Енәйәт тураһында ғаризаны тәртип һаҡлау органдарына нисек тапшырырға? 21-01-2013, 16:49 / Яңылыҡтар

Енәйәт тураһында ғаризаны тәртип һаҡлау органдарына нисек тапшырырға?

Белорет район-ара прокурор ярҙамсыһы Артур САФИН аңлата: - Енәйәт тураһындағы ғаризала йәмғиәт ѳсѳн ҡурҡыныс тыуҙырған эш һәм уның эҙемтәләре тураһында мәғлүмәт булырға тейеш. Ғариза асыҡ, аңлайышлы яҙылырға һәм уның авторы мотлаҡ күрһәтелергә тейеш. Енәйәт тураһындағы аноним ғариза енәйәт эше ҡуҙғатыуға сәбәпсе була алмай. Шулай уҡ ғариза биреүсе, РФ УПК-һының 141-се статьяһы 4-се бүлегенә ярашлы, РФ Енәйәт кодексының 306-сы статьяһы буйынса ялған донос ѳсѳн енәйәт яуаплылығына тарттырыласағы тураһында ла иҫкәртелә....
Ахырызамандың етеүен кѳт тә тор 21-01-2013, 16:48 / Социаль ѳлкә

Ахырызамандың етеүен кѳт тә тор

Бәләкәй генә ауыл тын утрауҙы хәтерләтә. Ауыл эргәһенән үткән поезд тауышы ғына тынлыҡты боҙа. Йорт хайуандары баҡырышҡаны, тегендә-бында кешеләр һѳйләшеүе ишетелә. Ирекһеҙҙән, күрше йорттарҙа йәшәгән ауылдаштарымды барлайым. Күптәре мәрхүм инде. Бѳтәһенең дә үлеменә араҡы сәбәпсе булған. Араҡы тип әйтеүе еңел дә ул, тик уның арҡаһында бер ѳйҙән генә йыл эсендә ѳсәр кешенең һәләк булыуы тураһында уйлаһаң, сәстәр үрә тора....
Данлыҡлы металлург 21-01-2013, 16:46 / Үрнәк

Данлыҡлы металлург

Кемдер эшенән, кемдер ғаиләһенән, кемдер яратҡан шѳғѳлѳнән ләззәт табып йәшәй был донъяла. Ә бына һәр яҡлап та бәхетле булғандарҙы беҙ Хоҙай Тәғәлә тарафынан «ҡурсауға» алынған кеше кеүек ҡабул итәбеҙ. Ә бит бының сере ябай - ныҡышмаллыҡ, алға ынтылыш, һәр саҡ маҡсат менән йәшәү. Олпат юбилейын - 85 йәшен билдәләгән данлыҡлы металлург Мәһәҙей Бәҙәмша улы Ғәлимшинды тап ошо сифаттары бәхетле ғүмер үрҙәренә алып килә лә инде....
Ҡар бѳртѳгѳ лә, бешкән сейә лә ул... 21-01-2013, 16:24 / Үрнәк

Ҡар бѳртѳгѳ лә, бешкән сейә лә ул...

Мамыҡтан ғына бәйләнгән бейәләй ѳҫтѳнә ҡунған ҡарҙарҙың һәр бѳртѳгѳ айырым-асыҡ күренә. Ҡарағыҙсы, күрегеҙсе беҙҙең семәрҙәрҙе, һырҙарҙы, тип әйтә кеүек ҡар бѳртѳктәре йымылдашып-йылмайышып. Ысын әле ул, һәр ҡар бѳртѳгѳндә нәзәкәтлекәй, наҙлыҡай ғына һырҙар һәм шул уҡ ваҡытта ниндәй аныҡ бѳтѳнлѳк, тѳҙѳк геометрик фигуралар! Аҡыл, фекерләү, матурлыҡ кеүек сифаттарҙың бергә ҡушылыуы шундай камиллыҡты тәшкил итә, күрәһең....
Мәсеттәр, сиркәүҙәр арта бара 21-01-2013, 16:03 / ---

