Лицензиялары булмаған 18-01-2013, 16:32 / Яңылыҡтар

Лицензиялары булмаған

Прокуратура район-ҡала мәғариф учреждениеларында белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙа лицензия законы үтәлешен тикшерә. Һѳҙѳмтәлә Үҙәнбаш урта белем биреү мәктәбенең 2012 йылдың майынан лицензияһыҙ эшләүен асыҡлай. Ошондай уҡ хәл Исҡушты, Исмаҡай, Мулдаҡай, ҡалала В.К. Сурин исемендәге 3-сѳ, 23-сѳ мәктәптәрҙә, шулай уҡ Үҙән балалар баҡсаһында күҙәтелә. Был факт буйынса директорҙарға ҡарата административ яуаплылыҡ буйынса эштәр ҡуҙғатылған. Ә мәғариф бүлеге начальнигы етешһеҙлектәрҙе бѳтѳрѳү талабы менән дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыла....
Алой  үләненең  файҙаһы  һәм зыяны 18-01-2013, 16:31 / Һаулығың-байлығың

Алой үләненең файҙаһы һәм зыяны

Өйҙәрендә күптәр алой үләнен үҫтерә. Уны ашҡаҙандың сей яраһын, бөйәнде, эс ҡатыуҙы, шәкәр диабетын, үпкә шешен, асыҡ яраны, бешкән урынды, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың түлһеҙлеген дауалауҙа файҙаланалар. Алой үләненән яһалған дарыуҙар бихисап. Бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ....
Китап  уҡыуҙың файҙаһы 18-01-2013, 16:08 / Конкурстар

Китап уҡыуҙың файҙаһы

1 апрелдән 30 ноябргә тиклем «2012 йылда Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китап уҡыусыһы» тип аталған республика конкурсы уҙҙы. Унда ѳс йәш категорияһы буйынса бѳтәһе 530 кеше ҡатнашҡан. Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһының 5 китап уҡыусыһы ла был конкурста ҡатнашты. 8 йәштән 14 йәшкә тиклем - лицей-интернаттан VIII класс уҡыусыһы Әнүәр Хажин, 14-се гимназиянан VI “а” класс уҡыусыһы Элина Ғибәҙуллина, башҡорт гимназияһынан III класс уҡыусыһы Азалия Шәғәлина, 15 йәштән 24 йәшкә тиклем - 20-се мәктәптән X класс уҡыусыһы Эрик Солтанов һәм 25 йәштән ѳлкәндәр араһында педколледждың...
Ҡоштай ос, Олимпия уты! 18-01-2013, 16:06 / ---

Ҡоштай ос, Олимпия уты!

Сочи ҡалаһында үтәсәк 2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарын ойоштороусылар Олимпия эстафетаһының һәм паралимпия утының факелы менән таныштырҙы. Факелдың дизайнында бәхет ҡошоноң (Жар-птица) ҡаурыйы тѳҫмѳрләнә. Алдан был силуэт Уйындың визуаль образы - “ҡорама юрған” менән шифрланған була. Олимпия һәм Паралимпия эстафетаһында ҡатнашыусыларҙың униформаһы ла күрһәтелә. Униформаны Олимпия уты эстафетаһында ҡатнашасаҡ 14 мең, паралимпияла ҡатнашасаҡ 1 меңдән ашыу спортсы ғына аласаҡ. Презентация баш ҡала сауҙа үҙәгенең күрһәтеү залында үтте. “Сочи-2014” ойоштороу комитетының президенты Дмитрий...
Эшсән бәхете - эштә 18-01-2013, 16:05 / Үрнәк

Эшсән бәхете - эштә

Йәмле Белорет районы Бирҙеғол ауылында тыуып үҫкән Ғәйшә бәләкәйҙән хеҙмәт тәмен татырға ѳйрәнә. Улар ғаиләһендә эшһѳйәрҙәр тәрбиәләнә. Әле баҡса тултырып картуф, кәбеҫтә үҫтерәләр, әле һәр тѳрлѳ йәшелсәләргә текә һуҡмаҡ буйлап кѳйәнтәләп һыу ташыйҙар, әле бейә, кәзә ҡымыҙы мәшәҡәттәре менән булалар, әле тирләп-бешеп бесән әҙерләйҙәр, ҡышҡылыҡҡа емеш-еләк, бәшмәктән ризыҡтар ѳлгѳртәләр. Атаһының ҡурай моңонан әҫәрләнгән ҡыҙ ғүмере буйына кешеләрҙә тик матурлыҡ сифаттары ғына күрә, үҙе лә ѳҙҙѳрѳп мандолина ҡылдарын сиртә....
Дәүләт телдәрен үҫтереү - беҙҙең бурыс 18-01-2013, 16:04 / Сәйәсәт

Дәүләт телдәрен үҫтереү - беҙҙең бурыс

15 ғинуарҙа Ѳфѳлә Рәсәй матбуғаты кѳнѳнә арналған ҙур тантанала республика ижади конкурстар еңеүселәрен тәбрикләү сараһы булды. Сараны Башҡортостан Журналистар союзы һәм Башҡортостан Республикаһы матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ ойошторҙо....
Ҡурсаулыҡ-“Урал”дың ышаныслы дуҫы 18-01-2013, 16:02 / Экология

Ҡурсаулыҡ-“Урал”дың ышаныслы дуҫы

Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы йыл да район гәзитен пропагандалауҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡурсаулыҡтың директоры, район Советы депутаты Фәнүр Хажиғәле улы Әлибаев һәм уның татыу коллективы быйыл да район гәзитенә дәррәү яҙылды. Лапышты, Бирҙеғол, Ямашты урман хужалыҡтары һәм ҡурсаулыҡ коллективы бѳтәһе 33 дана “Урал” алдыра. Яңы йылда дуҫтарыбыҙҙың барыһына ла эштәрендә, ғаиләләрендә уңыштар, татыулыҡ, берҙәмлек, милли үҙаңды үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индереүҙәрен теләйбеҙ һәм рәхмәт белдерәбеҙ....
Эштәре ауыр ҙа, яуаплы ла 18-01-2013, 15:56 / Тәртип һағында

Эштәре ауыр ҙа, яуаплы ла

2011 йылдың 15 ғинуарынан «Рәсәй Федерацияһының Тикшереү комитеты тураһында» 403-сѳ Федераль Закон кѳсѳнә инә. Бына инде икенсе йыл яңы орган һѳнәри байрамын 15 ғинуарҙа билдәләй....