Абҙаҡта - Сик һаҡсылары кѳнѳ 31-05-2013, 11:44 / Мәҙәниәт

Абҙаҡта - Сик һаҡсылары кѳнѳ

Ауылыбыҙҙа Сик һаҡсылары кѳнѳн билдәләү матур традицияға әйләнгән. Быйыл да Абҙаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Байрас Буранбай улы Фазылов менән ауыл Советының 6-сы округ депутаты Хажмѳхәмәт Ғилметдин улы Әхмәтов (уның атаһы Ғилметдин Әхмәт улы 1926-28 йылдарҙа Урта Азияла ил сиген баҫҡынсыларҙан һаҡлаған) ауылдаштар ѳсѳн матур сара ойоштороп ҡыуандырҙы....
Пограничниктар  байрам итте 31-05-2013, 11:35 / Мәҙәниәт

Пограничниктар байрам итте

Илебеҙҙең сик буйы һағында хеҙмәт итеүселәр йыл һайын 28 май Пограничниктар кѳнѳн байрам итә. Был байрам 1918 йылдың 28 майында, РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы декреты менән сик буйы ғәскәрҙәре булдырылғас, билдәләнә башлай....
Кѳсһѳҙ алкоголдең кѳсѳ нимәлә? 31-05-2013, 11:31 / Социаль ѳлкә

Кѳсһѳҙ алкоголдең кѳсѳ нимәлә?

Һуңғы йылдарҙа ҡулына төҫлө сағыу банкалар тотҡан йәштәрҙе, хатта балаларҙы урамда йыш осратабыҙ. Үкенескә күрә, улар ҡулында лимонад та, һут та, хатта һыра ла түгел. Матурлап биҙәлгән тимер һауыттың эсендә - әҙ күләмдәге алкоголле энергетик эсемлек. Был үҙенсәлекле эсемлек составына кѳстѳ арттырыусы, тонусты күтәреүсе матдәләр йә иһә кофеин, алкоголь һәм төрлө тәм биреүсе ҡатнашмалар инә. Беҙҙә “дәртләндереүсе” эсемлектәр һәр магазинда тиерлек һатылһа ла, Европала хәл бөтөнләй башҡаса. Мәҫәлән Данияла, Францияла, Норвегияла бындай эсемлектәрҙе бары тик дарыуханаларҙан ғына табырға була....
Шешә тѳбѳ шеш булыр 31-05-2013, 11:29 / Иман

Шешә тѳбѳ шеш булыр

Иҫереп ҡайтҡан ире ҡатынын, балаларын йәберләгән, күҙ тѳптәре күгәреп шешенгән ҡатыны күршеләренә күренергә оялып, урамға сыҡмай,- тип элек бѳтә ауылға эскесе ирҙең холҡо тураһында ғәжәпләнеп һѳйләһәләр, хәҙер был күренеш бер кемде лә аптырауға һалмай. Хәмер ҡоллоғонда яфа сигеүселәр артҡандан-арта ғына. Ире менән бер рәттән ҡатыны ла, хатта үҫмер балалары ла эсергә әүәҫләнеп бѳткән ғаиләләр бар....