“Мѳғжизәгә  килә ышанғы...” 22-02-2013, 15:41 / Ял минуттарында

“Мѳғжизәгә килә ышанғы...”

Кеше барыбер үҙ ғүмерендә ниндәй ҙә булһа мѳғжизә кѳтѳп йәшәй. Бәлки, тап ана шундайҙарға ул ғүмеренең ҡайһылыр бер мәлендә килеп күренә лә инде. Шуғалыр ҙа һәр Яңы йылды үҙенә күрә бер мѳғжизә һымаҡ ҡабул итәбеҙ. Һеҙгә һѳйләйәсәк серле хәтирәнең дә тап 1 ғинуарҙа булыуы ла осраҡлы түгелдер, тип уйлайым....
Мәҙәниәткә бағышланған  ғүмер 22-02-2013, 15:38 / Мәҙәниәт

Мәҙәниәткә бағышланған ғүмер

Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почетлы кинематографисы, бѳгѳнгѳ кѳндә Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев Инйәр мәҙәниәт йортонда үҙенең юбилей кисәһен үткәрҙе. Инйәр мәҙәниәт йорто, Инйәр ауыл биләмәһе хакимиәте коллективтары ҡунаҡтарҙы башҡорт ҡунаҡсыллығы менән ҡаршыланы. Уңған хужабикәләр әҙерләгән башҡорт аштарынан ѳҫтәлдәр һығыла, Инйәр оҫталарының эштәренән йылдың-йылы байый барған музей һәр кемде үҙенә ылыҡтырып-саҡырып тора....
Депутат эш башланы 22-02-2013, 15:37 / Яңылыҡтар

Депутат эш башланы

Күп ваҡытта халыҡ депутаттар тураһында кире фекерҙә була. Уларҙың ни файҙаһы бар, тиҙәр. Ҡайһы берәүҙәр депутаттарының кем икәнен дә белмәй. Әгәр ҙә депутат һайлаусылары менән осрашып, уларҙың һорауҙарын кәрәкле урынға еткерһә, байрамдарҙа ҡотлап үтһә, шул саҡта эше күренер ине. Ә инде кемде депутат итеп һайлағандарын белмәүҙең сәбәбе һайлауға йѳрѳмәүҙә....
Һәр саҡ тәбиғәт һағында 22-02-2013, 15:31 / Тәбиғәт-Әсә һулышы

Һәр саҡ тәбиғәт һағында

Бына тағы ла йыл һѳҙѳмтәләрен барлау ваҡыты етте. Эштәребеҙҙең ыңғай һәм кире яҡтарын барлап, алдағы эш пландарын күҙалларға ла мѳмкин. Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы ѳсѳн 2012 йыл нимәһе менән һѳҙѳмтәле булды һуң? Әллә ни үҙгәрештәр булманы, бурыстар һәм маҡсаттар, ҡурсаулыҡ сиктәре шул килеш ҡалды, коллектив, һәр ваҡыттағыса, ауыр һәм кәрәкле булған тәбиғәтте һаҡлау эшен намыҫ менән атҡарҙы. 2012 йылдың йәйе ныҡ эҫе тороу сәбәпле, апрелдән авгусҡа тиклем дѳйѳм майҙаны 40 гектар тәшкил иткән 10 янғын осрағы һүндерелде. Ҡурсаулыҡ ѳсѳн еңел булмаған осорҙа туристар һәм ял итеүселәр...
Зыян 1 миллиард һумдан ашҡан 22-02-2013, 15:29 / Яңылыҡтар

Зыян 1 миллиард һумдан ашҡан

15 февралдәге метеорит үткән аҙнаның тѳп ваҡиғаһына әйләнде. Бѳтә ерҙә лә ошо хаҡта һѳйләйҙәр. Белгестәр был аномаль хәлде метеорит ямғыры тип аңлата. Масштаблы тәбиғәт күренешенең кеше ҡорбандарһыҙ үтеүен мѳғжизәгә тиңләйҙәр. Метеорит ямғырын бер нисә тѳбәктә күргәндәр, әммә иң кѳслѳһѳ Силәбе ѳлкәһенә тура килә. Силәбе ҡалаһы һәм уның эргәһендәге бер нисә ҡала халҡы метеориттың кѳсѳн үҙ иңендә татый....
“Асыҡ республика”  проекты эш башланы 22-02-2013, 15:27 / ---

