Яугирҙәргә  хѳрмәт   күрһәттеләр 5-02-2013, 15:35 / Мәҙәниәт

Яугирҙәргә хѳрмәт күрһәттеләр

1942-1943 йылдарҙағы дәһшәтле Сталинград алышы - Бѳйѳк Ватан һуғышының иң ҙур ҡан ҡойошло яуҙарының береһе булып тарихта тороп ҡалды. 200 кѳн буйы барған ҡанлы алышта ике яҡтан да яҡынса ике миллиондан ашыу яугир һәләк була. Был һуғышта беҙҙең райондан ѳс меңдән ашыу һалдат ҡатнаша һәм бик әҙҙәре генә кире тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Яҡташыбыҙ Зѳбәй Үтәғоловҡа иһә үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Сталинградты обороналауҙа ҡатнашыусы ветерандарыбыҙ рәте йылдан-йыл һирәгәйә бара. Әлеге ваҡытта районда ни бары 13 яугиребеҙ генә иҫән-һау....
Туған йәнле  булды 4-02-2013, 15:33 / Мәҙәниәт

Туған йәнле булды

Башҡортостандың матбуғат баҫмаларында Әхмәт Фәтҡулла улы тураһында рәссамдар, белгестәр, ғалимдар, уҡыусылары күп тапҡыр яҙып сыҡты. Шәхестәр китә, ә уларҙың ғүмер юлы тураһында хәтирәләр онотолмай, ҡасандыр, кемдәлер һаҡланған фотоһүрәттәр, яҙмалар, булған хәлдәр халҡына ҡайта башлай. Бѳйѳк рәссамдың 85 йыллыҡ юбилейына арнап, Белоретта йәшәүсе 73 йәшлек Әминә Ғазуан ҡыҙы Килдейәрованың бер хәтернамәһен тәҡдим итергә булдыҡ. Әхмәт Фәтҡулла улы Әминә апайҙың әсәһе Сәкинә Фәтҡулла ҡыҙы менән бер туғандар. Сәкинә, Сәйҙә, Әхмәт, Әшрәф, Рәфҡәт, Вил, Батыр - ете бер туған....
Уллыҡҡа инвалид бала алған өсөн- 100 мең һум 4-02-2013, 15:31 / Социаль ѳлкә

Уллыҡҡа инвалид бала алған өсөн- 100 мең һум

РФ Мәғариф һәм фән министрлығы физик яҡтан сәләмәт булмаған, 10 йәштән өлкәнерәк балаларға һәм бер туғандарына ата- әсә табыу мәсьәләһен хәл итеүҙә яңы алым тапҡан. Был категорияға ҡарағандарҙы тәрбиәгә алған ғаиләләргә һәр бала ѳсѳн 100 мең һум түләү ҡарала. Әлегә уллыҡҡа алған барлыҡ ғаиләләргә лә 13 мең һум бирәләр. Бындай ҡарар Рәсәйҙә етем балаларҙы дәүләт яҡлауы буйынса иң һөҙөмтәле сараларҙың береһе тип иҫәпләй белгестәр. Мәғлүм булыуынса, Дәүләт Думаһы ҡабул иткән яңы законға ярашлы, Рәсәйҙән етемдәрҙе Америка ғаиләләренә уллыҡҡа биреү тыйылды. Тимәк, хәҙер Рәсәйҙә уллыҡҡа...
Карантин иғлан ителгән 4-02-2013, 15:30 / Һаулығың-байлығың

Карантин иғлан ителгән

Табиптарҙың киҫкен респиратор вирус инфекцияһы ғинуар аҙағына кѳсәйәсәк, тип фаразлауы дѳрѳҫкә сыҡты. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе Евгений Степанов матбуғат конференцияһында: “ Тѳбәк буйынса был күрһәткес уртаса 37,7 процентҡа тиң”, - тип белдерҙе. Әммә белгестәр февраль баштарында ОРВИ менән ауырыусылар һаны ҡырҡа артыуын кѳтә. Ҡалала балалар күпләп ауырыуы теркәлә. Класта ауырыусылар һаны 25-35 проценттан артып китһә, карантинға ябалар. Мәҫәлән, ҡаланың 17-се гимназияһында ике класта, 3-сѳ мәктәптә биш класта карантин иғлан ителгән....
“Кѳндәлек” - Белоретта 4-02-2013, 15:28 / Мәҙәниәт

“Кѳндәлек” - Белоретта

23 ғинуарҙа Башҡортостан спутник телевидениеһының “Кѳндәлек” тапшырыуын әҙерләүсе хеҙмәткәрҙәр Белоретта булды. Тәүҙә тѳшѳрѳү тѳркѳмѳ Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында “Кѳндәлек” тапшырыуын тѳшѳрҙѳ. Тапшырыуҙа тѳрлѳ ойошмаларҙа эшләгән яҡташтарыбыҙ ҡатнашты....
“Ҡаргиҙәр” операцияһы бара 4-02-2013, 15:26 / Спорт һәм туризм

