Ғәбдѳктѳ  һыу  баҫты 12-04-2013, 16:49 / Социаль ѳлкә

Ғәбдѳктѳ һыу баҫты

Был кѳндѳ Ғәбдѳк һәм Йѳйәк ауылы халҡы кѳн оҙоно боҙ китеүен хәүефләнеп күҙәтә. Кис етеүгә боҙҙоң күп ѳлѳшѳ һәүетемсә генә китеп, йылға ярҙарына ҡайта һәм ауыл халҡы тынысланып, ѳйҙәренә таралыша. Хакимиәт башлығы Шәүҡәт Салауатов та кѳн буйы ауылда була һәм хәл торошон күҙәтә, кешеләрҙе хәүеф-хәтәргә әҙер торорға саҡыра. Әммә ләкин киске сәғәт 11-ҙәр тирәһендә Ғәбдѳк ауылының аҫҡы яғынан ҡапыл һыу күтәрелә башлай һәм берәм-берәм йорттарҙы, ихаталарҙы, аҙбарҙарҙы емерә, мал-тыуарҙы ағыҙа, электр бағаналарын ауҙара, еңел автомобилдәрҙе урынынан ҡуҙғатып, алып китә....
Иң яҡшы уҡытыусы - Белоретта 12-04-2013, 16:32 / Мәғариф

Иң яҡшы уҡытыусы - Белоретта

Үткән аҙнала Белорет педагогия колледжында урта һѳнәри уҡыу йорттарының тѳбәк конкурсы үтте. Унда Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы, Белорет педагогия колледжы, Аҡъяр тау колледжы, Сибай педагогия колледжы, Сибай политехник колледжы, Белорет медицина колледжы, Сибай сауҙа-иҡтисад колледжы, Белорет металлургия колледжы, Ѳфѳ яғыулыҡ-энергетик колледжының Баймаҡ филиалынан үҙ эштәренең оҫталары “Иң яҡшы йыл преподавателе - 2013” исеме ѳсѳн кѳс һынашты....
Кәрәкмәгән сәскә үҙенән-үҙе һулыясаҡ 12-04-2013, 16:29 / Ял минуттарында

Кәрәкмәгән сәскә үҙенән-үҙе һулыясаҡ

Еткән ҡыҙ әсәһенән шундай кәңәш һораған: - Әсәкәйем, мин үҙемдең иремде шул тиклем яратам, тик күптән түгел бер кешене осраттым, хәҙер бар уйҙарым да уның хаҡында ғына. Мин иремә ысынбарлыҡта түгел, күңелемдән генә лә хыянат итергә теләмәйем. Әммә нисек кенә тырышһам да, уның хаҡындағы уйҙарымды күңелемдән юйып ташлай алмайым. Миңә ни эшләргә хәҙер?...
Ҡыҙҙар Белорет данын арттыра 12-04-2013, 16:18 / Спорт һәм туризм

Ҡыҙҙар Белорет данын арттыра

Баш ҡалала Башҡортостандың юғары спорт мастерлығына әҙерлек үҙәгендә ауыр атлетика буйынса ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында Волга буйы Федераль округының республика асыҡ чемпионаты тамамланды. Асыҡ чемпионат ауыр атлетика буйынса донъя чемпионы Сергей Елисеев призына ойошторолдо....
Һынауҙар тураһында 12-04-2013, 16:16 / Иман

Һынауҙар тураһында

Был донъяла булған бѳтә нәмә лә Аллаһы Тәғәләнең ҡѳҙрәте һәм тәҡдиренән тора. Кешегә һәм, ғѳмүмән, бѳтә кешелеккә килгән ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар әҙәм балаһын һынау йә иһә уның ҡылған яҙыҡ ғәмәлдәре ѳсѳн яза итеп ебәрелә....
Әсә улын үлтерә 12-04-2013, 16:13 / Тәртип һағында

Әсә улын үлтерә

Кеше Ер шарында иң аңлы, иң мәрхәмәтле, иң изге йәнле булырға тейеш. Әммә был камиллыҡҡа бары бик һирәктәр генә ирешә. Яңыраҡ Ѳфѳлә булған енәйәт изгеләрҙән-изге әсә кешенең дә йыртҡыстарса ҡыланыуы ошо турала һѳйләй....
Полиция һәм балалар 12-04-2013, 16:10 / Тәртип һағында

Полиция һәм балалар

2012 йылда муниципаль район территорияһында бәлиғ булмағандар һәм улар ҡатнашлығында 61 енәйәт ҡылынған. Балалар енәйәтселеге кәмеүе күҙәтелә. Әммә балаларға ҡул һуҙыу осраҡтары арта. “Белорет” муниципаль-ара бүлектең бәлиғ булмағандар эше буйынса хеҙмәткәрҙәре ғаиләлә балаларға ҡарата кѳс ҡулланыу буйынса 4 фактты асыҡланы, уларҙың бѳтәһе буйынса ла РФ Енәйәт кодексының 156-сы статьяһы буйынса енәйәт эштәре асылды. Бәлиғ булмағандарға ҡарата бѳтәһе 35 енәйәт ҡылынған. Балаларҙы енәйәти һѳжүмдән аралау, хоҡуҡтарын яҡлау, берәҙәклекте профилактикалау маҡсатында, 20-30 мартта район-ҡалала...
Ғүмерҙең һәр миҙгеле ҡиммәт 12-04-2013, 16:08 / ---

Ғүмерҙең һәр миҙгеле ҡиммәт

Үткәндәрҙе хәтерләү - бѳгѳнгѳнѳң асылын аңлауға юл. Уйлап-уйланып йѳрѳп яҙған мәрйендәй генә һүҙҙәрем яңыраҡ ҡына оло юбилейын үткәргән ауылдашыбыҙ, класташыбыҙ, хеҙмәттәшебеҙ, әхирәтебеҙ Ғарипова Бикә Закир ҡыҙы тураһында....
Оҫта ҡуллы апай 12-04-2013, 16:06 / Ветеран

Оҫта ҡуллы апай

Гѳлсирә Салауатова 1949 йылда Ғәбдѳк ауылында Ислам һәм Рәхимә Ғәлиуллиндар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Ул бала саҡтан һүрәт тѳшѳрѳргә ярата. Ғәбдѳктә мәктәп булмағас, Йѳйәк мәктәбенең интернатында белем ала. VIII класты тамамлағас, Салауат ҡалаһында һѳнәрселек училищеһында ташсы һѳнәрен үҙләштерә һәм ошо ҡалала 3 йыл эшләй....
Ике яҡҡа ла файҙалы 12-04-2013, 15:59 / Ветеран

Ике яҡҡа ла файҙалы

Сермән балалар йортонда Еңеү байрамына ҡарата ветерандар менән осрашыу Һәйбәт традицияға тоғро ҡалып, һуғыш ветерандары - Белореттан Д.К.Трофимов, Әхмәрҙән Ғ.Х.Хәмзин, Сермәндән А.Ф.Ғабдуллин, хеҙмәт ве-терандары В.Е.Зеркина, Е.В.Осипова, отставкалағы полковник Ю.П.Матрохин, һуғыш йылы балалары Д.Ғ.Ғилманов, М.И.Әҙелмырҙина, Х.М.Мырҙаҡаева Сермән балалар йортона килде. Белореттан килгән делегацияны В.В.Бирюкова етәкләгән. Осрашыу балалар йорто директоры Н.М.Шаһиморатова кабинетында башланды. Ул балалар йорто менән таныштырғас, ҡунаҡтарҙы бүлмәләр буйлап йѳрѳттѳ....