Полиция музейында 100 меңенсе кеше бүләкләнде  Ҡаланың 16-сы мәктәбенең VI класс уҡыусылары менән осрашыу балалар ѳсѳн генә түгел, музей етәксеһе Александр Борисков ѳсѳн дә иҫтәлекле ваҡиғаға әүерелде. 1-02-2013, 14:43 / Тәртип һағында

Полиция музейында 100 меңенсе кеше бүләкләнде Ҡаланың 16-сы мәктәбенең VI класс уҡыусылары менән осрашыу балалар ѳсѳн генә түгел, музей етәксеһе Александр Борисков ѳсѳн дә иҫтәлекле ваҡиғаға әүерелде.

Белорет полицияһының тарихы һәм музейҙағы экспонаттар менән таныштырғандан һуң Александр Викторович ошо осрашыуҙың серен асты - класташы Настя Терентьева музейға килеүсе 100 000-се кеше. Ә Аня Алешина икенсе йѳҙ меңенселәрҙең беренсеһе булды. Ошо уңайҙан ҡыҙҙарға бүләктәр тапшырылды. Был традиция күптәнән бар. 40 йыл инде музей иҫтәлекле һанда килеүселәрен тәбрикләй. Музейҙың тәүге етәксеһе Николай Васильевич Чумиков баштан уҡ экскурсанттарына теүәл иҫәп алып барған. Шулай итеп, «матур» һан эйәләре лә музейҙа теркәлә....
1 февралдән пенсия арта 1-02-2013, 14:27 / Яңылыҡтар

1 февралдән пенсия арта

РФ Хѳкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 февралдән бѳтә тѳр хеҙмәт пенсиялары 6,6 процентҡа күтәрелә. Һәр пенсионерҙың пенсияһы, күләменә ҡарап, индивидуаль арттырыласаҡ. Ике пенсия алыусыларҙың иһә тик берәүһе - хеҙмәт пенсияһы ғына арта....
Йәйең тынғыһыҙ үтһә, ҡышың тыныс булыр 1-02-2013, 14:24 / Ауыл тормошо

Йәйең тынғыһыҙ үтһә, ҡышың тыныс булыр

Мал ҡышлатыу нисек бара? Ошо һорау менән беҙ бер нисә крәҫтиән-фермер хужалығы ғына мѳрәжәғәт иттек. Ҡаһармандан Таштимер Тѳлкѳбай улы Ғәлин: - Бѳгѳнгѳ кѳндә беҙҙең 60 һыйырыбыҙ, 30 атыбыҙ, 80-ләп сусҡабыҙ бар. Ҡышты имен-аман сығып киләбеҙ, әммә иген юҡ. Элек килтереп һатып йѳрѳй торғайнылар. Былай үҙем Бѳрйән яғынан алып килергә һѳйләштем. Фермерҙарға еңелдән түгел. Хѳкүмәттән дә ярҙам юҡ тиерлек. Яҙлы-кѳҙлѳ яғыулыҡ-майлау материалдарына әҙерәк хаҡты тѳшѳргән булалар. Яғыулыҡҡа ла ...