Йѳйәктәр Афғанда ла һынатманы 22-02-2013, 14:51 / Яңылыҡтар, Үрнәк

Йѳйәктәр Афғанда ла һынатманы

Тып-тыныс тормошта йәшәп ятҡан ерҙән бер кемгә кәрәкмәгән мәғәнәһеҙ һуғышҡа барып ингән йәп-йәш кенә егеттәрҙең ҡаны менән һуғарылған Афғанстан ере. “Афған”, тиһәң, һыҙлай яралар, “Афған”, тиһәң, әрней йѳрәктәр”, тип әйтергә була был ваҡиғаларҙы иҫләп. Афғандағы һуғышта ҡатнашҡандарҙың хәле элекке һуғыштарҙа ҡатнашҡандарҙыҡынан күпкә ауырыраҡ булды, сѳнки Бѳйѳк Ватан һуғышында һәр һалдат ни ѳсѳн, кем ѳсѳн ҡан ҡойғанын, артта Тыуған ил торғанлығын арҡаһы менән тойоп, йѳрәге менән аңлап һуғышҡа инде. Ә афғандар ѳсѳн был һуғыштың маҡсаты билдәһеҙ ине....
Әҙер булайыҡ! 18-02-2013, 16:13 / Яңылыҡтар

Әҙер булайыҡ!

Ғәҙәттән тыш хәл - авария, хәүефле тәбиғәт күренеше, катастрофа һәм башҡа бәлә-ҡаза кеше һаулығына һәм тирә-яҡ мѳхиткә ҙур зыян һәм матди юғалтыуҙар алып килә. Бындай осраҡта ниндәй саралар күреү талап ителгәнен белеүселәр бәлә-ҡазаны әҙерлек менән ҡаршы ала, башҡаларға ярҙам күрһәтә, емереү кѳсѳн мѳмкин тиклем кәметеүгә ирешә....
Сәғәт телдәре “артҡа” китте 18-02-2013, 16:11 / Яңылыҡтар

Сәғәт телдәре “артҡа” китте

7 - 23 февралдә Сочиҙа үтәсәк XXII ҡышҡы Олимпия уйындарына теүәл бер йыл ҡалды. Илдең бер нисә ҡалаһында ошо донъя кимәлендәге сараға нисә кѳн ҡалыуын күрһәтеүсе сәғәттәр ҡуйыу тантанаһы үтте....
Ҡала маркетингын үҫтереү - уңышлы алымдарҙың береһе 18-02-2013, 16:08 / Яңылыҡтар

Ҡала маркетингын үҫтереү - уңышлы алымдарҙың береһе

Башҡортостан Президенты Рѳстәм Хәмитовтың республиканы үҫтереү, күберәк инвесторҙар һәм туристар йәлеп итеү тураһындағы ҡарары муниципаль районда уңышлы эшләй. Хакимиәт йортонда ”Ҡаланың маркетингы һәм брендингы: мѳмкинлектәр - идеялар - технологиялар” тип аталған семинар-практикум да ошо маҡсаттан сығып ойошторолдо....
Валентин ярҙам итмәне 13-02-2013, 16:31 / Ял минуттарында

Валентин ярҙам итмәне

Изге Валентин тигән нәмәләрен кем уйлап тапҡандыр. Әйҙә, ҡайҙа табылған шунда ғына йѳрѳһѳн ине лә бит, юҡ, ошо беҙҙең тѳпкѳл ауылға ла килеп етһенсәле. Изге лә булғас, бәлки, ярҙам итер әле, тип, шул валентинка ярҙамында бына инде ѳс ай асыуланышып йѳрѳгән егетем менән ярашмаҡсы булдым. Ни хәл итәһең, ир-ат бит юлда тәгәрәп ятмай. Әҙерәк ауһарыраҡ, үҙһүҙлерәк булһа ла, иң мѳһиме - егәрле. Һеңлем ѳйрәткәнсә, иң матур һүҙҙәрҙе яҙҙым да йѳрәк тѳшѳрѳп, аҫтына «Изге Валентин» тип яҙып ҡуйҙым. Клубтан сыҡҡас, артынан ҡыуып еттем дә, тегегә валентинкамды тотторам....
Макияж һалыу - сәнғәт ул! 13-02-2013, 16:30 / Ял минуттарында

Макияж һалыу - сәнғәт ул!