Мәсеттәр, сиркәүҙәр арта бара

Муниципаль район хакимиәтендә дәүләт-конфессиялар мѳнәсәбәте буйынса комиссияның сираттағы йыйылышы булды. Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары, комиссия рәйесе И.С. Теләүбаев йыйылыусыларҙы Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда, күрше республикаларҙа, Кавказда Ислам дине донъяһына янаған хәүефле хәл-ваҡиғалар менән таныштырҙы һәм район-ҡала мәхәлләләре муллаларын уяу булырға саҡырҙы....
БАЛАЛАРҒА  иғтибар ҙур булды 21-01-2013, 16:00 / Яңылыҡтар

БАЛАЛАРҒА иғтибар ҙур булды

Сермән балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен Яңы йыл байрамы менән район-ара прокуратура, полиция етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, май-сыр комбинаты директоры Нәзиф Солтан улы Фәйзуллин, “Вита” дарыуханалар селтәре, Межгорьенан 30-сы тѳҙѳлѳш идаралығы етәкселеге кәрәкле техник ҡорамалдар, һәр балаға тәғәйен бүләк, күстәнәстәр, саналар, боҙшыуғыстар, дарыуҙар һәм башҡа күп әйберҙәр менән бүләкләне һәм ҡотланы....
Комбинатҡа - Рәхмәт хаты 21-01-2013, 15:56 / Социаль ѳлкә

Комбинатҡа - Рәхмәт хаты

Продукцияны әҙерләү һәм оҙатыу буйынса үҙ бурыстарын оператив башҡарған ѳсѳн Белорет металлургия комбинаты «В.П. Чкалов исемендәге Новосибирск авиация производство берекмәһе” йәмғиәтенән Рәхмәт хаты алды....
Алкоголле продукция, һыра һәм уның нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәрҙе ваҡлап һатыу менән шѳғѳлләнгән  предприятие етәкселәре иғтибарына! 21-01-2013, 15:53 / Социаль ѳлкә

Алкоголле продукция, һыра һәм уның нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәрҙе ваҡлап һатыу менән шѳғѳлләнгән предприятие етәкселәре иғтибарына!

1995 йылдың 22 ноябрендәге “Этил спиртын һәм составында алкоголь, спирт булған продукцияларҙы етештереү, әйләнешкә ебәреү һәм алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы сикләү” тураһында 171-се Федераль законға ярашлы 2013 йылдың 1 ғинуарынан: 1. Стационар булмаған урындарҙа 5 һәм унан түбән градуслы һыра һатыу тыйыла. 2. Стационар урындарҙа 5 һәм унан түбән градуслы һыраны киске 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем һатыу тыйыла. 3. Стационар объекттарҙа ниндәй генә һыра һатҡанда ла контроль-касса аппаратының булыуы шарт. Был алынған килемгә һалым түләүселәргә генә ҡағылмай. Бындай осраҡта һатып...
Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғы яҡланасаҡ 21-01-2013, 15:52 / Яңылыҡтар

Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғы яҡланасаҡ

2012 йылда Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиллек институты булдырылғайны. Яңы структура бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән дәүләт ихтыяжын яҡлаясаҡ. Бынан тыш, уның функцияһына эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген популярлаштырыу, эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау кеүек бурыстар ҙа инә....
Һуған һуты 21-01-2013, 10:02 / Һаулығың-байлығың

Һуған һуты

Һуған йәки һарымһаҡ һутының үҙен генә танауға һалыу зыянлы: улар бик әсе, танау эсе яныуы ихтимал. Һалҡын тейгән ваҡытта 5 тамсы һуған йәки һарымһаҡ һутына 15 тамсы зәйтүн йәки кѳнбағыш майы ҡушып ҡына ҡулланығыҙ....