“ХАЛЫҠ ҺӨЙӨҮЕНӘ СИРАТ  ӨҘӨЛМӘГӘН..” 5-02-2013, 15:55 / Әсәм теле - сәсән теле

“ХАЛЫҠ ҺӨЙӨҮЕНӘ СИРАТ ӨҘӨЛМӘГӘН..”

Күренекле яҡташыбыҙ, шағир һәм журналист, Хөкүмәттең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Дамир Шәрәфетдинов менән бер һөнәр кешеләре булғас, яҡындан аралашып торабыҙ. Ғәҙәттә, ул редакциябыҙға, кәм тигәндә, аҙнаһына ике тапҡыр инеп сыға. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм башҡа тормош күренештәре тураһында гәпләшәбеҙ. Шул һөйләшеүҙә Дамир ағайыбыҙ бик ҡыҙыҡ фекерҙәр әйтеп һала. Ә мин, күп уйламай, шуларҙы теркәп тә ҡуям. Бына шулар менән һеҙҙе лә таныштырмаҡсымын....
Ҡан тѳркѳмѳ характерҙы билдәләй 5-02-2013, 15:52 / Мәҙәниәт

Ҡан тѳркѳмѳ характерҙы билдәләй

Япон ғалимдары фекеренсә, ҡан тѳркѳмѳ кешенең характерын һәм шәхси үҙенсәлектәрен билдәләй. I тѳркѳм. Һеҙ лидер булырға ынтылаһығыҙ. Әгәр алдығыҙға маҡсат ҡуйғанһығыҙ икән, уны тормошҡа ашырғансы кѳрәшегеҙ. II тѳркѳм. Һеҙ тыныслыҡ һәм тәртип яратаһығыҙ. Башҡалар менән яҡшы килешеп эшләйһегеҙ. III тѳркѳм. Һеҙ ысын индивидуалист, үҙегеҙгә нисек оҡшай - шулай эшләйһегеҙ. IV тѳркѳм. Һеҙ тыныс һәм баҫалҡы, ғәҙәттә, башҡалар һеҙҙе ярата һәм үҙҙәрен янығыҙҙа яҡшы хис итә, сѳнки уларҙың күңелен таба беләһегеҙ....
Әхмәрҙә лә мәсет ҡалҡыр 5-02-2013, 15:50 / Иман

Әхмәрҙә лә мәсет ҡалҡыр

Үткән аҙнала Әхмәр ауылы халҡы ауыл мәҙәниәт йортонда имам-хәҙрәт Хәмзә хажи Искәндәр улы Ғәлләмов менән осрашты. Ҡала-районыбыҙҙа динде таратыуға күп кѳс һалған яҡташыбыҙҙың ауылыбыҙға килеүенең тѳп маҡсаты - мәсет тѳҙѳтѳү. Әңгәмә барышында Хәмзә ағай мәсет ѳсѳн бурсанан башы ябылған 7х9 бура бүләк итеүен әйтеп ҡыуандырҙы. Йыйылыштан һуң ауыл аҡһаҡалдары, Әзекәй ауыл Советы депутаттары Хәмзә ағай менән бергәләшеп мәсеткә урын билдәләне. Эшҡыуарҙар, атап әйткәндә, Зариф Сәлимйән улы Вәлиев, Рим Сәлих улы Абдуллин, Мостафа Усман улы Хәйруллин, ғѳмүмән, ауыл халҡы был изге эштә һәр яҡлап...
Зыян тулыһынса ҡаплатыла 5-02-2013, 15:49 / Тәртип һағында

Зыян тулыһынса ҡаплатыла

Ҡала судына юл тѳҙѳлѳшѳ һәм ремонты идаралығына ялыу менән гражданин Б. мѳрәжәғәт итте. Ул юл-транспорт фажиғәһе һѳҙѳмтәһендә автомобиленә килгән ҡазаны ҡаплатыуҙы һорай. Дәғүәсе үҙ ғаризаһында К.Маркс урамындағы 56-сы ѳй эргәһенә һалынған тимер бетон блогына бәрелеүен, ҡар аҫтында ятҡан тимер блоктың күренмәүе һәм был хаҡта иҫкәртеүсе бер ниндәй ҙә билдә ҡуйылмауы хаҡында белдерә. Юл-транспорт фажиғәһе ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан теркәлә. Ҡаза күреүсе мартта сығымдарҙы ҡаплатыу ѳсѳн дәғүә белдерә. Яуапҡа тарттырылыусы әлегә тиклем бер сара ла күрмәгән. Гражданин Б. үҙ...
Бәхет  серен  белә  әсәйем 5-02-2013, 15:47 / Үрнәк

Бәхет серен белә әсәйем

Бәхет. Биш хәрефтән генә торған был һүҙ бик күп мәғәнәле. Һәр кем уның серен аса алмай. Нисәмә кеше шунса фекер, тигәндәй, бәхет тѳшѳнсәһен дә һәр кем үҙенсә аңлай һәм йәшәйешен шуға ҡарап ҡора. Ябай кешенең бер эше уңһа ла, ул үҙен ифрат бәхетле тоя. Ә бәғзе берәүҙәр тауҙай алтын йыйнап, бер туҡтауһыҙ мал артынан ҡыуып, кеҫәһе кѳндән-кѳн ҡалынайһа ғына бәхетлемен тип һанай үҙен....
Автомобиль бурҙары ҡулға алынды 5-02-2013, 15:45 / Тәртип һағында