Бер юлы күҙҙе лә, иренде лә, ҡаштарҙы ла ныҡ итеп буяу ҙур хата! Ҡайһы бер осраҡта, мәҫәлән, сәхнәлә бының урынлы булыуы мѳмкин, әммә урамда, байрам кисәһендә ошолай биҙәнгән ҡатын-ҡыҙҙы күреү хатта ѳркѳтѳп ебәрә. Иренгә ҡыҙыл һѳртѳп, яңаҡтарҙы ҡыҙартып ебәрһәгеҙ ҙә етә. Күҙ һәм ҡаштарға был осраҡта еңелсә - француз стилендәге макияж яһала. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар ҡашҡа әһәмиәт бирмәй. Был яңылыш фекер. Ҡаштың формаһы булыуы зарур. Ҡаштар һеҙҙе шат күңелле итеп тә, уҫал итеп тә танытыу кѳсѳнә эйә! Йѳҙѳгѳҙ йәшерәк күренһен ѳсѳн ҡаш араларын киңәйтергә кәрәк. Ҡаштың осо тѳбѳнән түбәнерәк...
Ҡыйшайған галстук 13-02-2013, 16:28 / Ял минуттарында

Ҡыйшайған галстук

Әгәр ҙә һеҙ, ир кеше булараҡ, үҙегеҙгә ҡарата ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡарашын белгегеҙ килһә, яҡшылап үтекләнгән костюм кейеп, галстук тағығыҙ һәм галстугығыҙҙы әҙерәк кенә ҡыйшайтып, иңбашығыҙға бәләкәй генә мамыҡ йәбештереп ҡуйығыҙ. Һеҙҙе оҡшатҡан ҡатын-ҡыҙ галстугығыҙҙы тѳҙәтеп, инбаштағы сүпте алып ташлауҙан тыйыла алмаясаҡ....
Ҡараштарың әсир итте 13-02-2013, 16:27 / Ял минуттарында

Ҡараштарың әсир итте

Ғәҙәттә, ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға оҙағыраҡ ҡарай. Гүзәл заттар иһә, һѳйләгән саҡта ирҙәргә ҡарағанда ҡарашын йышыраҡ йәшерә, әммә шымып торған саҡта күҙгә-күҙ ҡарашып торорға әүәҫ. Ирҙәр менән ирҙәр аралашҡанда, киреһенсә, ситкә ҡарабыраҡ һѳйләүҙе, тыңлауҙы хуп күрә. Әммә, ҡатын-ҡыҙҙы тыңлағанда, улар менән бик теләп ҡараштарын осраштыра....
Барыһы ла -һѳйѳүҙән 13-02-2013, 16:26 / Шиғриәт донъяһында

Барыһы ла -һѳйѳүҙән

Барыһы ла ерҙә - ҙур һѳйѳүҙән, Ғүмерҙәр ҙә шунан башлана. Сиктән ашыуҙарың һис кәрәкмәй Һәм кәрәкмәй уға ташлама....
Умырзаялар... 13-02-2013, 16:24 / Яҙмыштар

Умырзаялар...

Оҙон ҡыш буйы ҡар аҫтында йоҡлаған умырзая сәскәһен күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы?.. Йоҡлай тиһегеҙ инде...Йәш ҡыҙҙың күңелендә бѳрѳләнгән һѳйѳү тойғоһолай булалыр ул, моғайын. Сибек кенә тамырҙары аша һауа үтмәһен ѳсѳн ос-остарын серетеп, бикләп ҡуя. Тамырының бүлендектәр биргән кѳслѳ ѳлѳшѳ генә йѳрәк кеүек тибеп, үҙ мәлен кѳтә. Кѳтә...кѳтә...һәм, ниһайәт, март ҡояшының ҡайнар нурҙары килеп етеү менән тамырҙары буйлап йәшәү һуты йүгерә башлай. Сәскәнең ярһып-зарығып кѳтѳүҙәре ҡеүәт бирә! Ҡар ирер-иремәҫтән умырзая ҡар аҫтынан баш ҡалҡыта. Уларҙың ҡайһы берҙәре аҡ ҡарҙан да сафыраҡ, ағыраҡ...