Ѳҫтәмә белем биреү системаһына - 95! 17-05-2013, 16:57 / Яңылыҡтар

Ѳҫтәмә белем биреү системаһына - 95!

Белорет ҡалаһында Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда балаларға ѳҫтәмә (мәктәптән тыш) белем биреү системаһының барлыҡҡа килеүенә 95 йыл тулыуға арналған Республика фестиваленең тѳбәк этабы үтте. Фестивалдә Сибай, Межгорье, Белорет, Учалы, Бѳрйәндән ѳҫтәлмә белем биреү учреждениелары саҡырылды....
Почтальон хәбәр итә лә, почтальон сәләм илтә 17-05-2013, 15:12 / Иҡтисад

Почтальон хәбәр итә лә, почтальон сәләм илтә

Элегерәк, һәр өй һайын ҡыуаныслы хәбәрҙәр, йыраҡ араларҙан сәләмдәр, яңы мәғлүмәттәр ташығын почтальонды ҡунаҡтай ҡаршылап, көтөп алғандар. Ауылдың абруйлы кешеләренең береһе һаналған почтальон менән аралашып ҡалыу ҙа күптәр өсөн оло ҡыуаныс булған. Тик һуңғы йылдарҙа был эштең бәҫе төшөп, почта таратыусыларҙың абруйы ла кәмеп киткәндәй булды. Тормош мәшәҡәттәренән баҫылыпмылыр, әллә инде матди байлыҡты кәрәгенән артыҡ баһалауҙанмы гәзит-журнал алдырыусылар ҙа һирәгәйҙе, хәл-әхүәл белдереп хат яҙыусылар ҙа юғалды. Шуға ҡарамаҫтан, почта хеҙмәте бөгөн дә эшләй, халыҡҡа хеҙмәт итә,...
Талпан һѳжүме башланды 17-05-2013, 14:46 / Һаулығың-байлығың

Талпан һѳжүме башланды

Кешелек яҙ етеү ҡыуанысы кисергән кѳндәрҙе, ҡояшты ҡаплаған ҡара болоттай, талпандар һѳжүме йәмһеҙләй. Болот тарала ла бѳтә, ә бына бәләкәй генә талпандың кешегә ҙур мәшәҡәт, хатта бәлә килтереүе ихтимал. Шуға ла тәбиғәт ҡосағына, баҡсаға, сквер-парктарға барыр алдынан һәр кемгә был зарарлы бѳжәктән һаҡланыу сараһын күрергә кәрәк. Яҙ башынан алып 1 майға тиклем ҡала дауаханаһының травматология бүлегенә 34 кеше талпан тешләүенә бәйле мѳрәжәғәт иткән. «Гигиена үҙәге» эпидемиологы Н.И.Сәғитова белдереүенсә, әлегә талпан энцефалиты менән ауырыусылар теркәлмәгән....
Һылыуҡайҙар  сыҡты сәхнәгә 17-05-2013, 14:44 / Мәҙәниәт

Һылыуҡайҙар сыҡты сәхнәгә

Ҡала кимәлендә үткән «Науруз һылыуы» конкурсы быйыл 6-сы тапҡыр ойошторола. Конкурста үҙ телен яҡшы белгән һәм яратҡан һәләтле башҡорт ҡыҙҙары ҡатнаша. Сараның бер нисә йыл рәттән үтеүендә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы Сәриә Мөхәмәт ҡыҙы Ҡаһарманованың тырышлығы ҙур тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Ҡыҙҙар уның етәкселегендә конкурс шарттары һәм талаптары менән таныша, ҡатнашыу кимәлен яҡшыртыу өсөн репетицияларға йөрөй. Быйығы конкурста 7 ҡыҙ матурлыҡта, маһирлыҡта кѳс һынашты....
Традицион эстафета уҙҙы 13-05-2013, 14:40 / Спорт һәм туризм

Традицион эстафета уҙҙы

Үткән шәмбе енел атлетика буйынса һәр йылда «Белорецкий рабочий” призына ойошторолған 61-се традицион эстафета уҙҙы. Ярышта ҡатнашыусыларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы В.Г. Миронов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы С.В. Полина, «Белорецкий рабочий” гәзите мөхәррире Т.Г. Зайцева ҡотланы һәм сәләмәт тормош һөйөү-селәргә уңыштар, еңеүҙәр теләне....
Мәрмәр ташта  - яугирҙәр иҫтәлеге 13-05-2013, 14:38 / Мәҙәниәт

Мәрмәр ташта - яугирҙәр иҫтәлеге

Бѳйѳк Еңеүҙең 68 йыллығына ҡарата ауылдарҙа, мәктәптәрҙә, ойошма-предприятиеларҙа тѳрлѳ байрам саралары гөрләп уҙҙы һәм һуғышта ҡатнашыусыларға, тыл ветерандарына рәхмәт белдерелеп, хөрмәт күрһәтелде....
“Үлемһеҙ полк”  - беҙҙең ҡалала 13-05-2013, 14:33 / Мәҙәниәт

“Үлемһеҙ полк” - беҙҙең ҡалала

Еңеү көнөнә арналған байрам сараһы традицион рәүештә Геройҙар аллеяһында, Мәңгелек ут янында уҙҙы. Ветерандарҙы муниципаль район етәкселәре, хәрби комиссариат вәкилдәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары ҡотланы....
Башҡорт рухы һүнмәһен һиндә, гимназия! 7-05-2013, 14:13 / Мәғариф

Башҡорт рухы һүнмәһен һиндә, гимназия!

1995 йылда, Башҡортостан республикаһының суверенитет алыуға 5 йыл тулыуын байрам иткәндә, Белорет муниципаль район хакимиәте ҡарары менән ҡалала тәүге башҡорт гимназияһы асыла. Нәҡ шул йылы, бөгөнгө 25-се «Тирмәкәй» башҡорт балалар баҡсаһы бинаһының дүрт бүлмәһендә 64 башланғыс класс уҡыусыһы өсөн ҡыңғырау тауышы яңғырай. Милләтебеҙҙең энтузиаст уҡытыусылары башҡорт балаларын милли рух, үҙ традицияларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ нигеҙендә уҡытыу һәм тәрбиәләүгә ең һыҙғанып эшкә тотона....
Ауырлыҡтарҙан бѳгѳлмәнек 7-05-2013, 13:37 / Ветеран

Ауырлыҡтарҙан бѳгѳлмәнек

Атайҙарҙы һуғышҡа алғас, беҙҙе I класс уҡыусыларын, ШӘРИПОВА Гѳлйемеш апай мәктәп ҡаршыһындағы тау битләүенә мендереп, атайҙар ѳсѳн йыр йырланы: Аҡҡош ҡайҙа бараһың, Ҡанат осон талдырып. Атай, ҡайҙа бараһың, Беҙҙе йәтим ҡалдырып....
Олатайҙарыма 7-05-2013, 13:36 / Ял минуттарында

Олатайҙарыма

Хәтеремдә бала сағым, Урамда уйнай инем. Шәшке ярсыҡтары теҙеп Нимәлер яһай инем. Миҙал таҡҡан олатайҙар Байрамдан ҡайтып килә. Йѳрәк әллә нишләп китте, Олатай кәрәк миңә! Олатайлы ҡыҙҙар бар ҙа, Кемдекелер икәүҙәр....