Тәҡдире лә шау бәхеттән булды 7-03-2013, 14:55 / Ветеран

Тәҡдире лә шау бәхеттән булды

Радиоалғыстан ағылған “Сибай кантон” йыры алыҫ үткәндәрен иҫкә тѳшѳрҙѳ Зияда апайҙың. Ҡасандыр үҙенә генә атап йырланған йыр күңелен болартты, күҙҙәрен йәшкәҙәтте. Ярты быуаттан ашыу бергә ғүмер иткән Мортазаһы яратып йырлар ине был йырҙы, тик Фатима урынына шаяртып Зиядаҡай тигән булыр ине....
Донъя ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында 7-03-2013, 14:53 / Үрнәк

Донъя ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында

Хәҙерге заманда күп балалы әсә ваҡытын ғаиләне тәрбиәләүгә бирә, ә карьера төҙөүгә уның мөмкинлеге ҡалмай, тигән фекер йәшәй. Әммә Уҫманғәле ауылының күп балалы уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән, үҙе лә өс ул тәрбиәләүсе полиция майоры Гөлдәр Хәйризаманова бының менән килешеп бөтмәй. Изге күңелле, ярҙамсыл, әммә шул уҡ ваҡытта талапсан, ваҡытын дөрөҫ итеп бүлә белә, тиҙәр уның хаҡында бергә эшләгән коллегалары. Тәүге һөнәре буйынса филолог булараҡ, ул хеҙмәт юлын Бәләбәй, Белорет педагогия училищеларында уҡытыусы булып башлай. 2001 йылда тормош иптәшенең кәңәшен тотоп, Белорет ҡалаһы һәм...
Уңған Хәлиҙә еңгәбеҙ 7-03-2013, 14:48 / Үрнәк

Уңған Хәлиҙә еңгәбеҙ

Бѳгѳн бѳтәбеҙ ѳсѳн дә ҡәҙерле, хѳрмәтле булған ауылдашыбыҙ Хәлиҙә Муллахмәт ҡыҙы Ғәббәсова яҙмышы тураһында һѳйләмәксемен. Хәлиҙә Муллахмәт ҡыҙының атаһы Бѳйѳк Октябрь Революцияһына тиклем Ғафури районына килеп сыға. Бында ул Еҙем-Ҡаран ауылы ҡыҙы Маһираны осрата һәм йәштәр ҡауыша. Улар Архангел районы Тирәкле ауылына тѳпләнә. Муллахмәт менән Маһира бик егәрле булалар. Күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Тырышлыҡтары менән мул тормошта йәшәй башлайҙар. Баҡсасылыҡ менән ныҡлап булышып, емеш-еләк үҫтереп кѳн күрәләр. Етеш тормошта йәшәгән ғаилә 1930 йылда репрессияға эләгә, 1933 йылда Инйәр...
Стюардесса  Нургѳл 7-03-2013, 14:44 / Үрнәк

Стюардесса Нургѳл

Себер яҡтарына осасаҡ самолетҡа пассажирҙар инә башлай. Уларҙы һомғол кәүҙәле, күҙҙәре, алһыуланып торған, йѳҙѳ эске бер йылылыҡ бѳркѳлгән стюардесса ҡаршы ала. Был рейста күбеһенсә Себергә вахтаға эшкә китеүселәр. Урта йәштәрҙәге ике ирҙең һѳйләшкәне ҡолағына салынып ҡала:...
Балаһы ҡарауһыҙ   кѳн күрмәҫ 4-03-2013, 15:56 / Социаль ѳлкә

