Яныбай Хамматов менән осрашыу хәтирәләре 21-01-2013, 09:55 / Мәҙәниәт

Яныбай Хамматов менән осрашыу хәтирәләре

Әҙәбиәттә романист булып танылған күренекле башҡорт яҙыусыһы, мәшһүр яҡташыбыҙ Яныбай Хамматов менән Инйәр тѳбәгендә йәшәүселәр, 1-се Инйәр урта мәктәбе коллективы хаҡлы рәүештә ғорурлана, сѳнки ул 3 йыл Инйәр мәктәбендә белем ала. Заманына күрә Инйәр мәктәбе Инйәр ҡатайҙары биләмәһендә берҙән-бер абруйлы ҙур мәктәп була....
МУТЛАШЫУСЫЛАР ЙОҠЛАМАЙ 21-01-2013, 09:53 / Тәртип һағында

МУТЛАШЫУСЫЛАР ЙОҠЛАМАЙ

Киң мәғлүмәт сараларында телефон ярҙамында алдау юлы менән граждандарҙың аҡсаларына эйә булыусы мутлашыусылар тураһында хәбәр иткәйнек инде. Шуға ҡарамаҫтан, Белорет полицияһының дежур бүлегендә көн һайын билдәһеҙ шылтыратыусыларҙың мәкерле ауына эләгеүселәр һаны арта бара. Еңел аҡса артынан ҡыуыусылар көн һайын тиерлек яңынан-яңы ысулдар уйлап таба. Мәҡәләлә шуларҙың киң таралғандарын ҡарап үтәйек....
Киләсәккә ѳмѳт менән... 21-01-2013, 09:52 / Мәғариф

Киләсәккә ѳмѳт менән...

Күптән түгел Межгорье ҡалаһынан бер апай БСТ каналындағы «Времечко» программаһына шылтыратып, милли мәғариф ѳлкәһендәге үҙгәрештәрҙе тәнҡитләп, әсенеп, ярһып, ризаһыҙлығын белдереп һѳйләне. Уҡытыусы булараҡ, мине лә уның борсолоуҙары уйландырҙы һәм уға ҡарата үҙ ҡарашымды белдерергә булдым. Минеңсә, милли мәғариф ѳлкәһендә үҙгәрештәр кәрәк икәнен күп ата-әсәләр аңлап етмәй. Был үҙгәрештәр заман талабы. Киләсәк быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү һѳҙѳмтәһендә социаль, психик яҡтан үҫешкән, аң-белемгә ынтылған шәхес тәрбиәләү бик кәрәк....
Ҙур ҡалалағы оло  еңеүҙәр 21-01-2013, 09:49 / Конкурстар

Ҙур ҡалалағы оло еңеүҙәр

Быйылғы ҡышҡы каникулды Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы, 14-се гимназия, 20-се мәктәп уҡыусылары күңелле һәм файҙалы үткәрҙе. Быға тиклем халыҡ-ара, республика конкурстарында һүрәт тѳшѳрѳү буйынса еңеүсе урындар яулаған ун уҡыусы Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Планета киләсәге” тип аталған халыҡ-ара конкурс-фестивалендә ҡатнашты. Уҡыусыларҙы “Самоцветы” изостудияһы етәксеһе Дәүләтова Эльвира Рафаэль ҡыҙы конкурсҡа әҙерләне һәм, үҙ ѳҫтѳнә ҙур яуаплылыҡ алып, балалар менән алыҫ юлға сыҡты....
Ихласлыҡтары менән ҡыуандырҙылар 21-01-2013, 09:47 / Мәҙәниәт

Ихласлыҡтары менән ҡыуандырҙылар

2012 йылда, «Урал» гәзитенең 90 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, редакция хеҙмәткәрҙәре ауылдарға сығып, гәзит уҡыусылар менән осрашыуҙар ойошторҙо. Сара Әзекәй ауылында тамамланды. Билдәләнгән ваҡытҡа әзе-кәйҙәр ауыл китапханаһына йыйылды. Баш мѳхәррир Сатура Минһажитдинова «Урал» гәзите тарихы, почта таратыуҙағы проблемалар тураһында ентекләп һѳйләне. Артабан лотерея уйыны ойошторолдо. Ике йәшлек Яҙгѳл Таһирова уйында ҡатнашыусыларҙың абонементтарын тартып сығарҙы....
Әсәйемме, әллә инәйемме? 21-01-2013, 09:26 / Әсәм теле - сәсән теле

Әсәйемме, әллә инәйемме?

