Закон боҙоуға  сик ҡуйылды 30-05-2013, 15:46 / Экология

Закон боҙоуға сик ҡуйылды

Тимер юл ауылында йәшәүселәр февраль айында “Башлеспром” ағас әҙерләү компанияһы” йәмғиәте территорияһында ағас ҡалдыҡтарын яндырыуҙары тураһында полицияға хәбәр итә. Эске эштәр органының тикшереү-оператив тѳркѳмѳ әйтелгән ергә барып, предприятиеның хеҙмәткәрҙәре, етәкселектең ҡушыуы буйынса, ҡайын һәм ылыҫлы ағас ҡалдыҡтарын яндырыуын асыҡлай....
Тотона белгәс, таҙарта ла бел 30-05-2013, 15:43 / Экология

Тотона белгәс, таҙарта ла бел

Республика Экология министрлығының урындағы территориаль комитеты, быйылғы ташҡынды үткәреү сараларына ярашлы, Белорет һыу һаҡлағысының уң ярындағы һыу һаҡлау зонаһында ағып тѳшѳп йыйылған һыуҙың сифатын контролдә тотто....
Юғары сифат - Рәсәй почтаһы  ҡуйған талаптарҙың береһе 30-05-2013, 15:11 / Социаль ѳлкә

Юғары сифат - Рәсәй почтаһы ҡуйған талаптарҙың береһе

Эшсе ҡулдары көсөн кәметеү маҡсатында ниндәй генә ҡорамалдар, йыһаздар уйлап сығарылмай. Күптәр уларҙың рәт-сиратына төшөнөп, аңлап та етмәй. Элек күмәкләп эшләгәнде лә хәҙер бер техника, ыһ та итмәй әҙ генә ваҡыт эсендә башҡарып та ҡуя. Барыһы ла тормошто яҡшыртыу, хеҙмәт процесын еңеләйтеү өсөн эшләнһә лә, бындай үҫештәрҙең күп кенә ябай халыҡты эшһеҙ урамда тороп ҡалырға мәжбүр итеүен күреп, көйөнөргә лә, һөйөнөргә лә белмәйһең. Бөгөн компьютер техникаһы, автоматлаштырылған ҡорамалдар менән файҙаланмаған бер генә өлкә лә юҡтыр. Үҙен хөрмәт иткән һәр ойошма, предприятие хеҙмәткәрен...
Зәйнулла ишанға  ҙур сәйәхәт 28-05-2013, 11:00 / Иман

Зәйнулла ишанға ҙур сәйәхәт

«Зәйнулла ишан мәсетенең алдында ағас ултыртыу тантанаhы тамамланды hәм ҡунактар машиналарына тарала башланы. Шәйехтең ярҙамсыһы шул ваҡытта мине халык араhынан сығарып: «Ханым, эйдэгез, Шейх Мехметка барабыз»,- тине. Һаҡсылар аша үтеп машинаның артҡы креслоhында ултырған шәйех эргәhенә барып баҫтыҡ. Шәйех миңә асык йѳҙѳ менән ҡараны ла, түш кеҫәһенән ҡәләмгә оҡшаган балауыҙ тѳҫѳндәге таяҡсаһын алып минең hул яурыныма hалды. Ток hуҡҡандай булып тәнем зымбырҙап китте, ҡалтыраныу табаныма тиклем етте. Күҙемә йәштәр тығылды. Рәхмәт hүҙҙәрен әйттем дә, ситкә тайпылдым. «Шейх Сезгә баракат бирде»,...
Иҙел башы ҡунаҡтар йыйҙы 28-05-2013, 10:47 / Мәҙәниәт

Иҙел башы ҡунаҡтар йыйҙы

Ҡалала “Иҙел башы йондоҙҙары” хор һәм вокаль ансамблдәренең VI республика фестивале үтте. Ҙур кимәлдәге бындай сара ҡунаҡсыл Белорет ерендә алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Ѳс кѳн буйы барған фестивалде Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Белорет районы муниципаль район хакимиәте ойоштора. Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Байрас Ишбирҙин әйтеүенсә, быйылғы фестиваль, “Рәсәй мәҙәниәте” федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән уҙғарыла. Фестиваль үткәреүҙең маҡсаты - бѳтә...
Законды боҙоу ҡиммәткә тѳшә 28-05-2013, 10:45 / Тәртип һағында

Законды боҙоу ҡиммәткә тѳшә

Башҡортостан Республикаһы Экология министрлығының Белорет территориаль комитеты 2012 йылдың июнендә Мѳхәмәт ауылында Бәләкәй Ҡыҙыл йылғаһының һыу һаҡлау зонаһында “СЕЛЕНА” урман сәнәғәте компанияһы”ның рѳхсәт документтары булмай тороп, ҡом-ҡырсынташ сығарыу фактын асыҡланы. Ҡом-ҡырсынташты 12 машинала сығарып, Мѳхәмәт ауылындағы түбәнге келәт территорияһына түшәр ѳсѳн файҙаланалар....
Кисә - уҡытыусы,  бѳгѳн - фермер 28-05-2013, 10:42 / Ауыл тормошо

Кисә - уҡытыусы, бѳгѳн - фермер

Аҙнағол ауылы юл эсендә ултырһа ла, мәктәптәре районда тәүгеләрҙән булып, 2007 йылда уҡ ябылды. Унда уҡытыусы булып эшләгән Инсаф Хәлфетдин улы Фәхретдинов эшһеҙ тороп ҡала....
Ҡыңғыраулы  мәктәп йылдары 28-05-2013, 10:41 / Яңылыҡтар

Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары

Мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау шылтыраны. Район-ҡалала 45 белем усағында 620 уҡыусы XI класты, 1100 уҡыусы IX класты тамамлай. Ҡаһарман тѳп белем биреү мәктәбендә лә һуңғы ҡыңғырау тантанаһы үтте. Байрамса кейенгән уҡыусылар, ата-әсәләр һуңғы ҡыңғырауҙы ҙур тулҡынланыу менән кѳтә. Башҡортостан Республикаһы гимны яңғырағандан һуң, мәктәп директоры урынбаҫары Рәфидә Ғәзизова сараны башлап ебәрҙе. Тәбрикләү һүҙе менән мәктәп директоры Сәғәҙәт Хәйруллин, “Урал” гәзите хәбәрсеһе Рәмилә Мусина, уҡытыусылар Фәнзилә Хәйруллина, Вадим Моратшин сығыш яһаны. IX класты тамамлаусы балаларҙың ата-әсәләре...
Сираттағы сессия ултырышы үтте 24-05-2013, 10:07 / Яңылыҡтар

Сираттағы сессия ултырышы үтте

2013 йылдың 22 майында район хакимиәте бинаһында БР Белорет районы муниципаль район Советының сираттағы сессияһы үтте. Сессияны район Советы рәйесе Е.Я.Карепанов алып барҙы....
“Балаларға - китап” 24-05-2013, 10:05 / Яңылыҡтар

“Балаларға - китап”

Апрелдә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан тѳбәк бүлексәһе “Балаларға - китап” тигән яңы социаль проект башлағайны. Проект яҡшы ҡабул ителде һәм балалар йорттары, интернаттар, дауаханалар, ауыл мәктәптәре ѳсѳн матур әҙәбиәт туплап, балаларға тапшыра ла башланылар. Яңыраҡ муниципаль район хакимиәтендә Үҙән һәм Сермән балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәренә муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов “Балаларға китап” акцияһы һѳҙѳмтәһендә йыйылған китаптарҙы тапшырҙы....