Май - имтихандар осоро 20-05-2013, 17:05 / Яңылыҡтар

Май - имтихандар осоро

Май, мәктәптәрҙә уҡыу йылының тамамланып, оҙайлы йәйге каникул етеүен белдерһә лә, нәҡ ошо ваҡытта XI класс уҡыусылары ѳсѳн иң кѳсѳргәнешле, етди мәл башлана: уларҙың киләсәге, һѳнәр һайлау мәсьәләһе хәл ителә. Яҙмыштары һайлау алдында торған балаларға, оло тормошҡа аяҡ баҫырҙан алда тәү сиратта Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу бурысы ла тора....
Заман медицинаһы -  тѳпкѳлгә! 20-05-2013, 17:04 / Яңылыҡтар

Заман медицинаһы - тѳпкѳлгә!

Башҡортостанда 11 дауахана “КамАЗ” автомобиле базаһында күсмә медицина комплексы алды. Модулдәр асҡысын Башҡортостан Республикаһы Хѳкүмәте Премьер-министры Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы. - Республикала медицина ярҙамы һәр кемгә яҡын булырға тейеш тигән аныҡ маҡсат ҡуйылған. Бер йыл элек Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы базаһында модулле ярҙам күрһәтеү үҙәге булдырырға тигән ҡарар ҡабул ителде һәм ул тормошҡа ашырыу юлында. Күсмә медицина үҙәге иң тѳпкѳл тораҡ пункттарында йәшәүселәргә барып етәсәк. Әммә беҙ нисек кенә медицинаны ҡоралландырһаҡ та, тәүге планда табиптарҙың үҙ...
Ил тѳкѳрһә - күл булыр 20-05-2013, 16:33 / Социаль ѳлкә

Ил тѳкѳрһә - күл булыр

Ғәбдѳктә һыу ташыуҙан зыян күреүселәргә ярҙам ҡулы һуҙырға ашығыусылар күп булды. Аллаға шѳкѳр, халҡыбыҙ үҙенең матур күңел донъяһын һаҡлап алып ҡалған, берҙәмлек, татыулыҡ, ҡан-ҡәрҙәшлек рухы кѳслѳ....
Ҡотороу сиренән һаҡланығыҙ! 20-05-2013, 16:27 / Һаулығың-байлығың

Ҡотороу сиренән һаҡланығыҙ!

Ҡала һәм ауылдарҙа хужаһыҙ ҡалған эттәрҙең күбәйеүе йәмғиәтебеҙ ѳсѳн мѳһим проблемаларҙың береһе булып ҡала. Яуапһыҙ һәм вайымһыҙ хужалар эттәрҙе үҙ яйына ҡуйып сығарып ебәрә. Ә ҡайҙа етте шунда йѳрѳгән эттәр хәүеф сығанағына әйләнә. Улар ѳйѳр булып тупланып, үҙҙәренә аҙыҡ табыу маҡсатында сүп-сар ѳйѳмдәрен, сүп бактарын аҡтара. Бынан тыш, уларҙың тәбиғәттә ҡотороу сирен таратыусы ҡырағай хайуандар менән бәйләнешкә инеүе ихтимал. Күп осраҡта эттәрҙең агрессивлығынан бала-саға йәки иҫеректәр зыян күрә, сѳнки улар үҙҙәре эттәрҙе һѳжүм итеүгә этәрә. Балаларға берәҙәк эттәр менән уйнау...
Кипр ҡунағы - Белоретта 20-05-2013, 16:26 / Иман

Кипр ҡунағы - Белоретта

Үткән аҙнала ислам динен һәм суфыйсылыҡты пропагандалаусы Шәйех Мѳхәммәт Нәҙим әл Хаккани Учалы һәм Белорет райондарында булып, изге әүлиәләр, ишандар ҡәберенә доға ҡылды, халыҡ менән осрашып, үҙенең фатихаһын бирҙе. Эскелек, наркомания кеүек афәттәрҙән, яуызлыҡтан һәм бысраҡлыҡтан арынырға, дингә ҡайтырға ѳндәгән оло ҡунаҡты Белорет, Әбйәлил, Учалы һәм Бѳрйән райондарының дин әһелдәре оҙатып йѳрѳнѳ....
Ветерандарға ҡотлау открыткалары 20-05-2013, 15:49 / Ветеран

Ветерандарға ҡотлау открыткалары

Бѳйѳк Еңеү кѳнѳ байрамына ҡарата Рәсәй почтаһы “Яҡташтар рәхмәте”акцияһын ойошторҙо. Бѳтә Рәсәй буйынса уҙғарылған акция 2012 йылдан башлап үткәрелә....
“Минең Рәми” марафоны 20-05-2013, 15:46 / Мәҙәниәт

“Минең Рәми” марафоны

17 май ҡаланың Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы алдында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғырҙарын һѳйләү буйынса “Минең Рәми” марафоны үтте. Күңелендә Рәмиҙең ижады аманатын, туған теленә һѳйѳү, рухында милли тойғо йѳрѳткән һәр кем ҡатнашты....
Йәшелләндереү айлығы бара 20-05-2013, 15:42 / Экология

Йәшелләндереү айлығы бара

Яҙ етеү менән урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре ѳсѳн ҡыҙыу мәл - ағас ултыртыу осоро башлана. Быйыл “Белорет урмансылығы” дәүләт бюджет учреждениеһы контракт буйынса 256,8 гектар майҙанға ағас ултыртырға тейеш....
Чиновник һѳнәрен алыштыра 20-05-2013, 15:40 / Яңылыҡтар

Чиновник һѳнәрен алыштыра

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эшсе һөнәренең абруйын күтәреү маҡсатында төрлө акциялар үткәрә. Сираттағы «Чиновник һөнәрен алыштыра” акцияһына ярашлы, республика министрҙарының күбеһе эшсе кейеме кейеп, производствоға эшкә сығасаҡ....
Ботайҙар ѳмәгә сыҡты 17-05-2013, 17:00 / Иман

Ботайҙар ѳмәгә сыҡты

Май байрамдары алдынан ботайҙар мѳхәрририәткә шылтыратып, мәсеткә бура бурауҙары тураһындағы ҡыуаныстары менән уртаҡлашты....