Йәшерен серем  донъяға таратам... 23-01-2013, 16:22 / Ял минуттарында

Йәшерен серем донъяға таратам...

1. Ғашиҡтар һѳйѳү тойғоһон нисек белдерә? А. Ҡараштары менән. Б. Иркәләү-наҙлау аша. В. Үбешеп. 2. Яратҡан егетең нимәһе менән йѳрәгеңде яуланы? А. Тауышы менән. Б. Тәртибе менән. В. Үҙ-үҙен ышаныслы тотоуы менән....
Балыҡтар  тәртип ярата,  ә Уҡсы фәлсәфә һата 23-01-2013, 16:20 / Иҡтисад

Балыҡтар тәртип ярата, ә Уҡсы фәлсәфә һата

Ҡуҙы тәртип ярата. Ѳй йыйыштырырға әүәҫ. Бындай мәшәҡәттәр менән бик йыш булышмаһа ла, бер тотонһа, күңелен биреп башҡара. Буға тәртип кәрәклеген аңлай, тик йыйыштырырға ялҡауы килә. Ә теләге булһа, бѳтә нәмәне ялт иттереп ҡуя. Игеҙәктәр ѳйҙѳ йыйыштырыу уны елләтеүҙән башланһа, шуның менән үк тамамлана. Уның башҡарған һәр эшенең - үҙ тәртибе. Ҡыҫала - йыйнаҡ. Йәшәгән ерен, бар күңелен биреп, бѳхтә һәм таҙа тота. Һәр әйберҙең үҙ урыны билдәле. Арыҫлан үҙен кѳсләп эшләткәнде хуп күрмәй. Үҙе теләп эшләһә генә еренә еткереп ҡуя. Ҡыҙҙар был мәсьәләлә икегә бүленә: берәүҙәр иҫ киткес таҙалыҡ...
Студенттар тураһында 23-01-2013, 16:19 / Сулпан

Студенттар тураһында

* Студент I курста уҡырға өйрәнә, II курста яратырға өйрәнә, III курста яратырға өйрәтә, ә иң һуңғы курста иң башта нимәгә өйрәнгәнен хәтерләргә маташа. * Бары тик ятаҡта ғына юҡтан винегрет яһарға һәм уны тәмләп ҡарарға ла өлгөрмәй ятып ҡалыуың бар. * Студент кеҫәртке кеүек. Уға ҡойроҡто һаҡлауҙың кәрәге юҡ, кәрәк икән, тағы ла үҫеп сығасаҡ. * Деградацияға бирелгән студенттар хатта бишәр ҡойроҡ менән сессияға килә....
Белореттар - Сочиҙа 23-01-2013, 16:18 / Мәҙәниәт

Белореттар - Сочиҙа

Башҡортостандың йыйылма командаһы беренсе тапҡыр Сочиҙа үткән XXIV халыҡ-ара “Кивин” КВН командалары фестивалендә ҡатнаша. Команда бер нисә кѳн эсендә генә йыйыла һәм унда Ѳфѳ, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Учалы һәм Белорет ҡалаларынан бѳтәһе 15 кеше ҡатнаша. Ҡала йәштәре араһында билдәлелек яулап ѳлгѳргән «Вне игры» командаһы ағзалары - МДТУ филиалы студенты Рѳстәм Хәсәнов, металлургия колледжы студенты Джасур Мусаев һәм Давид Церетели республикабыҙ намыҫын яҡлай....
Ысын джентльмендар ҡайҙа йәшәй? 23-01-2013, 16:14 / Сулпан

Ысын джентльмендар ҡайҙа йәшәй?

Баҡтиһәң, төрлө илдә төрлөсә икән. Ирландияла, Израилдә йәшәүсе ир-аттар йәмғиәт транспортында ҡатын-ҡыҙға урын бирмәй, улар өсөн түләй һалып бармай, супермаркеттарҙа балалары менән тороусы йәш әсәләрҙе сиратһыҙ үткәрмәй. Шул уҡ ваҡытта улар гүзәл заттарға йыш йылмайырға, комплименттар яуҙырырға әүәҫ....
Мәхмүт ауылы тарихы 23-01-2013, 16:12 / Ауылым – тыуған тѳйәгем

