“Иң яҡшы сауҙа предприятиеһы - 2013” 28-06-2013, 14:37 / Яңылыҡтар

“Иң яҡшы сауҙа предприятиеһы - 2013”

Белорет районының сауҙа предприятиелары араһында “Иң яҡшы сауҙа предприятиеһы - 2013” конкурсы иғлан ителде. Уны муниципаль район хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәттәрен анализлау һәм прогноз яһау секторы ойоштора....
Тәү шарт - халыҡ менән  уртаҡ тел табыу 28-06-2013, 14:35 / Иҡтисад

Тәү шарт - халыҡ менән уртаҡ тел табыу

2012 йылдың октябрендә үткән һайлауҙан һуң 5 ауыл хакимиәте башлығы алышынды. Уларҙың һәр береһенең ихлас, тырышып эшләп китеүе ҡыуаныслы күренеш. Йәш булһалар ҙа, юғалып ҡалмай, тѳрлѳ яңылыҡтар индереүҙәре менән, яҡшы эштәре менән әленән-әле ауылдаштарын ҡыуандырып торалар. Бѳгѳн шундай етәкселәрҙең береһе - Ишле ауылы хакимиәте башлығы Фәнис Рәшит улы Данъянов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ....
Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде 28-06-2013, 14:34 / Яңылыҡтар

Ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

Сосновка, Шығай, Ломовка, Тимер юл һәм Әзекәй ауыл Советтары территорияһында саранча (ҡара сиңерткә) менән болон күбәләге таралыуға бәйле һәм ҡоротҡостарҙы бѳтѳрѳү, зыянды кәметеү маҡсатында, Белорет районы муниципаль район хакимиәтенең 2013 йылдың 28 июнендәге 2808-се ҡарары менән 27 июндән алып махсус бойороҡҡа тиклем район территорияһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелә....
Иң яҡшы механизатор 28-06-2013, 14:32 / Замандаш

Иң яҡшы механизатор

1975 йылдан механизатор булып эшләгән Илсур Динислам улы Ғаззаловтың быйылғы һабантуйҙа «Иң яҡшы механизатор» булып танылыуы осраҡлы түгел....
Һорауҙар тѳрлѳ мәсьәләләргә ҡағылды 28-06-2013, 14:30 / Тәртип һағында

Һорауҙар тѳрлѳ мәсьәләләргә ҡағылды

24 июндә Белорет район-ара прокуратураһы миграция законын үтәү мәсьәләләре буйынса “тура бәйләнеш” ойошторҙо. Һорауҙарға район-ара прокурор ярҙамсыһы, I класлы юрист Владимир Александрович Чиликин яуап бирҙе. “Тура бәйләнеш”тең тѳп темаһы миграция законын үтәү тураһында булһа ла, район-ҡала халҡы, был мѳмкинлекте файҙаланып, үҙҙәрен борсоған башҡа мәсьәләләр буйынса ла һорауҙарын бирҙе. Тәүге шылтыратыусы сүплекте ябыу мәсьәләһен күтәрҙе. Икенсе кеше эш хаҡын нисек түләттереү тураһында һорашты. Бер ҡатын уйын автоматтары залы эшләүе тураһында хәбәр итте. Әсә кеше ҡыҙын кейәүе туҡмауына,...
Ауыл хужалығы эшсәндәренә ярҙамға 28-06-2013, 14:29 / Ауыл тормошо

Ауыл хужалығы эшсәндәренә ярҙамға

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы «2013-2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» һәм «2013-2015 йылдарҙа яңы эш башлаған фермерҙарға ярҙам итеү» программаларында ҡатнашыусыларҙы һайлап алыр ѳсѳн конкурс комиссияһына ғаризалар ҡабул итә....
Туҡаныбыҙ гѳрләп сәскә атһын... 28-06-2013, 14:27 / Ауыл тормошо

Туҡаныбыҙ гѳрләп сәскә атһын...

Туҡанға тиҙҙән 125 йыл тула. Бала сағым Туҡан руднигына бәйле. Йә тегендә, йә бында паровоздар ҡысҡырыуы, тау тоҡомдарын гѳрһѳлдәтеп шартлатыуҙары, руда менән ағас күмере тейәп, Белорет заводына ашыҡҡан поездарҙың ѳҙлѳкһѳҙ тыҡылдауы бѳгѳнгѳләй хәтеремдә. Тик заманалар үҙгәрҙе. Туҡан рудаһына мохтажлыҡ бѳттѳ. Һуңғы поезд һуңғы руданы алып китте. Тимер юлы ябылды. Эш бѳттѳ....
Һаумы, һаумы, Әзекәйем! 28-06-2013, 14:25 / Ауыл тормошо

Һаумы, һаумы, Әзекәйем!

Үткән шәмбелә әзекәйҙәр “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына яҡташтарын, ауылдаштарын йыйҙы. Ҡунаҡтарҙы ауыл хакимиәте бинаһы алдында ҡаршы алдылар. Байрам Хәтер һәм ҡайғы кѳнѳнә тура килде. Ошо кѳнгә бәйле сара Бѳйѳк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған стелаға сәскә һалыу һәм уларҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алыу менән башланды....
Иман нуры һүрелмәһен 25-06-2013, 11:36 / Иман

Иман нуры һүрелмәһен

1917 йылғы революциянан һуң мәсеттәрҙе, әүлиәләрҙең ҡәберҙәрен емерһәләр ҙә, Ислам динен халыҡ хәтеренән юйып ташлай алманылар. Һуңғы 20 йыл эсендә илебеҙҙә, республикабыҙҙа бихисап мәсеттәр асылды....
Ғәмәлдәребеҙ изге, эштәребеҙ ихлас булһын 25-06-2013, 11:35 / Иман

Ғәмәлдәребеҙ изге, эштәребеҙ ихлас булһын

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Мосолман донъя-һында ѳс изге ай билдәләп үтелә: Рәжәп айы - Аллаһы сәбхәнәкә Тәғәлә айы, Шәғбан - пәйғәмбәребеҙ Мѳхәммәт с.ғ. с айы, Рамазан - ѳммәт йәки бѳтә халыҡ айы. “Әгәр ҙә белһәгеҙ ошо айҙарҙың ҡиммәтен, ҡалған туғыҙ ай ҙа шулай булһын, тип үтенер инегеҙ”, - тигән Аллаһы Тәғәлә. Әлхәмдулилла, изге Миғраж кисе булған Рәжәп айы ла үтеп китте, Шәғбан айы башланды. Ошо айҙа бик мѳһим Бәра әт кисе бар....