев әлеге ваҡытта Рәсәйҙә демографик хәлдең киҫкен тороуы, алдағы 10-15 йыл менән сағыштырғанда тыуым күпкә яҡшырһа ла, илдә үлем күрһәткесе юғары булыуы тураһында һѳйләне....