“Ҡаргиҙәр” операцияһы бара

21 ғинуарҙан 21 февралгә тиклем республикала “Ҡарғиҙәр” операцияһы иғлан ителде. Сара ҡаргиҙәр һәм башҡа юлдан тыш транспортты файҙаланыуҙа тәртип боҙоуҙарҙы профилактикалау, кеше ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуймау, тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау, техниканы теркәүҙе активлаштырыу маҡсатында үткәрелә. Операцияны дәүләт техник күҙәтеү инспекторҙары ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәрә....
Майҙансыҡ  яңынан гѳрләй башланы 4-02-2013, 15:24 / Спорт һәм туризм

Майҙансыҡ яңынан гѳрләй башланы

Абҙаҡ ауылы халҡының сәләмәт йәшәү рәүешенә битараф булмауы, ял ваҡытын күңелле һәм файҙалы үткәрә белеүе районда күптәргә мәғлүм. Был йәһәттән ауыл хакимиәте тарафынан да ҙур иғтибар бүленә. Күптән түгел ауылдың киләсәге ѳсѳн битараф булмаған ауылдаштар эшҡыуарҙар ярҙамы менән берлектә бынамын тигән хоккей майҙансығын эшләп ҡуйыу ҙа ошо хаҡта асыҡ һѳйләй. Яңы йыл алдынан ошо майҙансыҡты һәм Таганрог ҡалаһынан махсус заказ буйынса алынған балалар майҙансығын тантаналы асыу үҙе бер шатлыҡлы ваҡиға булды....
Аҙна хәбәрҙәре 1-02-2013, 14:55 / Тәртип һағында

Аҙна хәбәрҙәре

Полиция хеҙмәткәрҙәре Белоретта йәшәүсе 30-йәшлек ҡатындың фатирынан компьютер һәм телефон урлаған егетте ҡулға алды. Енәйәт ҡылынған көндө ҡатын эштә, ә уның бәләкәй балалары урамда уйнап йөрөгән. Ҡустыһы яңы ғына танышҡан ирҙе апаһының буш фатирына индерә. Икәүләп эскәндән һуң, ярайһы уҡ иҫергән ҡустыһы ҡайтып китә, ә “ҡунаҡ” фатирҙа тороп ҡала. Уңайлы форсаттан файҙаланып, ир компьютерҙы һәм телефонды урлап, үҙенең өйөнә алып ҡайта. Әлеге ваҡытта был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, ә уғры һаҡ аҫтына алынған. Яңыраҡ ҡына төрмәнән сыҡҡан енәйәтсегә 200 һум күләмендә штраф йәки 5 йылға...
Һыҡы ҡар  яуһа, тымау тейҙерә кеше 1-02-2013, 14:51 / Арҙаҡлы яҡташтар

Һыҡы ҡар яуһа, тымау тейҙерә кеше

Әҙәм балаһы элек-электән тәбиғәт менән килешеп, бер тулҡында йәшәргә тырышҡан. Тулҡындарҙы уртаҡ көйгә көйләгәндә тәбиғәттәге бер үҙгәреш тә, күренеш тә күҙ уңынан ысҡынмаған. Был күҙәтеүҙәрҙән сығып, яҡын араларға һауа торошо билдәләнгән, тәбиғәттә килеп сығасаҡ көтөлмәгән хәлдәр күҙалланған, ауыл хужалығындағы мәсьәләләр хәл ителгән. Тәбиғәт менән аралашыу дәүерендә йыйылған тәжрибә кәрәкле һығымталар яһау өсөн үтә лә мөһим булған. Үкенескә күрә, тәбиғәт менән бер бөтөн булып йәшәүҙе аңлаусылар арабыҙҙа кәмей бара. Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы иһә тәбиғәт менән уртаҡ тел табып йәшәгән ...
Дәһшәтле ваҡиғаға - 70 йыл 1-02-2013, 14:46 / Мәҙәниәт

Дәһшәтле ваҡиғаға - 70 йыл

Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немец-фашист илбаҫарҙарын ҡыйратыуына 70 йыл тулыу айҡанлы, Рәсәй почтаһы “Сталинградты обороналаған ѳсѳн” миҙалы менән бүләкләнгән Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандарына ил Президенты Владимир Путиндың ҡотлауҙарын ебәрә башланы. Был һуғышта ҡатнашыусыларға ошо кѳндәрҙә һигеҙ мең самаһы ҡотлау ебәрелде. Бындай хаттарҙы иң күп алыусылар Волгоград һәм Ростов ѳлкәләрендә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Краснодар крайында йәшәй. Башҡортостанға 300 самаһы ҡотлау киләсәк. Почтальондар уларҙы 29 ғинуарҙан 1 февралгә тиклем тарата....