Пособие  күләме арттырыласаҡ 15-04-2013, 13:07 / Яңылыҡтар

Пособие күләме арттырыласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарына тикшереүгә инвалид баланы уллыҡҡа алған граждандар өсөн бер тапҡыр түләнә торған пособие күләмен 500 мең һумға тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан закон проектын тәҡдим итте....
Сәйер kараk 15-04-2013, 09:40 / Яҙыусылар ижады

Сәйер kараk

Алтмыш йортло ауыл халҡы ѳйҙән-ѳйгә йѳрѳп, ғәжәп хәлде аҙна тирәһе һѳйләне. Ишеткән бере был хәлгә аптыраны, олораҡтары - “Әстәғәфирулла”, әйтеп бот сапты. Ҡыҫҡаһы, ваҡиғаны һәр кем үҙ уй-ҡарашынан сығып фекерләне: берәүҙәре, хеҙмәт әрмеһенән ҡасҡан үткенсе эшелер тигән фекерҙә булһа, икенселәре - үҙ кешебеҙ аслыҡ касафатынан енәйәткә еткәндер, тип фаразланы. Ҡайһылай ғына булмаһын, һарайҙан ғәйеп булған һарыҡ бәрәне сәйер хәл ине....
Ҡәҙерләйек Ер-әсәне! 15-04-2013, 09:36 / Мәҙәниәт

Ҡәҙерләйек Ер-әсәне!

Йәйге ялан. Ағастар, ҡош ояһы, ҡырмыҫҡа иләүе. Урман апай оҙон йәшел күлдәктә, башында йәшел япраҡтар, сәскәләр. Ҡоштар һайрай. - Күңелем киң минең, яратам Яҡшы ҡунаҡтарҙы һыйларға. Йәшел урман хужаһы мин Һәм бик шатмын дуҫтарға. Ҡояш нурҙарында бик тә матур Мәрйен тѳҫлѳ балҡый япраҡтар. Килегеҙсе, күрегеҙсе, Ниндәй матур бар тирә-яҡ, Ҡоштар һайраған саҡта....
Йәшәү йәме - хеҙмәттә 15-04-2013, 09:35 / Замандаш

Йәшәү йәме - хеҙмәттә

Сермән ауылында Задиндар ғаиләһен белмәгән кеше юҡтыр. Шаһивәли Абдулвәли улы һәм Гѳлйемеш Ильяс ҡыҙы 1949 йылда тормош ҡора. Ғаилә башлығы МТС-та слесарь, моторист, аҙаҡтан шофер булып эшләй. Уның тормош иптәшенә лә һуғыш йылдарында тракторсы булырға тура килә. Дәһшәтле һуғыш осоронда был ғаиләгә ниндәй ауырлыҡтар кисереүен яҙып тороу артыҡ булыр. Уларҙың тәүге балалары Ғәни тураһында бѳгѳнгѳ һүҙем....
«Беҙ йәшәүҙе һайлайбыҙ!» 15-04-2013, 09:30 / Конкурстар

«Беҙ йәшәүҙе һайлайбыҙ!»

Ҡала тарихи крайҙы ѳйрәнеү музейында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға арналған «Беҙ йәшәүҙе һайлайбыҙ!» тип аталған сара уҙҙы. Ошонда уҡ район һәм ҡала мәктәптәре уҡыусыларының эскелеккә, наркотиктарға, тәмәкегә ҡаршы булған һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҡоролған һүрәттәр, плакаттар күргәҙмәһе ойошторолдо....
Иҫтәлекле каникул 15-04-2013, 09:27 / Мәктәп. Уҡыусы. Уҡытыусы

Иҫтәлекле каникул

Беҙ, Манышты мәктә-бенең башланғыс класс уҡыусылары, яҙғы каникулды иҫтә ҡалырлыҡ итеп файҙалы үткәрҙек....
“1 тонна ҡағыҙ 10 ағасты һаҡлай” 15-04-2013, 09:24 / Мәрхәмәт

“1 тонна ҡағыҙ 10 ағасты һаҡлай”

- Уйлап ҡына ҡара, беҙ тапшырған 5 тоннанан ашыу макулатура 50 тѳп ағасты һаҡлап ҡаласаҡ! Шәп бит! - Шәп, әлбиттә. Тағы ниндәй пландар менән янып йѳрѳйһѳң? - Эш етерлек. Был беҙҙең ҡағыҙ йыйыу буйынса икенсе акция. Тәүгеһендә ни бары 350 килограмм йыйғайныҡ, был юлы бик күп булды. Киләһе акцияла пластик шешәләр, полиэтилен тоҡсайҙар йыйып тапшырасаҡбыҙ....
Серле һыбайлы 15-04-2013, 09:15 / Яҙмыштар

Серле һыбайлы

Балаҡайым, һин ни эшләп тѳн еткәс урман аша ҡайтырға уйлайһың? - тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙем. - Ун бер саҡрым бит, нимә уйлайһың һин? - тип ѳҙгѳләнәм. - Электричкаға ултыра алманым, танау тѳбѳмдә генә ишектәрен ябып китеп тә барҙы. ...Ярай, ҡурҡма, оҙаҡламай ҡайтып етермен, - ти ҡыҙым, бер ҙә аптырамай ғына. Шунан, телефонын һүндереп үк ҡуйҙы....
Шәйех нәҫеле менән осрашыу 15-04-2013, 09:12 / Арҙаҡлы яҡташтар

Шәйех нәҫеле менән осрашыу

Ошо кѳндәрҙә Учалы яҙыусылар ойошмаһы мәшһүр ғилем эйәһе, арҙаҡлы дин әһеле Шәйех Зәйнулла ишандың тыуыуына 180 йыл тулыуға арнап осрашыу үткәрҙе. Осрашыуға ишандың Учалы район-ҡалаһында йәшәгән 4-се, 5-се, 6-сы,7-се быуынға тиклем 20-ләгән туғаны килде. Учалы яҙыусылар ойошмаһының етәксеһе Әҡлимә Сафина Зәйнулла Рәсүлевтең туғандары, уның тураһында яҙылған китаптар менән таныштырҙы.Учалы яҙыусылар ойошмаһы ла майҙа Шәйех тураһында китап сығарыуға әҙерләнә....
Президент Тура эфирҙа аралашты 15-04-2013, 09:09 / Сәйәсәт

Президент Тура эфирҙа аралашты

11 апрелдә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рѳстәм Хәмитов менән тура эфир булды. Әйткәндәй, был Рѳстәм Зәки улының бишенсе тапҡыр халыҡ менән тура эфирҙа аралашыуы....