Был бик ҡатмарлы һорау, сѳнки башҡорт әҙәби теленә “әсәй” һүҙе ингән. Шулай ҙа күп кеше “инәй” тип һѳйләшә. Инәй - кемдер ѳсѳн ул атаһының йәки әсәһенең апаһы, ә кемдер ѳсѳн иң ҡәҙерле кешеһе - әсәһе....
Енәйәт тураһында ғаризаны тәртип һаҡлау органдарына нисек тапшырырға? 21-01-2013, 09:24 / Тәртип һағында

Енәйәт тураһында ғаризаны тәртип һаҡлау органдарына нисек тапшырырға?

Белорет район-ара прокурор ярҙамсыһы Артур САФИН аңлата: - Енәйәт тураһындағы ғаризала йәмғиәт ѳсѳн ҡурҡыныс тыуҙырған эш һәм уның эҙемтәләре тураһында мәғлүмәт булырға тейеш. Ғариза асыҡ, аңлайышлы яҙылырға һәм уның авторы мотлаҡ күрһәтелергә тейеш. Енәйәт тураһындағы аноним ғариза енәйәт эше ҡуҙғатыуға сәбәпсе була алмай. Шулай уҡ ғариза биреүсе, РФ УПК-һының 141-се статьяһы 4-се бүлегенә ярашлы, РФ Енәйәт кодексының 306-сы статьяһы буйынса ялған донос ѳсѳн енәйәт яуаплылығына тарттырыласағы тураһында ла иҫкәртелә....
Лицензиялары булмаған 18-01-2013, 16:32 / Яңылыҡтар

Лицензиялары булмаған

Прокуратура район-ҡала мәғариф учреждениеларында белем биреү эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙа лицензия законы үтәлешен тикшерә. Һѳҙѳмтәлә Үҙәнбаш урта белем биреү мәктәбенең 2012 йылдың майынан лицензияһыҙ эшләүен асыҡлай. Ошондай уҡ хәл Исҡушты, Исмаҡай, Мулдаҡай, ҡалала В.К. Сурин исемендәге 3-сѳ, 23-сѳ мәктәптәрҙә, шулай уҡ Үҙән балалар баҡсаһында күҙәтелә. Был факт буйынса директорҙарға ҡарата административ яуаплылыҡ буйынса эштәр ҡуҙғатылған. Ә мәғариф бүлеге начальнигы етешһеҙлектәрҙе бѳтѳрѳү талабы менән дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырыла....
Алой  үләненең  файҙаһы  һәм зыяны 18-01-2013, 16:31 / Һаулығың-байлығың

Алой үләненең файҙаһы һәм зыяны

Өйҙәрендә күптәр алой үләнен үҫтерә. Уны ашҡаҙандың сей яраһын, бөйәнде, эс ҡатыуҙы, шәкәр диабетын, үпкә шешен, асыҡ яраны, бешкән урынды, ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың түлһеҙлеген дауалауҙа файҙаланалар. Алой үләненән яһалған дарыуҙар бихисап. Бер нисәһен тәҡдим итәбеҙ....
Китап  уҡыуҙың файҙаһы 18-01-2013, 16:08 / Конкурстар

Китап уҡыуҙың файҙаһы

1 апрелдән 30 ноябргә тиклем «2012 йылда Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы китап уҡыусыһы» тип аталған республика конкурсы уҙҙы. Унда ѳс йәш категорияһы буйынса бѳтәһе 530 кеше ҡатнашҡан. Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһының 5 китап уҡыусыһы ла был конкурста ҡатнашты. 8 йәштән 14 йәшкә тиклем - лицей-интернаттан VIII класс уҡыусыһы Әнүәр Хажин, 14-се гимназиянан VI “а” класс уҡыусыһы Элина Ғибәҙуллина, башҡорт гимназияһынан III класс уҡыусыһы Азалия Шәғәлина, 15 йәштән 24 йәшкә тиклем - 20-се мәктәптән X класс уҡыусыһы Эрик Солтанов һәм 25 йәштән ѳлкәндәр араһында педколледждың...