Һабантуй йәме -тирмәләр 10-06-2013, 09:13 / Мәҙәниәт

Һабантуй йәме -тирмәләр

Быйылғы һабантуйҙа ла ялан буйлап теҙелгән сағыу тирмәләр яланға байрам йәме өҫтәп, әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып ултырҙы. Бер рәткә теҙелгән тирмәләр буйлап йөрөгәндә үткәндәргә, тарихҡа тағы ла бер байҡау яһамайынса ҡалмайһың. Шуға күрә оло байрамға йыйылған ҡунаҡтарҙы ла нәҡ ошонда, тирмәләрҙә ҡаршылап, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо тормошо, ғөрөф-ғәҙәте менән таныштырып, милли аш-һыуы менән һыйлайҙар һәм йола байрамдары күрһәтәләр. Боронғолоғо менән үҙенә ылыҡтырған тирмәләр оло йыйынға йыйылыусы район халҡын ғына түгел, ә сит тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙа, башҡа милләт вәкилдәрендә лә...
Батырҙар һәм етеҙҙәр маҡсатына етерҙәр 10-06-2013, 09:07 / Мәҙәниәт

Батырҙар һәм етеҙҙәр маҡсатына етерҙәр

Һабантуйҙа ѳлкәндәр ҙә, балалар ҙа тѳрлѳ спорт ярыштарында һәм уйындарҙа ҡатнашырға ашҡынып тора. Йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге менән Йәштәрҙең ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре был юлы балалар ѳсѳн бәйле аяҡтар, йомортҡа, тоҡ менән йүгереү, арҡан тартыу, әтәстәр булып һуғышыу кеүек спорт уйындары ойоштороп, һәммәһен дә бүләктәр менән ҡыуандырҙы....
“Арбузик” быйыл да   һынатманы 10-06-2013, 09:05 / Мәҙәниәт

“Арбузик” быйыл да һынатманы

Ат сабышы һабантуйҙың тѳп биҙәктәренең береһе. Күптәр нәҡ тик ат сабышына тамаша ҡылыр ѳсѳн байрамға килә. Бәйге иғлан ителгәнгә тиклем үк халыҡ аттар сабышасаҡ яланға тартылды. Ат сабышы барышын муниципаль район хакимиәтенең йәштәр, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Светлана Полина һәм ҡала Советы депутаты Рафаэль Фарвазов яҡтыртты. Бәйгене һәр йылдағыса ауыл хужалығы бүлеге һәм ветеринария хеҙмәте ойошторҙо....
Хеҙмәт алдынғылары 10-06-2013, 09:02 / Яңылыҡтар

Хеҙмәт алдынғылары

1. Яҙғы баҫыу эштәре һѳҙѳмтәләре буйынса иң яҡшы хужалыҡ: «Урал» производство-крәҫтиән союзы, рәйесе Хәлитов Рәүф Тайфур улы. 2. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса иң яҡшы фермер хужалығы: Шәхси эшҡыуар Тимирғәлиева Наталья Ивановна. 3. Иң яҡшы малсы: Сѳнәғәтов Хәлит Ниязбай улы, Р.Г. Мѳхәмәтдинов крәҫтиән-фермер хужалығы малсыһы....
ИЛГӘ  ЫРЫҪ,  ЕРГӘ  ҠОТ  ѲЛӘШЕП, ҺАБАНТУЙҘАР  ГѲРЛӘЙ  ИЛЕМДӘ! 10-06-2013, 09:01 / ---

ИЛГӘ ЫРЫҪ, ЕРГӘ ҠОТ ѲЛӘШЕП, ҺАБАНТУЙҘАР ГѲРЛӘЙ ИЛЕМДӘ!

