Мәңге бурыслыбыҙ 20-06-2013, 16:28 / Яңылыҡтар

Мәңге бурыслыбыҙ

Һуғыш ҡорбандары... Тарихсылар иҫәп-ләүенсә, Бѳйѳк Ватан һуғышында һәр кѳн һайын 14 мең кешенең ғүмере ѳҙѳлгән. Был иһә минут һайын 10 кеше тигән һүҙ. Мәскәүҙән Берлинға тиклем һуҙылған араның һәр километрында уртаса 7 мең 500 кеше һәләк булған. Тетрәндергес һандар! Эйе, һәр тыуған кѳн, бѳгѳнгѳ бәхетле тормошобоҙ ѳсѳн беҙ иң элек ғүмерҙәрен биргән ҡаһармандарға, һуғыштан ҡайтып, тоғро хеҙмәт иткән, тәрән хѳрмәт ҡаҙанған фронтовиктарға һәм тыл батырҙарына мәңге бурыслыбыҙ. Һуғыш осоро балалары ла инде олоғайған, йылдан-йыл улар кәмей бара. Ваҡытында уларға ла иғтибар бүлеү мѳһимдер....
Баш — таш түгел 20-06-2013, 16:26 / Яҙыусылар ижады

Баш — таш түгел

Уйламағанда-кѳтмәгәндә урмансы Фирғәт үҙ йомошо менән ҡалалағы ҡоҙаһына килеп тѳштѳ. Ни тиһәң дә Илдус ѳсѳн күптән күрмәгән ҡоҙаһы хѳрмәтле ҡунаҡ. Етмәһә, уларҙың үҫмер мәлдәре бергә уҙҙы. “Ҡунаҡ ишегеңде асһа, һин йѳҙѳңдѳ ас”, тигән халыҡ әйтеме бар. Ә әлегә, Илдус, ысын мәғәнәһендә йѳҙѳн аса алмай. Әле улар хәл-әхүәлдәрен белешеп, сәй шѳрпѳлдәтәләр. Ахырҙа, Илдус ҡоҙаһына хәл-торошон аңлатырға баҙнат итте....
Минең әсәйем - һуғыш ваҡытында 20-06-2013, 16:22 / Яҙмыштар

Минең әсәйем - һуғыш ваҡытында

1941 йылдың декабрендә, Башҡорт атлы дивизияһы тѳҙѳлә башлау менән, атайым һуғышҡа алынды. Ѳйҙәге эштәр - балаларҙы туйындырыу, ѳҫ-баштарын бѳтѳн тотоу, иҫән-һау тәрбиәләп үҫтереү - 34 йәшлек әсәйем Зәйнәптең иңенә тѳштѳ. Зарифа апайыма - 17, Сабит ағайыма - 15, Сәхибә апайыма - 11, миңә - 6, Булат ҡустыма - 4, Зифа ҡәрендәшемә ни бары 2 йәш кенә ине. Атайым һуғышҡа алынғанда әсәйем ауырлы ҡалған. 1942 йылдың яҙы ҡустыбыҙ тыуҙы. Уға атайыбыҙҙың фронттан яҙған үтенесе буйынса Марат тип исем ҡуштыҡ....
Эшкә килһендәр 20-06-2013, 16:20 / Социаль ѳлкә

Эшкә килһендәр

“Ейәнем юрисҡа уҡып йѳрѳй. Диплом алғас, ҡайҙа эшкә урынлашыр, тип хәҙерҙән үк борсолам. Ҡайҙа барма, эш стажы һорауҙарын ишетеп беләм. Йәш белгестәр талап ителгән хоҡуҡ һағы органдары хәҙер бармы икән? Н. Ғәлина”. Гәзит уҡыусыбыҙҙың һорауына Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Белорет район-ара бүлеге начальнигы Ә.К. Ҡасҡынбаев яуап бирҙе:...
Тѳш, һылыуым, ҡурай тартам!.. 20-06-2013, 16:17 / Мәҙәниәт

Тѳш, һылыуым, ҡурай тартам!..

Бик данлыҡлы ҡурайсы донъя ҡуйыр алдынан иң кесе улына васыят итеп ҡурай ҡалдырған, ти. Етем ҡалғас, Кинйәнең тормошо бигүк шәптән булмаған. Етмәһә, әсә урынына ҡалған еңгәһе көн күрһәтмәгән. Кәмһетеүҙәргә түҙә алмай, Кинйә йорттан сығып киткән, ти. Кәйефһеҙләнгән саҡта ул ҡурай моңо менән күңелен йыуатҡан....
Башҡорт  телен  уҡытыуҙы  бер  кем  тыймай... 20-06-2013, 16:15 / Сәйәсәт

Башҡорт телен уҡытыуҙы бер кем тыймай...

Рәсәй Президенты Владимир Путин йыл аҙағында “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы РФ Законына ҡул ҡуйғас, барыһы ла еңел һулап ҡуйҙы, шикелле. Хәҙер инде республика парламентының шундай уҡ закон әҙерләүен һәм уны фекер алышыуға сығарыуын көтә башланыҡ. Әйтерһең дә, шунан һуң барлыҡ проблемалар бөтәсәк тә, тынысланып, иғтибарыбыҙҙы икенсе нәмәләргә йүнәлтәсәкбеҙ. Һәр хәлдә, шулай тойола....