Йәштәр, һѳйѳнсѳ! 8-02-2013, 16:29 / Мәҙәниәт

Йәштәр, һѳйѳнсѳ!

Яҡташыбыҙ Заһит Ҡунафин бѳгѳнгѳ кѳндә иң популяр эстрада йырсыларының береһе. Йырсы беҙҙе - яҡташтарын йыл да үҙенең ѳр-яңы йырҙары, концерттары менән ҡыуандырып тора. Ниһайәт, Заһит үҙенең дуҫтары менән беҙгә килә. Ғашиҡтар кѳнѳнә арналған был кисәлә МС Баш, Анжелика, Илмир Моталов, Айнур Мансуров, Нагира, Ильяс Күсембаев, Фаил Юмалин, Йәмил Баймурзин, “Хыял” тѳркѳмѳ, башҡа популяр башҡарыусылар ҡатнаша. Тамаша уйын-кѳлкѳгә, конкурстарға бай булмаҡсы, шулай уҡ ҡунаҡтарҙы иҫтәлекле бүләктәр ҙә кѳтә. Бѳтә ғашиҡтарҙы ошо байрамға арналған тамашаға кѳтѳп ҡалабыҙ. Концерт бик күңелле һәм...
Әллә ғәмһеҙлек, әллә һаҡһыҙлыҡ үлемгә килтерә 8-02-2013, 16:26 / Социаль ѳлкә

Әллә ғәмһеҙлек, әллә һаҡһыҙлыҡ үлемгә килтерә

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, ҡыҙыл әтәстән һаҡ булыу ѳсѳн граждандарҙы йыш иҫкәртеп, тѳрлѳ профилактик саралар үткәрелеп торһа ла, янғындар һаны кәмемәй. Ғинуарҙан бѳгѳнгә тиклем район-ҡалала 17 янғын сыҡҡан. Унда алты кеше һәләк булып, дүртәүһе тѳрлѳ йәрәхәт алған. Кешеләрҙең ғәмһеҙлеге, йылытыу приборҙары менән һаҡһыҙ ҡыланыуы, спиртлы эсемлек менән артыҡ мауығыуы арҡаһында, ғәҙәттә, күбеһенсә шәхси йорттар яна. Ошо аҙналағы янғын да ҡаланың Октябрьский биҫтәһендәге шәхси йортта сыға. Фажиғәлә 59 йәшлек Нухов Ислам, уның ҡатыны Зәбирә Нухова һәм күршеләре Айгашева Нина һәләк...
Хуплайбыҙ! 8-02-2013, 16:25 / Сәйәсәт

Хуплайбыҙ!

Был проектты беҙҙең районда халыҡ дәррәү күтәреп алды. Ауыл активистары, ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары етәкселәре райондан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙе күрһәтте, мѳхәрририәткә телефон аша шылтыратыуҙар күп булды. Хәҙер “Яҡташтар” проектын хуплаусыларҙың бер нисәүһенә һүҙ бирәйек. Әминә Килдейәрова, Белорет ҡалаһында йәшәй, пенсионер: - Был яңы проект тураһында хәбәрҙе иң тәүҙә “Урал” гәзите биттәрендә уҡы-ным. Күптән түгел ѳйгә волонтерҙар килде. Тәүҙә аптырап киттем, элгәре бындай саралар булмай торғайны бит. Улар кемде “Яҡташтар” проектына тәҡдим итер инегеҙ, тип һоранылар һәм уйларға...