Көтөп алған ҡунаҡ 24-05-2013, 10:02 / Замандаш

Көтөп алған ҡунаҡ

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының абруйы үҫеүендә уны ун йылдан артыҡ етәкселек иткән Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙының өлөшө тос булды. Талантлы етәксебеҙҙең алдан ентекле уйлап, маҡсатлы эш итеүе арҡаһында, был белем усағының даны тик ыңғай яҡтан ғына баһалана килде. Ҡалабыҙҙа башҡорт мәктәбен астырыуҙы юллап йөрөгән зыялыларҙың иң алғы сафында ла Зөбәржәт Суфьянова ине. Үҙ милләте балалары хаҡына бындай мәктәп астырыуға өлөш индерә алыуына оло ҡыуаныс кисерә бөгөн эшлекле ханым....
Халҡына хеҙмәт итә 24-05-2013, 10:00 / Арҙаҡлы яҡташтар

Халҡына хеҙмәт итә

Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигән бик матур халыҡ мәҡәле бар. Бѳгѳнгѳ кѳндә Белорет районы муниципаль район Советы секретары вазифаһында эшләгән Хѳбѳтдинов Камил Йосоп улының 65 йыллыҡ тормош юлын барлап, ошо мәҡәлдең хаҡлығына тағы бер ҡат инанаһың....
Үткәл ағинәйҙәре эш башланы 24-05-2013, 09:10 / Байрамдар

Үткәл ағинәйҙәре эш башланы

Баймаҡ районында үткән Ағинәйҙәр ҡоро һәм был ҡорҙоң изге маҡсаттары, уны ауылдарҙа ойоштороу тәртибе тураһында аныҡлап яҙып сыҡҡайныҡ. Ҡайһы бер ауылдарҙа яңы йүнәлеште кѳтѳп кенә торған әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар ҙурҙан ҡупмай ғына ошо эште башлап та ебәрҙе. Мәҫәлән, Үткәл ауылынан Айһылыу Йомағужина хәбәр итеүенсә, был мәлгә улар байтаҡ йәмәғәт эше башҡарып ѳлгѳргән....
Табынғаны - китап  һәм теүәллек 24-05-2013, 09:08 / Замандаш

Табынғаны - китап һәм теүәллек

Ҡала мѳхитендә милли үҙаңды үҫтереү һәм һаҡлап алып ҡалыу ѳсѳн шарттар бармы һәм, әгәр булһа, уны кемдәр тыуҙыра? Һорау ҡатмарлы түгел, әммә бѳгѳнгѳ заман технологиялары яҡтылыҡ тиҙлегендә үҫешеп, халыҡ хужалығының, уҡыу процесының бѳтә киңлектәрен яулап алған осорҙа әсә телен үҫтереү генә түгел, уны һаҡлап алып ҡалыу, аралашыу, балаларҙы ѳйрәтеү, йәштәрҙе ылыҡтырыу бик ҡатмарлы. Милли сәнғәт, туған телде үҫтереү кѳн үҙәгендә торған 90-сы йылдарҙа Белоретта ла башҡорт балалар баҡсаһы, башҡорт гимназияһы, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһы асыу оло ваҡиға булып иҫтә ҡалды....
Ғүмерҙәре йыр кеүек 24-05-2013, 09:05 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Ғүмерҙәре йыр кеүек

Уҙған йома Инйәр мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара Ғаилә кѳнѳн билдәләнеләр. Инйәрҙә йәшәгән Герой-Әсә Гѳлфинә Сәлмән ҡыҙы менән урмансы Хәким Мырҙабай улы Мѳхәмәҙиевтәрҙең бергә йәшәүҙәренә 58 һәм уларҙың 75, 80 йәшлек юбилейҙарына арналған сараны халыҡ театры режиссеры Сәғилә Сѳләймән ҡыҙы Мырҙағәлина менән Нурулла Мѳхѳтдин улы Миһранов үткәрҙе....
Ныҡлы  ғаилә – ил  терәге 24-05-2013, 08:43 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Ныҡлы ғаилә – ил терәге

Беҙҙең Асы ауылында 50 йыл бергә ғүмер иткән ғаиләләргә арнап ҙур байрам үткәреү һәм Президент бүләген тапшырыу матур бер йолаға әйләнде. Юҡҡа ғына халҡыбыҙҙа “Ир кеше - ил тотҡаһы”, “Яҡшы ҡатын - донъя тотҡаһы” тигән бик тәрән мәғәнәле, аҡыллы фекер ятҡан мәҡәлдәр килеп сыҡмағандыр, сѳнки борондан күп балалы, татыу ғаиләләр милләттең нигеҙен, киләсәген, илебеҙҙең кѳсѳн билдәләп торған....
Матур йәшәү сере - сабырлыҡта 24-05-2013, 08:39 / Ғаиләм-ҡәлғәм

Матур йәшәү сере - сабырлыҡта

Элек-электән әсәй-ѳләсәйҙәр йәштәргә, ғаилә ҡороусыларға “тиң йәшәп, тиң ҡартайығыҙ”, тип теләй торғайны. Ошо ябай ғына һүҙҙәрҙә ниндәй оло мәғәнә ятҡанын йәшәй-йәшәй генә аңлай башлайбыҙҙыр. Илле, алтмыш, унан да күберәк йылдар бергә тиң йәшәп, тиң ҡартайып, дан итеп донъя кѳтѳп, тормош баҫҡыстары һикәлтәләренә бергә күтәрелеп, балаларға, ейәндәргә ярҙамлашып йәшәүҙәре ниндәй бәхет! Шѳкѳр, шундай парҙар бихисап хәҙер. Әле бер, әле икенсе ауылда алтын, гәүһәр туйҙар үтә....
Тормошто яратайыҡ! 22-05-2013, 15:09 / ---

Тормошто яратайыҡ!

Һыу ағымын аҡрынайтып булмаған кеүек, ғүмер ағышын да үҙең теләгәнсә үҙгәртеп булмай. Әҙәм балаһын балалыҡтан йәшлеккә, йәшлектән урта йәшкә, урта йәштән ҡартлыҡҡа, ҡартлыҡтан баҡыйлыҡҡа күсереүсе тормош ҡануны бар....
Ғүмер  бер  генә... 22-05-2013, 15:03 / Социаль ѳлкә

Ғүмер бер генә...

Һуңғы йылдарҙа үҙенә ҡул һалған балалар һәм үҫмерҙәр һаны артыуы күҙәтелә. Зеленоград ҡалаһында 16 йәшлек ҡыҙ күп ҡатлы йорттан ырғый. Абаканда 13 йәшлек уҡыусы ѳйѳндә аҫылынған килеш табыла. Удмурт Республикаһы ауылдарының береһендә 14 йәшлек үҫмер насар уҡыған ѳсѳн ѳләсәһенән шелтә ала һәм һарайҙа аҫылына. Татарстанда 16 йәшлек үҫмер, мин үлһәм, башҡаларға еңел булыр, тигән ниәт менән башын элмәккә тыға. Северодвинскиҙа 17 йәшлек ҡыҙ дарыу эсеп ағыулана. Ставрополдә 9 йәшлек малай яҡты донъя менән хушлаша......
Балаларҙың йәйге ялы 20-05-2013, 17:08 / Яңылыҡтар

Балаларҙың йәйге ялы

Балаларҙың йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда быйыл 9778 бала һәм үҫмерҙең (был муниципаль райондың белем биреү учреждениеларының I-X класс уҡыусыларының 89 проценты) сәләмәтлеген нығытыу, ялын һәм мәшғүллеген ойоштороу планлаштырыла....