Автомобиль бурҙары ҡулға алынды

Үткән аҙнала Белорет полицияһында 467 хәбәр теркәлгән, шуларҙың 89-ы криминаль характерҙа. Полиция хеҙмәткәрҙәре машиналарҙы алып ҡасырға маташҡан 23 йәшлек егетте ҡулға алды. Дуҫында төн уртаһына тиклем күңел асҡандан һуң, егет өйөнә ҡайтырға сыға. Алыҫта йәшәгәнлектән, бының йәйәү ҡайтҡыһы килмәй. Ул Ленин урамында торған автомобилде күреп ҡала. Ғәҙәттә “ВАЗ” моделле автомобиль хужалары сигнализация ҡуймай, шуға ла бындай транспортты урлап алып китеүе артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Егет машинаны тоҡандырып ҡайтырға уйлай. Тап шул ваҡытта уяу хужабикә килеп сыға, ә “төнгө мосафир”ға ҡасып...
Ғәйепләргә ашыҡмайыҡ 5-02-2013, 15:43 / Хоҡуғыңды беләһеңме?

Ғәйепләргә ашыҡмайыҡ

“2013 йылдың 2 ғинуарында 19.10 сәғәттә миңә шылтыратып: “Улыңды “тиҙ ярҙам” машинаһы алып китте”, - тип хәбәр иттеләр. Мин дауахана ҡаласығының ҡабул итеү бүлексәһенә 19.30 сәғәттә шылтыраттым. Ундай фамилиялы кешене беҙгә алып килмәнеләр, тип яуап бирҙеләр. Бер нисә тапҡыр шылтыратып ҡарағандан һуң “тиҙ ярҙам” станцияһына мѳрәжәғәт иттем. “Тиҙ ярҙам” станцияһынан: “Ломовканан 1971 йылғы Р.С. Шакировҡа саҡырыу булды”, - тип яуап бирҙеләр. Борсолоуымды дарыуҙар менән баҫып, бер аҙ тынысланғас, тағы ла шылтыраттым. Әммә был юлы ла: “Ундай кешене беҙгә алып килмәнеләр”, - тигән яуап ишеттем....
Ямаштылар - алдынғы 5-02-2013, 15:42 / Экология

Ямаштылар - алдынғы

Урмансы һѳнәре халҡыбыҙҙа быуаттар тѳпкѳлѳнән абруйлыларҙан һанала. Кѳньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының Ямашты участка урмансылығы хеҙмәткәрҙәре лә халыҡ араһында лайыҡлы рәүештә абруй ҡаҙанды. Урмансылыҡ бѳтә күрһәткестәр буйынса ла алдан килә. Унда егәрле, оҫта һәм эштәренә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған ағайҙар эшләй. Үҙҙәренә ҡараған биләмәне һәр саҡ тәртиптә тоталар, тәбиғәткә зыян килтереүселәргә ҡарата эҙмә-эҙлекле эш алып баралар, янғынды һүндерергә лә ѳлгѳрәләр. Фәнис Мәғәсүмов, Ринат Шаһивәлиев, Илфат Мѳхәрәмов, Юлай Оморҙаҡов, Юнир Ғилманов, Владимир Муллағәләмов, Рауил Аҙнабаев...
Иң оҙон ғүмерлеһе - ҡағылар 5-02-2013, 15:38 / Социаль ѳлкә

Иң оҙон ғүмерлеһе - ҡағылар

Белорет районы муниципаль район буйынса 2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу һѳҙѳмтәләре Бѳтә Рәсәй буйынса халыҡ иҫәбен алыу 2010 йылдың аҙағында булды. 2012 йыл дауамында ѳлѳшләтә һѳҙѳмтәләр килде һәм хәҙер халыҡты ҡыҙыҡһындырған ҡайһы бер һорауҙарға яуап бирәбеҙ. Дѳйѳм алғанда... районда һәм ҡалала 107248 кеше йәшәй, (46,3% - ир-егет, 53,7% - ҡатын-ҡыҙ), шуларҙың 68806-һы ҡалала (45,1%-ирҙәр, 54,9%-ҡатын-ҡыҙҙар). Беҙҙә халыҡтың уртаса йәше 38,6, шул иҫәптән ир-егеттәрҙеке - 36, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы - 40,9 йәш. Эшләгән кешеләр һаны - 63725 кеше (59,4%), эшләргә йәше етмәгәндәр - 18,7%, эшләү...
Февраль, март айында байрам кѳндәре 5-02-2013, 15:36 / Яңылыҡтар

Февраль, март айында байрам кѳндәре

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар кѳнѳ, 8 Март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар кѳнѳ байрам кѳндәре булып тора. 22 февралдә һәм 7 мартта эш оҙайлығы 1 сәғәткә ҡыҫҡартыла. Рәсәй Федерацияһы Хѳкүмәтенең 2012 йылдың 15 октябрендәге «2013 йылда ял кѳндәрен күсереү тураһында» ҡарары менән ял кѳнѳ дүшәмбе 25 февралдән йома 10 майға күсерелә. Шулай итеп, Башҡортостан Республикаһында 23, 24 февраль, 8, 9 һәм 10 март байрам кѳндәре булып тора....