Зәйнулла ишанға  ҙур сәйәхәт 28-05-2013, 11:00 / Иман

Зәйнулла ишанға ҙур сәйәхәт

«Зәйнулла ишан мәсетенең алдында ағас ултыртыу тантанаhы тамамланды hәм ҡунактар машиналарына тарала башланы. Шәйехтең ярҙамсыһы шул ваҡытта мине халык араhынан сығарып: «Ханым, эйдэгез, Шейх Мехметка барабыз»,- тине. Һаҡсылар аша үтеп машинаның артҡы креслоhында ултырған шәйех эргәhенә барып баҫтыҡ. Шәйех миңә асык йѳҙѳ менән ҡараны ла, түш кеҫәһенән ҡәләмгә оҡшаган балауыҙ тѳҫѳндәге таяҡсаһын алып минең hул яурыныма hалды. Ток hуҡҡандай булып тәнем зымбырҙап китте, ҡалтыраныу табаныма тиклем етте. Күҙемә йәштәр тығылды. Рәхмәт hүҙҙәрен әйттем дә, ситкә тайпылдым. «Шейх Сезгә баракат бирде»,...
Иҙел башы ҡунаҡтар йыйҙы 28-05-2013, 10:47 / Мәҙәниәт

Иҙел башы ҡунаҡтар йыйҙы

Ҡалала “Иҙел башы йондоҙҙары” хор һәм вокаль ансамблдәренең VI республика фестивале үтте. Ҙур кимәлдәге бындай сара ҡунаҡсыл Белорет ерендә алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Ѳс кѳн буйы барған фестивалде Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Белорет районы муниципаль район хакимиәте ойоштора. Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас Ишбирҙин әйтеүенсә, быйылғы фестиваль, “Рәсәй мәҙәниәте” федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән уҙғарыла. Фестиваль үткәреүҙең маҡсаты - бѳтә...
Законды боҙоу ҡиммәткә тѳшә 28-05-2013, 10:45 / Тәртип һағында

Законды боҙоу ҡиммәткә тѳшә

Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығының Белорет территориаль комитеты 2012 йылдың июнендә Мѳхәмәт ауылында Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаһының һыу һаҡлау зонаһында “СЕЛЕНА” урман сәнәғәте компанияһы”ның рѳхсәт документтары булмай тороп, ҡом-ҡырсынташ сығарыу фактын асыҡланы. Ҡом-ҡырсынташты 12 машинала сығарып, Мѳхәмәт ауылындағы түбәнге келәт территорияһына түшәр ѳсѳн файҙаланалар....
Кисә - уҡытыусы,  бѳгѳн - фермер 28-05-2013, 10:42 / Ауыл тормошо

Кисә - уҡытыусы, бѳгѳн - фермер

Аҙнағол ауылы юл эсендә ултырһа ла, мәктәптәре районда тәүгеләрҙән булып, 2007 йылда уҡ ябылды. Унда уҡытыусы булып эшләгән Инсаф Хәлфетдин улы Фәхретдинов эшһеҙ тороп ҡала....
Ҡыңғыраулы  мәктәп йылдары 28-05-2013, 10:41 / Яңылыҡтар

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау шылтыраны. Район-ҡалала 45 белем усағында 620 уҡыусы XI класты, 1100 уҡыусы IX класты тамамлай. Ҡаһарман тѳп белем биреү мәктәбендә лә һуңғы ҡыңғырау тантанаһы үтте. Байрамса кейенгән уҡыусылар, ата-әсәләр һуңғы ҡыңғырауҙы ҙур тулҡынланыу менән кѳтә. Башҡортостан Республикаһы гимны яңғырағандан һуң, мәктәп директоры урынбаҫары Рәфидә Ғәзизова сараны башлап ебәрҙе. Тәбрикләү һүҙе менән мәктәп директоры Сәғәҙәт Хәйруллин, “Урал” гәзите хәбәрсеһе Рәмилә Мусина, уҡытыусылар Фәнзилә Хәйруллина, Вадим Моратшин сығыш яһаны. IX класты тамамлаусы балаларҙың ата-әсәләре...