Мәхмүт ауылы тарихы

Ауыл тарихы 1773-75 йылдарҙағы крәҫтиәндәр ихтилалына бәйле. Ихтилал баҫтырылғас, батша власы аяуһыҙ рәүештә ихтилалда ҡатнашыусыларҙы эҙәрлекләй башлай. Ерле халыҡ эҙәрлекләүҙәрҙән тау-таш, урманлы ерҙәргә ҡасып күсенә башлай. Ошо ваҡытта хәҙерге Ғәбдѳк ауылынан бер хәлле ғаилә Иҙел башына юллана. Яҙ кѳнѳ Мәхмүт ауылы эргәһендәрәк бер урынға - йәмле Әүнәр йылғаһы буйына килеп тѳйәкләнә. Хәҙер ул урын Иҫке Ҡышлау тип йѳрѳтѳлә. Ул Хәмиҙә тауы итәгендә урынлашҡан. Бер ҡыш ҡышлағас, кире ҡайта, ә икенсе йылы яҙға ике улы менән тағы Иҙел башына юллана. Бер улының исеме Мәхмүт була. Мәхмүт атаһы...
Бала  күңеле быяла... 23-01-2013, 16:10 / Социаль ѳлкә

Бала күңеле быяла...

Азат бѳгѳн бик уйсан кеүек, бала күңелен ниҙер борсой, тигән ауыр уйҙар менән ҡайтырға сыҡты тәрбиәсе. Ә Азат, һәр кѳндәгесә, түҙемһеҙлек менән ѳйҙәренә ашыҡты, күрше апайҙың уны баҡсанан алыуы тиктән түгеллеген аңлай ул. Бына ул ѳйҙә. Үҙе сисенде, аяҡ кейемдәрен урынына ҡуйҙы. Әсәһенең итеге тора, ә атаһыныҡы юҡ. Тѳпкә үтте. Әсәһе карауатта ята, күҙҙәре йомоҡ, йоҡлайҙыр, күрәһең. Ул ипләп кенә әсәһе эргәһенә сүгәләне. “Ҡайттыңмы, улым?” - тип хәлһеҙ генә тауыш менән ѳндәште әсә. Азат уның ауырып киткәнен шунда уҡ аңланы. Аш бүлмәһенә сығып һыу ҡайнатты, ғәзиз кешеһенә сәй эсерҙе. Малайға...
Ил һаҡсыларына арнала 23-01-2013, 16:08 / Яңылыҡтар

Ил һаҡсыларына арнала

22 ғинуарҙа Белорет районында оборона-масса эше буйынса айлыҡ старт алды. Быйыл айлыҡ авиация маршалы, ѳс тапҡыр Советтар Союзы Геройы Александр Иванович Покрышкиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланасаҡ. 23 ғинуарҙан 23 февралгә тиклем белем биреү учреждениеларында, предприятиеларҙа һәм ойошмаларҙа хәрби йүнәлешле тѳрлѳ акциялар, конкурстар, спорт ярыштары ойошторола. Ҡарарҙы муниципаль район хакимиәте ошо йылдың 18 ғинуары ҡабул итте. 23 ғинуарҙа ДОСААФ автомәктәбендә оборона-масса айлығын асыуға арналған митинг булды....
Үҙ торлағыңа ни етә! 23-01-2013, 16:06 / Яңылыҡтар

Үҙ торлағыңа ни етә!

Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов етем бала һәм атай-әсәй ҡарауынан ҡалған балалар категорияһына ингән 10 йәш кешегә квартира асҡыстары бүләк итте. Ул йәш егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы торлаҡлы булыуҙары һәм үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыуҙары менән ҡотланы, ғаилә бәхете, именлек теләне. 2012 йылда Федераль һәм Башҡортостан Республикаһы бюджетынан бүленгән аҡсаға Белорет районында бѳтәһе 26 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителде....
Хосусилаштырыу мартта тамамлана 23-01-2013, 15:43 / Яңылыҡтар

Хосусилаштырыу мартта тамамлана

Рәсәйҙә хосусилаштырыу башланғанға 21 йыл. Бушлай хосусилаштырыу ваҡыты 2013 йылдың 1 мартына тиклем дауам итә. Шуға күрә торлаҡты бушлай хосусилаштырыу буйынса хоҡуғығыҙҙы файҙаланып ҡалығыҙ. Әлеге ваҡытта републикала торлаҡ биналарының 70 проценты хосусилаштырылған....