Башҡортостан - башҡорт иле, Торна булып сыңрар ил Кѳндѳң һалҡынса булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ һабантуй яланына ашыҡты. Тиҙ арала ялан шат, күңелле тауыштар менән тулды. Һабантуй байрамы республикала иғлан ителгән Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылына арналды. Яҙ һәм хеҙмәт байрамы - һабантуй бик матур һәм сағыу театрлаштырылған тамаша менән башланып китте....
Сысҡан араһы шәжәрәһе 10-06-2013, 08:58 / Шәжәрә

Сысҡан араһы шәжәрәһе

“Урал” гәзите биттәрендә шәжәрәләр тураһында материалдар баҫылып тора. Бер нисә йыл Учалы районынан берәү үҙенең тамырҙары тураһында яҙғайны. Фәрит Шәйәхмәтовтың шәжәрәһе тулы мәғәнәгә эйә. Улар тѳҙѳгән шәжәрәгә ҡарап, шуны әйткем килә: ике шәжәрә лә Хоҙайбирҙе, Ҡолмандан башланып китә. Элек башҡорт ерҙәре бик ҙур булған, шуға күрә Хоҙайбирҙе менән Ҡолман күп ерҙәрҙе биләгән, күрәһең. Ҡолмандың улы Ғәбдѳк Инйәрҙең түбәнге ағымына китеп, матур тәбиғәтле, тауҙар араһына килеп туҡтай һәм Сысҡан ауылына нигеҙ һалған. Әлеге кѳндә Сысҡан ауылы Ғәбдѳк исеме менән йѳрѳй. Ғәбдѳктѳң улы Рахманғол...
Әсәйҙе юғалтыу  ауыр ҡайғы 10-06-2013, 08:55 / Яҙмыштар

Әсәйҙе юғалтыу ауыр ҡайғы

Әсәйҙәрҙең бѳйѳклѳгѳн йәшәй-йәшәй аңлайһың, тиҙәр. Үҙем күптән ѳләсәй булһам да, әсәйемдең вафатына 38 йыл үтһә лә, изге кешем һис хәтерҙән сыҡмай. Әсәйем - Әсмә менән атайым - Сәйфулла Фәттәх улы 43 йыл ғүмер кисерҙеләр. Әсәйем 61 йәшендә генә, беҙҙе тәрән ҡайғыларға һалып, гүр эйәһе булды. Заманындағы аслыҡ, яланғаслыҡ, һуғыш йылдары һаулығына йоғонто яһаған, күрәһең. Минең һәм ҡустымдың балаларын күреп үлһәм, мәңге үкенмәҫмен тигән хыялы тормошҡа ашманы....
Әсәй, бәхил бул... 10-06-2013, 08:54 / Яҙмыштар

Әсәй, бәхил бул...

“Әсәй, бәхил бул!” - тип ҡысҡырыуына тертләп уянды Әнисә. Был ниндәй ҡурҡыныс тѳш булды һуң? Ул ипләп кенә карауатынан тѳштѳ лә урамға сыҡты. Нисә йыл йәшәһә лә, был яҡтарға ѳйрәнә алманы. Тыуған яғының сатлама һыуыҡтарын, ап-аҡ, ынйы бѳртѳктәре кеүек йымылдаған йомшаҡ ҡарҙарын һағына. Бѳгѳн айырыуса күңеле болоҡһой. Инде нисә йылдар иренең ѳсѳнсѳ бисәһе булып йәшәһә лә, күңелендә тыныслыҡ таба алманы. Йѳрѳй торғас, Юлай менән никахлашыуына бѳгѳн 15 йыл булыуы келт итеп иҫенә тѳштѳ....
Зыяратҡа ҡапҡа эшләтте 10-06-2013, 08:52 / Яңылыҡтар

Зыяратҡа ҡапҡа эшләтте

25 майҙа Уҫманғәле ауылы зыяраты ҡапҡаһын яңырттылар. Был изге эштә Уҫманғәле ауылы килене, былтыр һәләк булып ҡалған полиция подполковнигы Ғәлим Зәйнәғәле улы Мырҙағәлиндың тормош иптәше Миләүшә Гайдар ҡыҙы ҙур ѳлѳш индерә: үҙ аҡсаһына матур итеп зыярат ҡапҡалары эшләтеп ҡуйҙыра....
Әзекәйҙән     ҡыуаныслы  хәбәрҙәр 10-06-2013, 08:28 / Мәҙәниәт

Әзекәйҙән ҡыуаныслы хәбәрҙәр

Районыбыҙҙа балалар майҙансығы асыу, ысынлап та, матур традицияға әйләнде. Ауыл балаларының буш ваҡытын күңелле һәм файҙалы уҙғарыу ѳсѳн ауыл хакимиәте башлыҡтары ҙур тырышлыҡ һала. Ошо аҙнала Әзекәй ауылында мәктәп бинаһы янында асылған балалар майҙансығы ла ошо хаҡта асыҡ һѳйләй....