Үҙ торлағыңа ни етә! 23-01-2013, 16:06 / Яңылыҡтар

Үҙ торлағыңа ни етә!

Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов етем бала һәм атай-әсәй ҡарауынан ҡалған балалар категорияһына ингән 10 йәш кешегә квартира асҡыстары бүләк итте. Ул йәш егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы торлаҡлы булыуҙары һәм үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыуҙары менән ҡотланы, ғаилә бәхете, именлек теләне. 2012 йылда Федераль һәм Башҡортостан Республикаһы бюджетынан бүленгән аҡсаға Белорет районында бѳтәһе 26 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителде....
Хосусилаштырыу мартта тамамлана 23-01-2013, 15:43 / Яңылыҡтар

Хосусилаштырыу мартта тамамлана

Рәсәйҙә хосусилаштырыу башланғанға 21 йыл. Бушлай хосусилаштырыу ваҡыты 2013 йылдың 1 мартына тиклем дауам итә. Шуға күрә торлаҡты бушлай хосусилаштырыу буйынса хоҡуғығыҙҙы файҙаланып ҡалығыҙ. Әлеге ваҡытта републикала торлаҡ биналарының 70 проценты хосусилаштырылған....
Әлегә киҙеү осрағы теркәлмәгән 23-01-2013, 15:42 / Һаулығың-байлығың

Әлегә киҙеү осрағы теркәлмәгән

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ғинуарҙың тәүге аҙнаһында республикала 10 меңдән ашыу кеше респиратор инфекция менән дауаханаларға мѳрәжәғәт иткән, күпселеге - балалар. Икенсе аҙнала сирләүселәрҙең һаны 28,5 процентҡа (13018 кеше) артҡан, уларҙың 66,5 проценты - балалар. Ике кешегә киҙеү диагнозы ҡуйылған. Башҡа йылдар менән сағыштырғанда, күрһәткестәр 28,4 процентҡа түбән һәм эпидемия тураһында һүҙ йѳрѳтѳүе иртә. Был миҙгелдә республикала 900 меңдән ашыу кеше киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан....
Сүп-сар түгеүҙең дә мәғәнәһе бар 23-01-2013, 15:40 / Экология

Сүп-сар түгеүҙең дә мәғәнәһе бар

Яңы йыл алдынан Ѳфѳ ҡалаһының Орджоникидзе районында йәшәгән туғандарҙа булғайным. Урамдарында ябай сүп-сар йәшниге янындағы тимер рәшәткәлеһенә пластик шешәләрҙе ташлауҙарын күреп аптыраным. Һорашып белештем һәм ошо яңылыҡ менән уртаҡлашҡым килде. Баҡһаң, Ѳфѳлә үткән йылдың июленән аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары ѳсѳн урамдарға 20 пластик контейнер ҡуйғандар. Ә Орджоникидзе районының торлаҡ-коммуналь муниципаль унитар предприятиеһы пластик шешәләр, һауыттар ѳсѳн тағы ла тимер рәшәткәле 20 контейнер урынлаштыра. Күреүебеҙсә, халыҡ яңылыҡты ихлас ҡабул итә һәм сүп-сарҙы айырып һалырға ѳйрәнә. Тирә-яҡ...
Сифатлы йәшәүҙең тѳп  күрһәткесе - сәләмәт халыҡ 22-01-2013, 15:17 / Яңылыҡтар

Сифатлы йәшәүҙең тѳп күрһәткесе - сәләмәт халыҡ

Кәңәшмә алдынан Ѳфѳ делегацияһы балалар поликлинкаһына, ҡала поликлиникаһының “Һаулыҡ”, онкологик үҙәгенә, дауахана ҡаласығының ҡан тамырҙарын дауалау бүлегендә булды....
Бейеүҙәрҙә - халыҡ тормошо һәм тарихы 22-01-2013, 09:34 / ---