Балаһы ҡарауһыҙ кѳн күрмәҫ

Бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия урынлашҡан бүлмәнең ишеге һәр саҡ асыҡ. Коридорҙа кѳтѳп тороуы уңайһыҙ, шуға бер-береһен яҡшы белгән рейд ағзалары ҡыҫылып-тығылышып эскә үтә. Нисә тапҡыр килһәң дә, оҙаҡ йылдар ошо комиссияның рәйесе вазифаһын башҡарыусы Лилиә Нәзим ҡыҙы Ғәлләмова ҡағыҙға баштан аяҡ күмелеп, полиция, бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек протоколдарын ҡарап, телефон аша шылтыратып башкѳллѳ эшкә сумып ултыра....
Ватан һаҡсылары 4-03-2013, 14:51 / Үрнәк

Ватан һаҡсылары

“Урал” гәзитендә Афғанстанда хеҙмәт иткән йѳйәктәр тураһында уҡып, асыларҙы ла яҙырға булдым. Беҙҙең Асы ауылынан да бик күп йәштәр ошо һуғыштарҙа ҡатнашты, баштарын һалғандар ҙа булды....
Иҙел кискән - ил таныр 4-03-2013, 14:50 / Мәҙәниәт

Иҙел кискән - ил таныр

Буйы баян дәүмәленән саҡ ҡына бейегерәк булған сабый уның тѳймәләренә үрелә. Береһен баҫа, икенсеһен, ѳсѳнсѳһѳн...Ул әле был музыка ҡоралының ни икәнен дә аңламай, әммә тѳймәләрҙең шытылдауы уны инде ҡыуандыра, сабый эскерһеҙ йылмайыу менән әсәһенә ҡарай. Хаҡ Тәғәлә талантты әҙәм балаһына бирһә, әсә ҡарынында уҡ бирәлер. Шулай булмаһа, талантлылар ҡара йәштән үк үҙҙәренең рухлы киләсәгенә аҡ юл һыҙмаҫ ине. Бүтәндәрҙән айырмалы рәүештә, Хоҙай Тәғәлә уларҙы күпмелер дәрәжәлә тормоштоң ваҡлыҡтарынан азат, күңел даръяларын бейегерәк, офоҡтарын киңерәк иткән....
Студенттар менән осрашыу 4-03-2013, 14:48 / Мәҙәниәт

Студенттар менән осрашыу

Йѳйәк мәктәбендә студенттар менән осрашыу булды. Сараны Гѳлсѳм Ғүмәр ҡыҙы Ноғоманова ойошторҙо. Тѳрлѳ уҡыу йорттарында белем алған ауылдаштарыбыҙ - Илмир Миһранов, Айҙар Искәндәров, Эдик Лаврентьев, Гѳлсиә Вәлиева, Айбулат Ноғоманов, Валерия Юлбарисова, Лилиә Исҡакова, Юнир Ғәйнуллин осрашыуға ҙур теләк менән килде. IX кластан Урал Солтанов менән XI кластан Эльвира Исҡакова студенттар менән матур әңгәмә ҡорҙо. Уҡыусылар ҙа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Студенттар үҙҙәре тураһында ҡыҫҡаса һѳйләп үтте. “IX кластанмы, әллә XI кластан һуң ауыл мәктәбен тамамлап китергә?” тигән...
Һәр бала бәхеткә лайыҡ 4-03-2013, 14:47 / Социаль ѳлкә

Һәр бала бәхеткә лайыҡ

Бѳгѳнгѳ кѳндә ниндәйҙер ваҡытҡа етем балаларҙы алған профессиональ тәрбиәселәр институтын күҙ уңында тотоусы етемдәрҙе патронат ғаиләләргә урынлаштырыу ѳҫтѳнлѳклѳ форма булып тора. “Башҡортостан Республикаһында патронат тәрбиәгә алыу” тураһындағы законға ярашлы, Сермән балалар йорто штатына патронат тәрбиәселәр ҡабул ителде. Улар ѳсѳн етем һәм атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса бѳтә мѳмкинлектәр булдырылды....
Ҡан анализдарын  яңы алым 4-03-2013, 14:45 / Яңылыҡтар

Ҡан анализдарын яңы алым

Башҡорт дәүләт университетының инновация лабораторияларының береһендә яңы прибор һынау үтә....