Телебеҙ киләсәгенә юл ярыусылар 13-02-2013, 16:22 / Мәғариф

Телебеҙ киләсәгенә юл ярыусылар

«Телебеҙ киләсәгенә юл ярыусылар», - тип әйтер инем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары тураһында. Ысынлап та, глобализация шарттарында телде һаҡлау, уның нескәлектәрен балаларға ѳйрәтеү еңелдән түгел. 2012 йылда туған телдәрҙе тѳбәктәрҙә уҡытыуға бәйле бәхәстәр күбәйҙе, мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре лә, ошоға бәйле уҡытыусылар ҙа ҡыҫҡартылды. Әммә әсә теленә һѳйѳү тәрбиәләүсе уҡытыусыларыбыҙ ауырлыҡтарға бирешмәй, дәрестәрендә яңы алымдар ҡулланып, тырышып эшләп йѳрѳй....
Иҫеректәргә  административ яуаплылыҡ ҡәтғиләшә 13-02-2013, 16:18 / Социаль ѳлкә

Иҫеректәргә административ яуаплылыҡ ҡәтғиләшә

Эске эштәр министрлығында ошо турала документ әҙерләнә. Уға ярашлы, полиция хеҙмәткәрҙәре урамда кешеләрҙе алкотестер менән тикшерергә хоҡуҡлы буласаҡ. Уның эскән икәне асыҡланһа, 500 һумға тиклем штраф ҡарала, йә 15 тәүлеккә ябып ҡуйыуҙары мөмкин. Алкотестерға тикшереү ике шаһит күҙәтеүендә башҡарылырға тейеш. Әгәр кеше тикшереү һөҙөмтәһе менән ризалашмаһа, медицина тикшереүенә ебәрәсәктәр....
Ҡотлайбыҙ! 13-02-2013, 16:17 / Мәғариф

Ҡотлайбыҙ!

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының VIII класс уҡыусыһы Элина Лоҡманова Рәми Ғарипов ижадына, тормош юлына арналған Интернет-олимпиадала ҡатнашып, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дипломына лайыҡ булды....
Иғтибар! 13-02-2013, 16:15 / Яңылыҡтар

Иғтибар!

15 февралдә кѳндѳҙгѳ сәғәт 3-тә Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тикшереү идаралығы Белорет район-ара тикшереү бүлеге бинаһында (Белорет ҡалаһы, Ленин урамы, 47) Белорет район-ара тикшереү бүлеге етәксеһе Р.Р. Хѳсәйенов Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы Коррупцияға ҡаршы кѳрәш буйынса комиссияһы етәксеһе Р.Р. Һаҙыев менән бергә коррупцияға ҡаршы кѳрәш мәсьәләләре һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре эшенә ялыуҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итә....
“Беҙҙе бик ҡыҙыу һайлау кампанияһы кѳтә” 13-02-2013, 16:04 / ---

“Беҙҙе бик ҡыҙыу һайлау кампанияһы кѳтә”

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев киң мәғлүмәт саралары журналистарына биргән интервьюһында һайлау законына индерелгән үҙгәрештәр, яңылыҡтар менән таныштырҙы....
Ит менән бауырҙан кѳлсә 12-02-2013, 09:50 / Ял минуттарында

Ит менән бауырҙан кѳлсә

6 ѳлѳш ѳсѳн кәрәк (ауырлыҡ грамдарҙа): һыйыр ите -65, һыйыр бауыры - 45, башлы һуған - 40, ҡаты сыр - 19, майонез - 15, ҡайнатылған үҫемлек майы йәки маргарин - 10, бойҙай оно - 10, йомортҡа - 1....
Әҙәби уйын-викторина 12-02-2013, 09:49 / Мәҙәниәт

Әҙәби уйын-викторина

Ғинуар аҙағында Д. Юлтый исемендәге китапханала «Шарль Перро әкиәттәре буйлап» тип аталған әҙәби уйын-викторина уҙғарылды....
Зәйнәб Биишеваға арналды 12-02-2013, 09:48 / ---

Зәйнәб Биишеваға арналды

“Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем” тигән һүҙҙәр менән башланып китте Сосновка китапханаһында халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлына арналған әҙәби кисә....
Ауылда байрамдар күңеллерәк 12-02-2013, 09:46 / Мәҙәниәт

Ауылда байрамдар күңеллерәк

Беҙ үҙебеҙ Тимер юл ауылында йәшәһәк тә, Аҙнағолда үткән байрам сараларына ҡайтырға тырышабыҙ. Бына Яңы йыл байрамында ла тѳрлѳ костюмдар кейеп, күңелле итеп йѳрѳп ҡайттыҡ. Аҙнағолдар беҙҙе бик һәйбәт ҡаршы алды. Байрам уйын-кѳлкѳ, тѳрлѳ конкурстар, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бүләктәре, йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Костюмдарҙы баһалаған саҡта хатта беҙҙе лә бүләкһеҙ ҡалдырманылар. Бына шулай, тыуған ауылыбыҙҙа Шыршы байрамында ҡатнашып, күңел асып ҡайттыҡ....
kайтып   булмай  теге донъянан 12-02-2013, 09:37 / Яҙмыштар

kайтып булмай теге донъянан

Айһылыу, таңға ҡарай күргән төшөнән йөрәге һулҡылдап, күңеле өшөп уянып ките. Йөрәге дөп-дөп тибә, яңаҡтары буйлап йәш аға. Үрелеп сәғәткә ҡараны, саҡ биш тулып килә икән. Өй эсе шундай тыныс, шылт иткән дә тауыш юҡ. Бары тик стеналағы сәғәт кенә, тормош туҡтамағанын күрһәтергә теләгәндәй, келт-келт һуғып тора. Тәҙрәнән бөләңгерт кенә булып таң һыҙылып килгәне күренә. Ябылып бөтмәгән ҡорған аша урамға күҙ һалған Айһылыуҙың мейеһенә иҫәпһеҙ-һанһыҙ энә килеп ҡаҙалғандай булды. Әле генә күргән төшөндә лә таң атып ҡына килгән мәл, кәрәгенән артыҡ сәйер, хатта шомло тынлыҡ ине. Ҡан...