“Мәғариф” тураһында яңы закон 15-01-2013, 16:21 / Мәғариф

“Мәғариф” тураһында яңы закон

Президент Владимир Путин «Мәғариф» тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы Документҡа ярашлы, I класҡа тәүҙә мәктәп биләмәһендә йәшәгән уҡыусылар ҡабул ителә. Төплө белем биргән мәктәптәргә балаларҙы алыу урта һәм өлкән кластарҙа ғына башҡарыла. Ижади учреждениеларға уҡыусылар конкурс нигеҙендә алына....
Кешеләргә шатлыҡ ѳләшеп 15-01-2013, 16:19 / Мәҙәниәт

Кешеләргә шатлыҡ ѳләшеп

«Иң яҡшы Яңы йыл биҙәлеше» смотр-конкурсын быйыл Сосновка ауыл биләмәһе хакимиәте үткәрҙе. Сосновканан Илшат Әҡсәнов, Фидан Ғилметдинов, Римма һәм Шамил Нарынбаевтар, ейәнсәрҙәре менән бергә Ғәйшә Янышева, Айгѳл Минһажитдинова менән Илфат Зикриндар бик актив ҡатнашһа, Рысыҡайҙан Мәрйәм Зикрина ғаиләһе менән баҡсаһын матур итеп биҙәгән. Үҙҙәренең йорт алдына ла, урамға ла Шыршы ултыртыусылар, йәки үҫеп ултырған шыршыны биҙәүселәр, ҡарҙан тѳрлѳ һындар эшләүселәр күп булды. Смотр-конкурста еңеүселәр ҙә, ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы....
Һаулығыңды алдан ҡайғырт 15-01-2013, 16:16 / Һаулығың-байлығың

Һаулығыңды алдан ҡайғырт

Муниципаль район хакимиәтендә һаулыҡ буйынса йомғаҡлау ултырышы булып үтте. Һаулыҡ буйынса ведомство-ара комиссия рәйесе, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары И.С. Теләүбаев әлеге ваҡытта Рәсәйҙә демографик хәлдең киҫкен тороуы, алдағы 10-15 йыл менән сағыштырғанда тыуым күпкә яҡшырһа ла, илдә үлем күрһәткесе юғары булыуы тураһында һѳйләне....
Ҡайҙа закон үтәлә - шунда тәртип 11-01-2013, 15:05 / Яңылыҡтар

Ҡайҙа закон үтәлә - шунда тәртип

Прокуратура хеҙмәткәрҙәренең һѳнәри байрамы алдынан Белорет район-ара прокуроры урынбаҫары, I класлы юрист Владимир Александрович ЧИЛИКИН менән әңгәмәләштек....
Ил байлығы - уның халҡы 11-01-2013, 15:03 / Сәйәсәт

Ил байлығы - уның халҡы

Яңы йыл ишек ҡаҡҡанда республика президенты Р. З. Хәмитов «Вечерняя Уфа» гәзите хәбәрселәре менән осрашты. Был әңгәмәнән өҙөктәрҙе гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итмәксебеҙ....
Электрон карталарҙан  баш тартмағыҙ 11-01-2013, 15:02 / Социаль ѳлкә

Электрон карталарҙан баш тартмағыҙ

Быйыл 1 ғинуарҙан Башҡортостанда граждандарҙың ғаризаһы буйынса универсаль электрон карталар эшләп сығарыу башланды....
Шатлыҡ  ѳләшеүселәр 11-01-2013, 15:01 / Мәҙәниәт

Шатлыҡ ѳләшеүселәр

Яңы йыл, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм бүләк - быларҙы балалар йыл да һағынып кѳтѳп ала....
Депутат эшкә тотондо 11-01-2013, 15:00 / Мәҙәниәт

Депутат эшкә тотондо

“Асы” шифаханаһы дәүләт предприятиеһы директоры Буранбай Ямалов, район Советы депутаты булараҡ, ауыл мәктәптәрендә үткән Яңы йыл байрамдарында ҡатнашты....
Шығайҙа - «Елмәрҙәк» АРТИСТАРЫ 11-01-2013, 14:59 / Мәҙәниәт

Шығайҙа - «Елмәрҙәк» АРТИСТАРЫ

Инйәр мәҙәниәт йортоноң «Елмәрҙәк» халыҡ театрының үҙешмәкәр артистары, кѳндәр һыуыҡ тороуға ҡарамаҫтан, Хәмит Ирғәлиндың «Ҡулдарымда турғай» исемле спектакле менән Йѳйәк, Шығай ауылдары халҡын һѳйѳндѳрѳп ҡайтты....
Байрам бүләктәргә бай булды 11-01-2013, 14:58 / Мәҙәниәт

Байрам бүләктәргә бай булды

2012 йылдың һуңғы кѳнѳндә Ноҡат башланғыс мәктәбендә үткән Шыршы байрамы башҡа йылдарға ҡарағанда ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булды. Байрам алдынан район Советы депутаты Буранбай Нәсим улы Ямалов мәктәпкә компьютер бүләк итте, һәр балаға Яңы йыл күстәнәстәрен таратты. Инйәр хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы Мѳфтәхетдинов та бүләктәр алып килгән....