Тәҡдире лә шау бәхеттән булды 7-03-2013, 14:55 / Ветеран

Тәҡдире лә шау бәхеттән булды

Радиоалғыстан ағылған “Сибай кантон” йыры алыҫ үткәндәрен иҫкә тѳшѳрҙѳ Зияда апайҙың. Ҡасандыр үҙенә генә атап йырланған йыр күңелен болартты, күҙҙәрен йәшкәҙәтте. Ярты быуаттан ашыу бергә ғүмер иткән Мортазаһы яратып йырлар ине был йырҙы, тик Фатима урынына шаяртып Зиядаҡай тигән булыр ине....
Донъя ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында 7-03-2013, 14:53 / Үрнәк

Донъя ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында

Хәҙерге заманда күп балалы әсә ваҡытын ғаиләне тәрбиәләүгә бирә, ә карьера төҙөүгә уның мөмкинлеге ҡалмай, тигән фекер йәшәй. Әммә Уҫманғәле ауылының күп балалы уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән, үҙе лә өс ул тәрбиәләүсе полиция майоры Гөлдәр Хәйризаманова бының менән килешеп бөтмәй. Изге күңелле, ярҙамсыл, әммә шул уҡ ваҡытта талапсан, ваҡытын дөрөҫ итеп бүлә белә, тиҙәр уның хаҡында бергә эшләгән коллегалары. Тәүге һөнәре буйынса филолог булараҡ, ул хеҙмәт юлын Бәләбәй, Белорет педагогия училищеларында уҡытыусы булып башлай. 2001 йылда тормош иптәшенең кәңәшен тотоп, Белорет ҡалаһы һәм...
Уңған Хәлиҙә еңгәбеҙ 7-03-2013, 14:48 / Үрнәк

Уңған Хәлиҙә еңгәбеҙ

Бѳгѳн бѳтәбеҙ ѳсѳн дә ҡәҙерле, хѳрмәтле булған ауылдашыбыҙ Хәлиҙә Муллахмәт ҡыҙы Ғәббәсова яҙмышы тураһында һѳйләмәксемен. Хәлиҙә Муллахмәт ҡыҙының атаһы Бѳйѳк Октябрь Революцияһына тиклем Ғафури районына килеп сыға. Бында ул Еҙем-Ҡаран ауылы ҡыҙы Маһираны осрата һәм йәштәр ҡауыша. Улар Архангел районы Тирәкле ауылына тѳпләнә. Муллахмәт менән Маһира бик егәрле булалар. Күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Тырышлыҡтары менән мул тормошта йәшәй башлайҙар. Баҡсасылыҡ менән ныҡлап булышып, емеш-еләк үҫтереп кѳн күрәләр. Етеш тормошта йәшәгән ғаилә 1930 йылда репрессияға эләгә, 1933 йылда Инйәр...
Стюардесса  Нургѳл 7-03-2013, 14:44 / Үрнәк

Стюардесса Нургѳл

Себер яҡтарына осасаҡ самолетҡа пассажирҙар инә башлай. Уларҙы һомғол кәүҙәле, күҙҙәре, алһыуланып торған, йѳҙѳ эске бер йылылыҡ бѳркѳлгән стюардесса ҡаршы ала. Был рейста күбеһенсә Себергә вахтаға эшкә китеүселәр. Урта йәштәрҙәге ике ирҙең һѳйләшкәне ҡолағына салынып ҡала:...