“Асыҡ республика” проекты эш башланы

Интернет селтәрендә дәүләт власы органдарының сайты - электрон ҡабул итеү бүлмәһе эшләй башланы. Электрон ҡабул итеү бүлмәһе тѳрлѳ мәсьәләләр буйынса сиратта тороуҙы бѳтѳрәсәк һәм проблемаларҙы Республика етәкселегенә ваҡытында еткереүҙе хәл итәсәк. Ғариза биреүсе шәхси кабинеты аша реаль ваҡыт режимында үҙ мѳрәжәғәтенең хәл ителешен тикшереп тора ала. Бында шулай уҡ фекер алышыу майҙаны ла эшләйәсәк, теләүселәр үҙ мѳрәжәғәтенә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡ....
Афған онотолмай 22-02-2013, 15:25 / Мәҙәниәт

Афған онотолмай

15 февралдә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 24 йыллығы уңайынан яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу саралары уҙҙы. Иң тәүҙә яугир-интернационалистар, хәрби хәрәкәттәрҙә вафат булып ҡалғандарҙың ата-әсәләре, яҡындары, муниципаль район хакимиәте, ветерандар советы, Афғанстан ветерандары союзы һәм башҡа ойошма һәм учреждение вәкилдәре Кѳньяҡ Кавказда һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һәм веноктар һалды һәм Тыуған иле ѳсѳн ҡаһармандарса һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды. Бында запастағы подполковник Ильяс Алсынбаев менән Абҙаҡ ауыл хакимиәте башлығы...
Йәш табип эшкә килде 22-02-2013, 15:03 / Һаулығың-байлығың

Йәш табип эшкә килде

Октярбь Революцияһына тиклем Сермән ауылында 5 урынлыҡ стационар дауахана булыуы билдәле. 1904 йылда Ҡазан университетын тамамлаған Атласов Хабибрахман тигән табип эшләгән. Уның ҡул аҫтында бер фельдшер ҙа булған. Һуғыштан һуң эшләгән билдәле табип В.К. Махиняны әле лә тик яҡшы яҡтан иҫләйҙәр. Р.А. Шәйәхмәтова, Р.М. Ҡәҙерғәлина, Р.А. Ағзамов бик тырышып эшләнеләр. Ә инде И.А. Килдейәров табип булып эшләгән сағында дауахананың базаһын нығытырға тырышты. Кер йыуыу, ҡабул итеү, ашхана, тѳкѳтмә тѳҙѳтѳлдѳ, стационар дауалау урындары арттырылды. Инде 25 йыл табип йѳгѳн Альберт Лев улы Ғарипов тарта....
Бурыстарҙы ҡаплауға киткән 22-02-2013, 15:00 / Социаль ѳлкә

Бурыстарҙы ҡаплауға киткән

“Хѳрмәтле редакция, Яңы йыл алдынан уҡытыусыларға Президент премияһы бирелде. Күрше Учалы, Әбйәлил райондарында ул сумма 25-30 мең һум тәшкил итһә, беҙҙең районда 4-7 мең һум ғына булды. Быны мәғариф идаралығы нимә менән аңлата икән. А. йомадилова”....
Сермәндәр хоккей майҙансығын яңыртҡан 22-02-2013, 14:58 / Спорт һәм туризм

Сермәндәр хоккей майҙансығын яңыртҡан

9 февралдә хоккей буйынса муниципаль район беренселегенең IV туры Сермән ауылында үтте. Сермәндәр ҡунаҡтарҙы ҡаршылауға ныҡлы әҙерләнгән: хоккей майҙансығын тулыһынса яңыртҡандар, боҙҙары ла ялтырап ята. Сараны асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Пинящук, район Советы депутаты Арыҫлан Мырҙагилдин, Сермән ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов, “Урал” ПКС-ы рәйесе Рәүф Хәлитов ҡатнашты....