Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнайбыҙ 15-04-2013, 13:44 / Мәктәп. Уҡыусы. Уҡытыусы

Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнайбыҙ

Белмәгән, күрмәгән кешеләр Мѳхәмәт ауылын тѳпкѳл, ҡаланан алыҫ ятҡан ауылдар рәтенә индерә. Әммә был ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Эйе, проблемалар ҙа күп. Шуға ҡарамаҫтан, мѳхәмәттәр үҙ ҡаҙанында ҡайнап йәшәй бирә....
Баланы туған теленән    мәхрүм итмәгеҙ! 15-04-2013, 13:41 / Мәктәп. Уҡыусы. Уҡытыусы

Баланы туған теленән мәхрүм итмәгеҙ!

Халҡыбыҙҙың “Баланы бишектән ѳйрәт” тигән әйтеме бар. Уның мәғәнәһен түбәндәгесә аңларға мѳмкин: ата-әсә үҙ сабыйын сәңгелдәктән үк яҡын кешеләренә, милләтенә, теленә һәм иленә ҡарата һѳйѳү тәрбиәләүе ул....
Сәсән телле  уҡытыусы 15-04-2013, 13:37 / Мәктәп. Уҡыусы. Уҡытыусы

Сәсән телле уҡытыусы

Март аҙағында Стәрлетамаҡ ҡалаһында тѳбәк-ара «Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2013» конкурсы уҙҙы....
Һин ҡайтманың 15-04-2013, 13:25 / Әсәм теле - сәсән теле

Һин ҡайтманың

Атаһын һуғышҡа алғанда Гөлсөм әсәһенең ҡары-нында ғына булып ҡалған. Береһенән-береһе бәләкәй ике малайын күкрәгенә ҡыҫып һөйөп яратҡас, инде ҡорһағы беленә башлаған ҡатынына ҡарап: “Малайҙарҙы һаҡла, быныһы ҡыҙыҡай булыр, шулай һиҙәм, - тигән Фәтих һалдат. - Һуғыш бөтөүгә дүртәү булып ҡаршы алырһығыҙ.”...
Эшҡыуарлыҡ дилбегәһе ҡулдан ысҡынырмы... 15-04-2013, 13:23 / Социаль ѳлкә

Эшҡыуарлыҡ дилбегәһе ҡулдан ысҡынырмы...

Ҡасандыр ҡайһы бер ойошма-предприятиелар ябылып, колхоз-совхоздар тарҡалғас, эшһеҙ ҡалғандарҙың иртәгәһе көнгә ышанысы кәмеп, дәрте һүнеп ҡалғандай булғайны. Тормошобоҙға эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ проблемалары килеп инеү менән кемдер ауырлыҡтан сығыу юлын эҙләне, икенсе береһе тормош һынауына бирешеп, юғалып ҡалды. Ә хәленән килгәндәре, булдыра алғандайҙары иһә бизнес өлкәһендә үҙ бәхетен һынап ҡарарға йөрьәт итте. Ауылдарҙа таҡта ярыу, икмәк бешереү цехтары һәм төрлө көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса эшҡыуарҙар барлыҡҡа килеп, һүнеп барған тормошҡа йәм инеп ҡалғандай булды. Шул...
Үҙәнбашта магазин асылды 15-04-2013, 13:21 / Ауыл тормошо

Үҙәнбашта магазин асылды

Иҫке Үҙәнбаш ауылында, бәләкәй генә Әмбәр йылғаһы буйында урамға йәм ѳҫтәп, заман талаптарына яуап бирерлек матур йорт ҡалҡып сыҡты. Ул да булһа, шәхси эшҡыуарҙарыбыҙ, ирле-ҡатынлы Рәсүл Әнүәр улы менән Наилә Нурислам ҡыҙы Хѳснѳтдиновтар магазины....
Әйҙә, китап уҡыйыҡ! 15-04-2013, 13:19 / Яңылыҡтар

Әйҙә, китап уҡыйыҡ!

Дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле, ҡасан һеҙҙең йәки балағыҙҙың һуңғы тапҡыр рәхәтләнеп уҡығаны бар? Һүҙ гәзит-журналдар, электрон китаптар тураһында түгел, ә ып-ысын китап тураһында. Үкенесле, әммә күпселек иҫенә лә төшөрә алмаҫ. Юғары технологиялар заманында ябай ғына китап онотола. Ошо ғәҙелһеҙлекте бөтөрөү маҡсатында “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе “Балаларға - китап” тигән яңы социаль проект башлай. ...
Ғәбдѳктәр юғалып ҡалманы 15-04-2013, 13:13 / Ауыл тормошо

Ғәбдѳктәр юғалып ҡалманы

Ил үҙенең батырҙарын белергә тейеш, тигәндәй, ғәбдѳктәр ҙә “Урал” гәзите мѳхәрририәтенә шылтыратып, кемдәрҙең һыуҙа ҡалған йорттарҙан резина кәмәләргә тейәп балаларҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, малды ҡотҡарып ҡалыуҙары хаҡында яҙыуҙы үтенделәр. Ғәбдѳктән Вәрә Шѳғәйепова һәм Лира Мәһәҙиева, Йѳйәк хакимиәтенең эштәр идарасыһы Ғәзимә Мырҙагилдина үҙ ғүмерҙәрен, һаулыҡтарын ҙур хәүеф аҫтына ҡуйып ярҙамға ташланған ауылдаштарының береһен дә онотоп ҡалдырмаҫҡа тырышты....
Яңы  уҡыу  йылында БДУ  студенттарын  ҙур үҙгәрештәр  көтә 15-04-2013, 13:11 / Яңылыҡтар

Яңы уҡыу йылында БДУ студенттарын ҙур үҙгәрештәр көтә

Уҡыу йорто Рәсәй ректорҙары союзы тәҡдим иткән «Берҙәм этика» кодексын индерергә ниәтләй. Документ үҙ эсенә уҡытыусы һәм студент мөнәсәбәттәре, тышҡы ҡиәфәт, үҙеңде нисек тоторға тигән һорауҙарға яуап туплаған....
Эш хаҡы  уртаса кимәлгә  сығасаҡ 15-04-2013, 13:09 / Яңылыҡтар

Эш хаҡы уртаса кимәлгә сығасаҡ

Башҡортостанда дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларының уртаса эш хаҡы 2013 йылда республика буйынса уртаса кимәлгә сығасаҡ. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы төбәктә дөйөм белем биреү өлкәһендәге уртаса эш хаҡы кимәленән түбән булмаясаҡ....