Мәсеттәр, сиркәүҙәр арта бара 21-01-2013, 16:03 / ---

Мәсеттәр, сиркәүҙәр арта бара

Муниципаль район хакимиәтендә дәүләт-конфессиялар мѳнәсәбәте буйынса комиссияның сираттағы йыйылышы булды. Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары, комиссия рәйесе И.С. Теләүбаев йыйылыусыларҙы Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда, күрше республикаларҙа, Кавказда Ислам дине донъяһына янаған хәүефле хәл-ваҡиғалар менән таныштырҙы һәм район-ҡала мәхәлләләре муллаларын уяу булырға саҡырҙы....
БАЛАЛАРҒА  иғтибар ҙур булды 21-01-2013, 16:00 / Яңылыҡтар

БАЛАЛАРҒА иғтибар ҙур булды

Сермән балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен Яңы йыл байрамы менән район-ара прокуратура, полиция етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, май-сыр комбинаты директоры Нәзиф Солтан улы Фәйзуллин, “Вита” дарыуханалар селтәре, Межгорьенан 30-сы тѳҙѳлѳш идаралығы етәкселеге кәрәкле техник ҡорамалдар, һәр балаға тәғәйен бүләк, күстәнәстәр, саналар, боҙшыуғыстар, дарыуҙар һәм башҡа күп әйберҙәр менән бүләкләне һәм ҡотланы....
Комбинатҡа - Рәхмәт хаты 21-01-2013, 15:56 / Социаль ѳлкә

Комбинатҡа - Рәхмәт хаты

Продукцияны әҙерләү һәм оҙатыу буйынса үҙ бурыстарын оператив башҡарған ѳсѳн Белорет металлургия комбинаты «В.П. Чкалов исемендәге Новосибирск авиация производство берекмәһе” йәмғиәтенән Рәхмәт хаты алды....
Алкоголле продукция, һыра һәм уның нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәрҙе ваҡлап һатыу менән шѳғѳлләнгән  предприятие етәкселәре иғтибарына! 21-01-2013, 15:53 / Социаль ѳлкә

Алкоголле продукция, һыра һәм уның нигеҙендә әҙерләнгән эсемлектәрҙе ваҡлап һатыу менән шѳғѳлләнгән предприятие етәкселәре иғтибарына!

1995 йылдың 22 ноябрендәге “Этил спиртын һәм составында алкоголь, спирт булған продукцияларҙы етештереү, әйләнешкә ебәреү һәм алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы сикләү” тураһында 171-се Федераль законға ярашлы 2013 йылдың 1 ғинуарынан: 1. Стационар булмаған урындарҙа 5 һәм унан түбән градуслы һыра һатыу тыйыла. 2. Стационар урындарҙа 5 һәм унан түбән градуслы һыраны киске 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем һатыу тыйыла. 3. Стационар объекттарҙа ниндәй генә һыра һатҡанда ла контроль-касса аппаратының булыуы шарт. Был алынған килемгә һалым түләүселәргә генә ҡағылмай. Бындай осраҡта һатып...
Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғы яҡланасаҡ 21-01-2013, 15:52 / Яңылыҡтар

Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғы яҡланасаҡ

2012 йылда Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиллек институты булдырылғайны. Яңы структура бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән дәүләт ихтыяжын яҡлаясаҡ. Бынан тыш, уның функцияһына эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген популярлаштырыу, эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау кеүек бурыстар ҙа инә....
Һуған һуты 21-01-2013, 10:02 / Һаулығың-байлығың

Һуған һуты

Һуған йәки һарымһаҡ һутының үҙен генә танауға һалыу зыянлы: улар бик әсе, танау эсе яныуы ихтимал. Һалҡын тейгән ваҡытта 5 тамсы һуған йәки һарымһаҡ һутына 15 тамсы зәйтүн йәки кѳнбағыш майы ҡушып ҡына ҡулланығыҙ....
Шишмә буйы 21-01-2013, 10:01 / Шиғриәт донъяһында

Шишмә буйы

Инйәр миңә һис ят түгел дә бит, Килен генә булып тѳшкәнмен. Урғып ташҡан хыялдарым менән Ғәзиз ерҙәй яҡын иткәнмен....
Оҙаҡ йәшә, ауылдаш! 21-01-2013, 09:59 / Үрнәк

Оҙаҡ йәшә, ауылдаш!

80 йәшен билдәләгән Сибәрбикә Абдулла ҡыҙы Ғафарова Архангел районы Тирәкле ауылында тыуып үҫә, бѳгѳнгѳ кѳндә Тимер юл ауылында донъя кѳтә. Тирәклелә башланғыс класты тамамлаған ҡыҙҙың ата-әсәһе Маныштыға күсеп ҡайтҡас, Сибәрбикә Инйәр мәктәбенә уҡырға бара. Бында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Тимер юл ауылына килеп эшкә урынлаша. 22 йыл буйына тимер юлында тѳрлѳ эштәрҙә йѳрѳй, 3 йыл тѳҙѳлѳштә штукатурлаусы-биҙәүсе булып та эшләп ала. Һәйбәт эшләгән ѳсѳн Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары бихисап. Уңған ҡатын бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙы менән кейәүе һәр ваҡыт килеп, хәл-әхүәлен...
Иман  таратыусы ФӘТИХ 21-01-2013, 09:58 / Иман

Иман таратыусы ФӘТИХ

Илебеҙҙә, әкренләп булһа ла, Ислам дине үҫеш ала, мәсеттәр тѳҙѳлә, иманға ҡайтыусылар арта, мәктәптә лә, бер сәғәт булһа ла, дәрестәр индерелде. Дин: «Яҡшы ҡарттар булмаған ерҙә, яҡшы йәштәр ҙә булмай» тип ѳйрәтә. Изге Ҡѳрьән менән саф, камил аҡыллы кешеләр генә вәғәзләнер, ти китап. Ошондай ғилемле, мәғрифәтле кеше тураһында һүҙем. Фәтих Фәтҡуллин хәҙрәт сығышы менән Исмаҡай ауылынан. Әле Межгорье ҡалаһында йәшәй. Имам хаж ҡылған, биш намаҙын ҡалдырмай, ураҙа тота. Ул Межгорьела, Исмаҡайҙа мәсет һалдырған. Асыҡ йѳҙлѳ, изге күңелле, йомарт кеше....
Олатаһы юлында 21-01-2013, 09:56 / Мәҙәниәт

Олатаһы юлында

Яныбай ағай Хамматовтың ейәнсәре Алһыу Хамматова һѳнәре буйынса табибә. Олатаһы һәм ѳләсәһенең бер бѳтѳн булып романдар яҙыуҙары, әсәһе Гүзәл Яныбай ҡыҙының әҙәбиәт донъяһында, тәржемә ѳлкәһендә, шулай уҡ рәссамлыҡ менән ихлас шѳғѳлләнеүҙәре эҙһеҙ үтмәй. Алһыу ҙа сит телдәрҙән дә яҡшы ѳлгәшә, башҡорт телендә лә иркен аралаша, бәләкәй сағынан һүрәт тѳшѳрѳргә, ҡурсаҡтар яһарға ла әүәҫ була. Тәржемә эшенә мауығыу итеп кенә ҡарамай, йылдар үткән һайын етдирәк шѳғѳлләнә һәм бына уның тәүге ижад емештәрен күрәбеҙ....