Ике яҡҡа ла файҙалы 12-04-2013, 15:59 / Ветеран

Ике яҡҡа ла файҙалы

Сермән балалар йортонда Еңеү байрамына ҡарата ветерандар менән осрашыу Һәйбәт традицияға тоғро ҡалып, һуғыш ветерандары - Белореттан Д.К.Трофимов, Әхмәрҙән Ғ.Х.Хәмзин, Сермәндән А.Ф.Ғабдуллин, хеҙмәт ве-терандары В.Е.Зеркина, Е.В.Осипова, отставкалағы полковник Ю.П.Матрохин, һуғыш йылы балалары Д.Ғ.Ғилманов, М.И.Әҙелмырҙина, Х.М.Мырҙаҡаева Сермән балалар йортона килде. Белореттан килгән делегацияны В.В.Бирюкова етәкләгән. Осрашыу балалар йорто директоры Н.М.Шаһиморатова кабинетында башланды. Ул балалар йорто менән таныштырғас, ҡунаҡтарҙы бүлмәләр буйлап йѳрѳттѳ....
Мутлашыусылар тотолдо 9-04-2013, 16:27 / Тәртип һағында

Мутлашыусылар тотолдо

Үткән аҙнала Белорет полицияһында 516 хәбәр теркәлгән, шуларҙың 91-е криминаль характерҙа. Патруль-пост хеҙмәткәрҙәре Айрат Ғәфиев һәм Рәмил Иҡсанов Үҙәнбаш ауылынан 22 йәшлек кешене ҡулға алды. К. Маркс урамы буйлап төнгө патруль хеҙмәтен үтәгәндә полицейскийҙар “алтынсы” моделле автомобилдең ярыҡ тәҙрәһенә иғтибар итә. Машинаның номеры буйынса хужаһын табыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Оҙаҡламай хужа транспортын ҡарау өсөн саҡыртыла, автомобилдең аккумуляторы урланған була....
Сүп-сарға күмелеп йәшәмәйек 9-04-2013, 16:25 / Тәртип һағында

Сүп-сарға күмелеп йәшәмәйек

Беҙ бала саҡтағы мул һыулы йылғалар, ҡуйы урмандар хәҙер иҫкә алып һѳйләрлек кенә ҡалып бара. Йылғалар һайыға, урмандар ҡырҡыла. Киләсәк быуынға ни ҡалыр һуң тип борсола оло быуын. Йәш саҡта үҙебеҙ ҙә һаҡһыҙ ҡыланғанбыҙҙыр....
Тѳлкѳ - тәрбиәсе 9-04-2013, 16:23 / Алмаш

Тѳлкѳ - тәрбиәсе

Бер ваҡыт Тѳлкѳ ауыл эргәһенән үтеп барһа, һап-һары себештәрен эйәртеп, сиҙәмдә тибенеп йѳрѳгән Тауыҡҡа тап булған. - Һауғынамы, Тауыҡбикә, апайым! - тигән Тѳлкѳ юхаланып. - Ҡайһылай ҙа йомшаҡтар, һарыҡайҙар, матурҙар!...
Байрамдар күңелле үтә 9-04-2013, 16:22 / Алмаш

Байрамдар күңелле үтә

Туҡан мәктәбендә байрам саралары күңелле үтә. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап тантаналы линейкаға уҡыусылар ихлас әҙерләнде. Ватан, атайҙар, ағайҙар, батырҙар тураһында шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар. Линейканы VIII класс уҡыусылары Бурдова Дарья һәм Авдеев Антон алып барҙы....
Бар беҙҙең класта бик уңған ҡыҙ… 9-04-2013, 16:20 / Алмаш

Бар беҙҙең класта бик уңған ҡыҙ…

Беҙҙең класта бик уңған бер ҡыҙ уҡый. Уның исеме - Әнилә. Һәр яҡлап та килгән ѳлгѳр ҡыҙ тик «5» билдәләренә генә уҡый. Ул класташтарына ѳлгѳ булып тора, иптәштәренә ярҙамсыл. Мәктәптән тыш, Әнилә ҡурай серҙәренә тѳшѳнә. Ҡурай класы уҡытыусыһы Дамир Басир улы Хәсәнов та Әниләне маҡтап ҡына телгә ала....
Лицейҙар һынатманы 9-04-2013, 16:18 / Алмаш

Лицейҙар һынатманы

Яҙғы каникул ваҡытында лицей-интернаттың шахмат буйынса тренеры Мешков Сергей Андреевич 4 уҡыусынан торған команданы Ѳфѳгә, республика балалар шахмат турнирына алып барҙы....
«Мине балалар йортона бирегеҙ!» 9-04-2013, 16:15 / Яҙмыштар

«Мине балалар йортона бирегеҙ!»

Ғинуарҙың һуңғы кѳндәрен барлағанда редакцияға таныш булмаған ағай: “Урында булһағыҙ, хәҙер барабыҙ. Күреп һѳйләшергә ине”, - тип шылтыратты. Оҙаҡ кѳттѳрмәне... Уларҙы күргәс, алтмыш йәштәр тирәһендәге ир, унан саҡ ҡына йәшерәк ике ҡатын һәм бер малайҙан торған “делегация” юҡ ҡына мәсьәлә менән йѳрѳмәйҙер инде, тигән уй баштан үтте. Һиҙемләүем юҡҡа булмаған икән....
“Белсталь” ОАО-һы: уйҙырманан - ысынбарлыҡҡа 9-04-2013, 16:12 / Иҡтисад

“Белсталь” ОАО-һы: уйҙырманан - ысынбарлыҡҡа

Белоретта инвестицион проекттың бойомға ашырылыуын тикшерҙеләр 23 мартта Белоретта Башҡортостан Республикаһы Президенты Рѳстәм Хәмитов эш сәфәре менән булып китте, тип яҙғайныҡ инде. Президенттың хакимиәттең зур залында үткәрелгән Белорет активы менән осрашыуында “Белсталь” ООО-һы генераль директоры Рәмил Бигновтың металлургия комплексы тѳҙѳлѳшѳ проектын ғәмәлгә ашырыу тураһында отчеты тыңланды....
Тырышлыҡ бушҡа китмәҫ 6-04-2013, 15:53 / Сәйәсәт

Тырышлыҡ бушҡа китмәҫ

Урындағы үҙидаралыҡ органдары эшмәкәрлеген активлаштырыу һәм ауыл халҡын дәртләндереү, халыҡты биләмә тормошонда ҡатнашыуға йәлеп итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм йәш быуынға айыҡ тәрбиә биреү маҡсатында муниципаль берәмектәр араһында “2013 йылдың айыҡ ауылы” республика конкурсы иғлан ителде....