Нурала балалар байрамы 11-06-2013, 08:50 / ---

Нурала балалар байрамы

Беҙҙең ауылда 1 июндә балалар ѳсѳн матур байрам ойошторолдо. Ауылыбыҙҙа балалар майҙансығы тѳҙѳлѳүен ишеткәс, ауыл хакимиәте башлығы булып эшләй башлаған Азат Фәрит улы Шәнгәрәевкә ярҙамға ашыҡтыҡ. Эшҡыуар В. Ялалов таҡта алып килде, В. Сәғәҙәтов ҡом менән ярҙам итте. Бына ир-егеттәр әүҙем эш башланы, ә ҡатын-ҡыҙҙар буяу менән мәшғүл булды. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Шулай уҡ депутатыбыҙ М.Журавский һәр яҡлап та ярҙам итте. Шулай итеп, 1 июндә иң кесе ҡыҙ бала менән хакимиәт башлығы ал таҫманы киҫте....