Бейеүҙәрҙә - халыҡ тормошо һәм тарихы

Һәр халыҡтың үҙенә генә хас сифаттарын сағылдырған мәҙәниәте, тарихы, әҙәбиәте, сәнғәте, ҡабатланмаҫ милли ҡиммәттәре бар. Башҡорт халҡының донъяға фәлсәфәүи ҡарашы, матурлыҡты тойоу ҡеүәһе, яҡшы кешене идеал итеп ҡуйған тәрбиәүи ҡанундары, тәбиғәттән айырылғыһыҙ рухи донъяһы, үҙенең тыуған ерен һәм рухи азатлығын һаҡларлыҡ сая яугирлеге, ижад маһирлығы, йыр-бейеүгә оҫталығы, намыҫты бар нәмәнән ѳҫтѳн күреү кеүек сифаттары уның ижадына тәрән йоғонто яһай, тѳп йүнәлеш бирә. Ошо бай тарихыбыҙ сағылған ижадыбыҙҙы ѳйрәнеү, рухи үҫешебеҙҙе белеү милләтен хѳрмәт иткән һәр кешенең бурысы. Бейеү -...
Енәйәт тураһында ғаризаны тәртип һаҡлау органдарына нисек тапшырырға? 21-01-2013, 16:49 / Яңылыҡтар

Енәйәт тураһында ғаризаны тәртип һаҡлау органдарына нисек тапшырырға?

Белорет район-ара прокурор ярҙамсыһы Артур САФИН аңлата: - Енәйәт тураһындағы ғаризала йәмғиәт ѳсѳн ҡурҡыныс тыуҙырған эш һәм уның эҙемтәләре тураһында мәғлүмәт булырға тейеш. Ғариза асыҡ, аңлайышлы яҙылырға һәм уның авторы мотлаҡ күрһәтелергә тейеш. Енәйәт тураһындағы аноним ғариза енәйәт эше ҡуҙғатыуға сәбәпсе була алмай. Шулай уҡ ғариза биреүсе, РФ УПК-һының 141-се статьяһы 4-се бүлегенә ярашлы, РФ Енәйәт кодексының 306-сы статьяһы буйынса ялған донос ѳсѳн енәйәт яуаплылығына тарттырыласағы тураһында ла иҫкәртелә....
Ахырызамандың етеүен кѳт тә тор 21-01-2013, 16:48 / Социаль ѳлкә

Ахырызамандың етеүен кѳт тә тор

Бәләкәй генә ауыл тын утрауҙы хәтерләтә. Ауыл эргәһенән үткән поезд тауышы ғына тынлыҡты боҙа. Йорт хайуандары баҡырышҡаны, тегендә-бында кешеләр һѳйләшеүе ишетелә. Ирекһеҙҙән, күрше йорттарҙа йәшәгән ауылдаштарымды барлайым. Күптәре мәрхүм инде. Бѳтәһенең дә үлеменә араҡы сәбәпсе булған. Араҡы тип әйтеүе еңел дә ул, тик уның арҡаһында бер ѳйҙән генә йыл эсендә ѳсәр кешенең һәләк булыуы тураһында уйлаһаң, сәстәр үрә тора....
Данлыҡлы металлург 21-01-2013, 16:46 / Үрнәк

Данлыҡлы металлург

Кемдер эшенән, кемдер ғаиләһенән, кемдер яратҡан шѳғѳлѳнән ләззәт табып йәшәй был донъяла. Ә бына һәр яҡлап та бәхетле булғандарҙы беҙ Хоҙай Тәғәлә тарафынан «ҡурсауға» алынған кеше кеүек ҡабул итәбеҙ. Ә бит бының сере ябай - ныҡышмаллыҡ, алға ынтылыш, һәр саҡ маҡсат менән йәшәү. Олпат юбилейын - 85 йәшен билдәләгән данлыҡлы металлург Мәһәҙей Бәҙәмша улы Ғәлимшинды тап ошо сифаттары бәхетле ғүмер үрҙәренә алып килә лә инде....
Ҡар бѳртѳгѳ лә, бешкән сейә лә ул... 21-01-2013, 16:24 / Үрнәк

Ҡар бѳртѳгѳ лә, бешкән сейә лә ул...

Мамыҡтан ғына бәйләнгән бейәләй ѳҫтѳнә ҡунған ҡарҙарҙың һәр бѳртѳгѳ айырым-асыҡ күренә. Ҡарағыҙсы, күрегеҙсе беҙҙең семәрҙәрҙе, һырҙарҙы, тип әйтә кеүек ҡар бѳртѳктәре йымылдашып-йылмайышып. Ысын әле ул, һәр ҡар бѳртѳгѳндә нәзәкәтлекәй, наҙлыҡай ғына һырҙар һәм шул уҡ ваҡытта ниндәй аныҡ бѳтѳнлѳк, тѳҙѳк геометрик фигуралар! Аҡыл, фекерләү, матурлыҡ кеүек сифаттарҙың бергә ҡушылыуы шундай камиллыҡты тәшкил итә, күрәһең....