Ботайҙар ѳмәгә сыҡты 17-05-2013, 17:00 / Иман

Ботайҙар ѳмәгә сыҡты

Май байрамдары алдынан ботайҙар мѳхәрририәткә шылтыратып, мәсеткә бура бурауҙары тураһындағы ҡыуаныстары менән уртаҡлашты....
Ѳҫтәмә белем биреү системаһына - 95! 17-05-2013, 16:57 / Яңылыҡтар

Ѳҫтәмә белем биреү системаһына - 95!

Белорет ҡалаһында Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда балаларға ѳҫтәмә (мәктәптән тыш) белем биреү системаһының барлыҡҡа килеүенә 95 йыл тулыуға арналған Республика фестиваленең тѳбәк этабы үтте. Фестивалдә Сибай, Межгорье, Белорет, Учалы, Бѳрйәндән ѳҫтәлмә белем биреү учреждениелары саҡырылды....
Почтальон хәбәр итә лә, почтальон сәләм илтә 17-05-2013, 15:12 / Иҡтисад

Почтальон хәбәр итә лә, почтальон сәләм илтә

Элегерәк, һәр өй һайын ҡыуаныслы хәбәрҙәр, йыраҡ араларҙан сәләмдәр, яңы мәғлүмәттәр ташығын почтальонды ҡунаҡтай ҡаршылап, көтөп алғандар. Ауылдың абруйлы кешеләренең береһе һаналған почтальон менән аралашып ҡалыу ҙа күптәр өсөн оло ҡыуаныс булған. Тик һуңғы йылдарҙа был эштең бәҫе төшөп, почта таратыусыларҙың абруйы ла кәмеп киткәндәй булды. Тормош мәшәҡәттәренән баҫылыпмылыр, әллә инде матди байлыҡты кәрәгенән артыҡ баһалауҙанмы гәзит-журнал алдырыусылар ҙа һирәгәйҙе, хәл-әхүәл белдереп хат яҙыусылар ҙа юғалды. Шуға ҡарамаҫтан, почта хеҙмәте бөгөн дә эшләй, халыҡҡа хеҙмәт итә,...
Талпан һѳжүме башланды 17-05-2013, 14:46 / Һаулығың-байлығың

Талпан һѳжүме башланды

Кешелек яҙ етеү ҡыуанысы кисергән кѳндәрҙе, ҡояшты ҡаплаған ҡара болоттай, талпандар һѳжүме йәмһеҙләй. Болот тарала ла бѳтә, ә бына бәләкәй генә талпандың кешегә ҙур мәшәҡәт, хатта бәлә килтереүе ихтимал. Шуға ла тәбиғәт ҡосағына, баҡсаға, сквер-парктарға барыр алдынан һәр кемгә был зарарлы бѳжәктән һаҡланыу сараһын күрергә кәрәк. Яҙ башынан алып 1 майға тиклем ҡала дауаханаһының травматология бүлегенә 34 кеше талпан тешләүенә бәйле мѳрәжәғәт иткән. «Гигиена үҙәге» эпидемиологы Н.И.Сәғитова белдереүенсә, әлегә талпан энцефалиты менән ауырыусылар теркәлмәгән....
Һылыуҡайҙар  сыҡты сәхнәгә 17-05-2013, 14:44 / Мәҙәниәт

Һылыуҡайҙар сыҡты сәхнәгә

Ҡала кимәлендә үткән «Науруз һылыуы» конкурсы быйыл 6-сы тапҡыр ойошторола. Конкурста үҙ телен яҡшы белгән һәм яратҡан һәләтле башҡорт ҡыҙҙары ҡатнаша. Сараның бер нисә йыл рәттән үтеүендә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы Сәриә Мөхәмәт ҡыҙы Ҡаһарманованың тырышлығы ҙур тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Ҡыҙҙар уның етәкселегендә конкурс шарттары һәм талаптары менән таныша, ҡатнашыу кимәлен яҡшыртыу өсөн репетицияларға йөрөй. Быйығы конкурста 7 ҡыҙ матурлыҡта, маһирлыҡта кѳс һынашты....