Аҙна хәбәрҙәре 1-02-2013, 14:55 / Тәртип һағында

Аҙна хәбәрҙәре

Полиция хеҙмәткәрҙәре Белоретта йәшәүсе 30-йәшлек ҡатындың фатирынан компьютер һәм телефон урлаған егетте ҡулға алды. Енәйәт ҡылынған көндө ҡатын эштә, ә уның бәләкәй балалары урамда уйнап йөрөгән. Ҡустыһы яңы ғына танышҡан ирҙе апаһының буш фатирына индерә. Икәүләп эскәндән һуң, ярайһы уҡ иҫергән ҡустыһы ҡайтып китә, ә “ҡунаҡ” фатирҙа тороп ҡала. Уңайлы форсаттан файҙаланып, ир компьютерҙы һәм телефонды урлап, үҙенең өйөнә алып ҡайта. Әлеге ваҡытта был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ә уғры һаҡ аҫтына алынған. Яңыраҡ ҡына төрмәнән сыҡҡан енәйәтсегә 200 һум күләмендә штраф йәки 5 йылға...
Һыҡы ҡар  яуһа, тымау тейҙерә кеше 1-02-2013, 14:51 / Арҙаҡлы яҡташтар

Һыҡы ҡар яуһа, тымау тейҙерә кеше

Әҙәм балаһы элек-электән тәбиғәт менән килешеп, бер тулҡында йәшәргә тырышҡан. Тулҡындарҙы уртаҡ көйгә көйләгәндә тәбиғәттәге бер үҙгәреш тә, күренеш тә күҙ уңынан ысҡынмаған. Был күҙәтеүҙәрҙән сығып, яҡын араларға һауа торошо билдәләнгән, тәбиғәттә килеп сығасаҡ көтөлмәгән хәлдәр күҙалланған, ауыл хужалығындағы мәсьәләләр хәл ителгән. Тәбиғәт менән аралашыу дәүерендә йыйылған тәжрибә кәрәкле һығымталар яһау өсөн үтә лә мөһим булған. Үкенескә күрә, тәбиғәт менән бер бөтөн булып йәшәүҙе аңлаусылар арабыҙҙа кәмей бара. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы иһә тәбиғәт менән уртаҡ тел табып йәшәгән ...
Дәһшәтле ваҡиғаға - 70 йыл 1-02-2013, 14:46 / Мәҙәниәт

Дәһшәтле ваҡиғаға - 70 йыл

Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немец-фашист илбаҫарҙарын ҡыйратыуына 70 йыл тулыу айҡанлы, Рәсәй почтаһы “Сталинградты обороналаған ѳсѳн” миҙалы менән бүләкләнгән Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандарына ил Президенты Владимир Путиндың ҡотлауҙарын ебәрә башланы. Был һуғышта ҡатнашыусыларға ошо кѳндәрҙә һигеҙ мең самаһы ҡотлау ебәрелде. Бындай хаттарҙы иң күп алыусылар Волгоград һәм Ростов ѳлкәләрендә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Краснодар крайында йәшәй. Башҡортостанға 300 самаһы ҡотлау киләсәк. Почтальондар уларҙы 29 ғинуарҙан 1 февралгә тиклем тарата....
Полиция музейында 100 меңенсе кеше бүләкләнде  Ҡаланың 16-сы мәктәбенең VI класс уҡыусылары менән осрашыу балалар ѳсѳн генә түгел, музей етәксеһе Александр Борисков ѳсѳн дә иҫтәлекле ваҡиғаға әүерелде. 1-02-2013, 14:43 / Тәртип һағында

Полиция музейында 100 меңенсе кеше бүләкләнде Ҡаланың 16-сы мәктәбенең VI класс уҡыусылары менән осрашыу балалар ѳсѳн генә түгел, музей етәксеһе Александр Борисков ѳсѳн дә иҫтәлекле ваҡиғаға әүерелде.

Белорет полицияһының тарихы һәм музейҙағы экспонаттар менән таныштырғандан һуң Александр Викторович ошо осрашыуҙың серен асты - класташы Настя Терентьева музейға килеүсе 100 000-се кеше. Ә Аня Алешина икенсе йѳҙ меңенселәрҙең беренсеһе булды. Ошо уңайҙан ҡыҙҙарға бүләктәр тапшырылды. Был традиция күптәнән бар. 40 йыл инде музей иҫтәлекле һанда килеүселәрен тәбрикләй. Музейҙың тәүге етәксеһе Николай Васильевич Чумиков баштан уҡ экскурсанттарына теүәл иҫәп алып барған. Шулай итеп, «матур» һан эйәләре лә музейҙа теркәлә....
1 февралдән пенсия арта 1-02-2013, 14:27 / Яңылыҡтар

1 февралдән пенсия арта

РФ Хѳкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 февралдән бѳтә тѳр хеҙмәт пенсиялары 6,6 процентҡа күтәрелә. Һәр пенсионерҙың пенсияһы, күләменә ҡарап, индивидуаль арттырыласаҡ. Ике пенсия алыусыларҙың иһә тик берәүһе - хеҙмәт пенсияһы ғына арта....
Йәйең тынғыһыҙ үтһә, ҡышың тыныс булыр 1-02-2013, 14:24 / Ауыл тормошо

Йәйең тынғыһыҙ үтһә, ҡышың тыныс булыр

Мал ҡышлатыу нисек бара? Ошо һорау менән беҙ бер нисә крәҫтиән-фермер хужалығы ғына мѳрәжәғәт иттек. Ҡаһармандан Таштимер Тѳлкѳбай улы Ғәлин: - Бѳгѳнгѳ кѳндә беҙҙең 60 һыйырыбыҙ, 30 атыбыҙ, 80-ләп сусҡабыҙ бар. Ҡышты имен-аман сығып киләбеҙ, әммә иген юҡ. Элек килтереп һатып йѳрѳй торғайнылар. Былай үҙем Бѳрйән яғынан алып килергә һѳйләштем. Фермерҙарға еңелдән түгел. Хѳкүмәттән дә ярҙам юҡ тиерлек. Яҙлы-кѳҙлѳ яғыулыҡ-майлау материалдарына әҙерәк хаҡты тѳшѳргән булалар. Яғыулыҡҡа ла ...